+30 °С
Болотло


Ингредиенттар:
* тауыҡтың түш ите (2 шт)
* 3 маринадланған ҡыяр
* 200 гр корейса кишер
* 200 гр сыр
* 2 теш һарымһаҡ
* Майонез
* йәшел тмләткестәр.
Тауыҡ итен тоҙло һыуҙа бешереп алабыҙ ҙа, һалмалап турайбыҙ йә ҡул менән һүтәбеҙ. Ҡыяр менән кишерҙе лә шулай уҡ һалмалап дурайбыҙ. Сырҙы эре ҡырғыстан, һарымһаҡты пресс аша үткәрәбеҙ. Хәҙер инде булған ингридиенттарҙы бергә һалып болғатабыҙ ҙа майонез ҡушабыҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!