Балалар
- Шул уҡ халыҡтан тыуған бала уларҙыҡы була.
Аллаһтан ҡурҡһағыҙ, балаларығыҙ араһында ғәҙел хөкөмлө булығыҙ.
Бала, теле асылып, һөйләшә башлағансы, тәбиғи хәлендә була, унан ғына ата-инәләре уны йә йәһүд, йә насара, йәиһә мәжүси итә.
Пәйғәмбәр (с.ғ.с.) балалар янынан уҙып бара торған булһа, уларға сәләм бирә ине.
Атаһының үҙ улына биргән бүләге – күркәм әҙәп.
Берәүҙең сабый балаһы булһа, шул үҙен уның менән сабый балаларса тотһон.
Һаранлыҡ
- Эй, Раббым, борсолоуҙарҙан, ҡайғырыуҙарҙан, ғажизлыҡтан, ялҡаулыҡтан, һаранлыҡтан, ҡурҡаҡлыҡтан, бурыс ауырлығынан һәм кешеләрҙең юҡ-бар һүҙенән Үҙеңә һыйынам.
Һаранлыҡ һәм яман холоҡ кеүек ике сифат мөьмин кешелә бер юлы булмай.
Һаранлыҡ – ботаҡтары ер йөҙөнә һалынып төшкән йәһәннәм ағастарының береһе, кем шул ботаҡтарға тотона, шулар уны йәһәннәмгә етәкләп илтә.
Йомартлыҡ – ботаҡтары ер йөҙөнә һалынып тошкән Йәннәт ағастарының береһе, кем шул ботаҡтарға тотона, шулар уны Йәннәткә етәкләп илтә.
Ғаиләһенә йәбер-золом күрһәтеүсе – яман кеше.
Иң яман сифат: тыныслығын юйыусы һаран һәм күңелен ҡайғыға һалыусы ҡурҡаҡ.
Исламды һаранлыҡ тигән нәмә юҡ итә.
Нисек кенә булмаһын, һаранлыҡ тигән ауырыу иң ағыулы сир.
Бурыс
Йә, Раббым, бурыстарҙың артыуынан, дошмандарҙың өҫтөн сығыуынан, ситтәр ҡайғыһына һөйөнөүсе дошмандарҙан Һиңә һыйынам.
Бурыстарын түләгәнсе, Аллаһы Тәғәлә әжәткә алып тороусылар менән бергә. Бурысын түләмәһәләр, уларға Аллаһы Тәғәләнең нәфрәте булыр.
Мин мөьминдәрҙең иң беренсеһе. Бер мөьмин үлһә, бурысын, ҡаза итеп, миңә ҡалдырһын. Малы ҡала икән – вариҫтарына булыр.
Боронғо замандарҙа йәшәгән һәм һис ниндәй изгелеге булмаған бер бай хеҙмәтселәрен халыҡ араһына сығарып ебәргәндә бурыс түләрлек хәлдәре юҡ фәҡирҙәрҙе ситләтеп уҙырға ҡуша торған була. Аллаһы Тәғәлә шул бай хисап ителгәндә әйтер фәрештәләренә: «Ошо эше өсөн беҙ уны ярлыҡарға хаҡлыбыҙ».
Арағыҙҙа бурысын ҡаза ҡылыуҙы күркәмерәк иткән кешеләр – иң яҡшы кешеләр (Бурысын, саҙаҡаһын, хәйерен һ.б. матур итеп, күңел ризалығы менән, икенсе кешеләрҙе рәнйетмәй, кәмһетмәй, ихлас һүҙҙәр, теләктәр менән рәхмәтле булып тапшыра (ҡаза ҡыла) белгән кешеләр. – Ғ.С.).
Бурыс – дин ҡаралтыусы.
Бурыс Аллаһы Тәғәләнең ерҙәге байрағы, бәндәһен түбәнлеккә төшөрөргә теләһә, шул байраҡты уның елкәһенә ҡаҙап ҡуя.
Фото А. Королев