+11 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл

Ҡатын-ҡыҙ тураһында шиғырҙар

Һөйөклө, һөйкөмлө ҡатын-ҡыҙҙар тураһындағы бер шәлкем шиғырҙар тәҡдим итәбеҙ. Рәхим итегеҙ.

Ҡатын-ҡыҙ тураһында шиғырҙарҠатын-ҡыҙ тураһында шиғырҙар
Ҡатын-ҡыҙ тураһында шиғырҙар

Мостай Кәрим

Өс мөғжизә мине әсир алды —
Ер,
йәнә күк,
йәнә ҡатын кеше.

 

Өс сер мине уйға, шомға һалды —
Ер,
йәнә күк,
йәнә ҡатын кеше.

 

Ерҙең сере бөтә. Күк һайыға.
Төбө күренер бына асылыр ҙа.
Ҡатын кеше генә
Асылмаҫ сер,
Тылсым булып ҡалыр асылында.

-----------------------------------

 

Хәлисә Мөдәрисова

Мин – ҡатын-ҡыҙ
Мин ҡатын-ҡыҙ, әле шундай сағым:
Йырлы сағым, моңло, баһалы,
Күңел таңдай нурлы, ҡылдай нескә,
Әйтерһең дә бәллүр аһәңе.
Мин ҡатын-ҡыҙ, уҫал ҡағылмағыҙ,
Фани донъя һеҙгә тар кеүек,
Һаҡһыҙ һүҙҙән күңел кителмәһен,
Йәшен киҫкән йәшел тал кеүек.
Тупаҫлыҡтан мин ҡаралам, көйәм,
Уҫалланам, ниңә ул һеҙгә?
Ир булығыҙ, ҡатын-ҡыҙ булайым,
Әйләндермәгеҙсе әрһеҙгә.
Мин – ҡатын-ҡыҙ, ҡәҙер белгән өсөн
Тоғролоҡҡа йәнен тапшырған,
Һөйөү менән мин яҡшыраҡ булам,
Матурыраҡ булам, яҡтырам.
Әсе телдәр, бысраҡ уйҙар менән
Ҡағылмағыҙ, күңел саң кеүек.
Мин – ҡатын-ҡыҙ, бары яратығыҙ,
Минең ваҡыт ҡыҫҡа таң кеүек.

 

----------------------------------

Назар Нәжми

ҺӨЙӨҮ ЙЫРЫН ЙЫРЛА ҺӨЙГӘНЕҢӘ
Һөйөү йырын йырла һөйгәнеңә,
Күңелдәрең ихлас, саф икән.
Ул һөймәһә, әйҙә, һөймәһен дә,
Һөйөүҙәрең әгәр хаҡ икән.
Һөйөү йырын йырла һөйгәнеңә.

Һөйөү йырын йырла һөйгәнеңә,
Һөймәһә лә, йырҙан ебәрмә.
Алып китһен йырың күңелдәрҙе
Гүзәл ерҙән гүзәл ерҙәргә,
Һөйөү йырын йырла һөйгәнеңә.

Һөйөү йырын йырла һөйгәнеңә,
Мин бәхетһеҙ, тимә, бер уйлап.
Башҡа берәү һине тапмай ҡалмаҫ,
Бәхет килмәй ҡалмаҫ йыр буйлап,
Һөйөү йырын йырла һөйгәнеңә.

 

---------------------------------------

 

Рәми Ғарипов

Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай,
Шундай ҡыҙҙар — ят та үл инде!..
Ниҙәр уйлап, ниҙәр кисергәнде
Үҙең күр ҙә, үҙең бел инде...

 

Алыҫ-алыҫ йондоҙ —
Һиңә ул ҡыҙ,
Төшөңдә лә осоп етмәҫһең.
Төшөңдә лә көнләр кешең барҙа,
Төш күрергә баҙнат итмәҫһең.

 

Тиҙерәк һүҙҙе ситкә күсерәһең,
Кисерәһең үҙең эсеңдән!..
Бер йылмайып ҡарауы ла уның
Оло бер туй яһай хисеңдә!

 

Оло бер туй!..
Ләкин был туйҙың бит
Һин кейәүе түгел — ҡунағы...
Күңелдә тик моңһоу бер йыр тыуа —
Етмәгәнме һиңә шул тағы!..

-------------------------------------------

Риф Мифтахов

Ир-ат ҡолағына бер һүҙ
Ҡатын-ҡыҙ ҡартаймай ваҡыттан,
ҡартая
хәсрәттән,
юҡлыҡтан,
Яңғыҙлыҡ утында яныуҙан,
ыҙғыштан,
ғәйбәттән,
хурлыҡтан.
Йәндәре йәшәрә ир-аттан,
ҡөҙрәтле
нур һүҙҙән,
һөйөүҙән.
Ҡатын-ҡыҙ ҡартая белмәһен-
йәшлеге,
бәхете-
ул беҙҙән.
----------------------------------------------

 

БЕҘ ҠАТЫН-ҠЫҘ!

Беҙ ҡатын-ҡыҙ! Бик күп төрлө
Сифаттарға эйәбеҙ,
Етмеш тә ете төрлөгә
Беҙ әйләнә беләбеҙ!

Булабыҙ беҙ наҙҙар һипкән
Яҙҙағы Ҡояш кеүек,
Бер ҡараһаң, уҫал, ыжғыр
Һалҡын ҡырыҫ ҡыш кеүек..

Иркәләнеү һәм көсһөҙлөк
Беҙгә генә хас сифат,
Ә үҙебеҙ сая, ҡыйыу
Хәс Инә шоңҡар һымаҡ.(Әтәлге)

Ғаиләлә беҙ ирҙәрҙе
Бик ҡәҙерләй беләбеҙ,
Ир- аттарҙың дилбегәһен
Оҫта тотоп киләбеҙ.

Көсһөҙлөктөң Көслөлөгөн
Беҙ күрһәтә алабыҙ,
Шулай йәшәргә ҡушҡан бит
Беҙгә ата-бабабыҙ.

Бейеүҙәр һәм йырҙарыбыҙ
Бар донъяла дан алған,
Башҡорт ҡыҙы һылыулығы
Алыҫтарға таралған.

Сибәрлектә, уңғанлыҡта
Беҙгә еткән һис кем юҡ,
Бары беҙҙең ҡыйыу ҡыҙҙар
Атта елеп ата уҡ!

Беҙ –аҡыллы өләсәйҙәр,
Һөйкөмлө, наҙлы әсә,
Үҙебеҙ һайлаған иргә
Һөйөп туймаҫлыҡ бисә..

Ҡот һәм бәхет таратыусы
Башҡорт иле ҡыҙы беҙ!
Милләтебеҙ усағының
Баҙлап торған ҡуҙы беҙ!

Мәңге йәшәр , сәскә атыр
Илебеҙ һәм Телебеҙ!
Телле, илле, бай тарихлы
Башҡортостан ҡыҙы беҙ!
Фәүзиә Ҡотлогилдина –АЛТЫНБИКӘ

---------------------------------------

Фирүзә АБДУЛЛИНА

Мин – ҡатын-ҡыҙ.

Бесән сабам. Ергә ныҡлы баҫып,
Ҡолас ташлап, һелтәп салғымды.
Рәхәтләнеп бесән сапҡан саҡта
Онотамын бөтә ҡайғымды.

Мин – ҡатын-ҡыҙ. Бәлки, килешмәйҙер,
Ирҙәр менән йәнәш ярышыу,
Тормош ҡанундарын инҡар итеп,
Буран-елдәренә ҡарышыу?

Нәзәкәтле, наҙлы ҡатын-ҡыҙға
Кемдәр генә шиғыр яҙмаған?
“Ҡатын-ҡыҙҙың көсө – көсһөҙлөктә”,-
Кемдер хатта уйлап сығарған.

Көсһөҙ, нескә, яҡлау-наҙға мохтаж
Минең дә бит килә булаһым,
Мөхәббәт һәм бәхет гөлдәренә
Күбәләктәй осоп ҡунаһым.

Мин – ҡатын-ҡыҙ. Наҙлы, хисле булыу
Ҡатын-ҡыҙға бигерәк килешә.
…Мин яратам йөктө һөйрәшергә
Ирем менән бергә, йәнәшә.

Ер ҡаҙырға, утын әҙерләргә,
Өй төҙөргә, бесән сабырға.
Иңгә-иң терәшеп йәнәш булһаң,
Донъя йөгөн еңел тартырға.

Кәрәк булһа – наҙлы, хисле булам,
Кәрәк булһа – көслө, ныҡлы мин.
Ирем менән дәрәжәм бер икән-
Хөрмәткә һәм наҙға хаҡлы мин!

-------------------------------------

 

Фото Р. Хуснуллина

 

 

 

Автор:
Читайте нас