

Залда республиканың заманса мәғлүмәт киңлеген формалаштырыусылар йыйылды. Бөгөн төбәктең медиа киңлегендә профессиональ яҡтан тикшерелгән яңылыҡтарҙы урынлаштырыу мөһим бурыс булып тора, тип билдәләне ул
Өсөнсө мөһим тема — демография. Ағымдағы йыл илдә — Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылы, ә Башҡортостанда ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителде, тип, ул демографияны күтәреүҙе, ғаиләләргә ярҙам сараларын, традицион ғаилә ҡиммәттәрен үҫтереүҙе, милләт-ара һәм конфессия-ара татыулыҡты нығытыуҙы, милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыуҙы, Башҡортостандың этномәҙәни байлығын һаҡлауҙы билдәләне.
Шулай итеп, төп темалар: МХО, балалар һәм үҫмерҙәр, демография икәнлеге билдәләнде.
БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев уҙған йылдың тармаҡ өсөн бай булыуын, яуаплы һәм интенсив эш талап итеүен һөйләне. Ул Башҡортостан киң мәғлүмәт саралары федераль, халыҡ-ара кимәлдәге ваҡиғаларҙы яҡтыртты, кибермутлашыуға ҡаршы тороу, фейкньюсҡа ҡаршы көрәш, терроризм һәм экстремизм темалары менән эшләне, тип һөйләне.
– Беҙ аудиторияның ышанысын һаҡлап ҡына ҡалманыҡ, ә илдәге иң көслө медиаландшафттарҙың береһе статусын раҫлап, яңы сифат стандарттарын урынлаштырҙыҡ, – тип билдәләне Максим Ульчев. – Интернет ай һайын аудиторияның 85 процентын файҙалана, һәр рәсәйле 4,5 сәғәт интернетта ултыра. Ә беҙҙең баҫмалар һанлы мөхиттә лидер.
Максим Ульчев, төп тема булып МХО ҡалыуын белдерҙе. Электрон һәм баҫма киң мәғлүмәт сараларында көн һайын 160-ҡа яҡын материал сыға. Яугирҙәр, уларҙың ғаиләләре тураһында 59000-дән ашыу материал һәм тапшырыу әҙерләнгән. Журналистар “таҫма артындағы” хәлдәр, хәрбиҙәребеҙҙең батырлыҡтары, медицина хеҙмәткәрҙәре, башҡа белгестәр тураһында һөйләй. 2025 йылда МХО тураһында яңы китаптар сыҡҡан.
–2025 йылда "Башинформ" - ике тапҡыр, Нәшриәт йорто ете тапҡыр журналистарын командировкаға ебәрҙе. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы туғыҙ тапҡыр барып ҡайтты һәм бөтәһе 190 көн булды. Эшегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! - тине агентлыҡ етәксеһе.
2026 йылға бурыстар араһында Максим Ульчев киң мәғлүмәт сараларының йоғонтоһон киңәйтеүҙе өҫтөнлөклө тип атаны. Бурысы – социаль селтәрҙәрҙә яҙылыусыларҙы үҫтереү, яңы һанлы майҙансыҡтарға сығыу, рейтингтарҙа позицияларҙы нығытыу, яһалма интеллект ярҙамында көндәлек процестарҙы оптималләштереү.
– Баҫмаларыбыҙ редакциялары медиа ҡулланыуҙың технологик тенденцияларын иҫәпкә алырға тейеш. Был эштең яңы компетенциялар талап итеүен аңлайбыҙ. Бының өсөн эске резервтар табыу, эш процестарын үҙгәртеп ҡороу, хеҙмәткәрҙәрҙе даими уҡытыу мөһим, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Максим Ульчев. – Радикаль һәм деструктив процестарға мәғлүмәти ҡаршы тороу, дөрөҫ булмаған һәм ялған яңылыҡтарҙы фашлау мәсьәләләре элеккесә ҙур иғтибар талап итә. 2026 йыл илдә Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылы һәм Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителеүен иҫәпкә алғанда, демография, милләт-ара татыулыҡ, күп балалылыҡ идеологияһын һәм традицион ҡиммәттәрҙе алға этәреү темаларҙың иң юғары нөктәһендә ҡала.
Матбуғат агентлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында тармаҡтың иң яҡшы вәкилдәрен билдәләнеләр. Шулай етеп, Башҡортостан республикаһының хәрби журналистика ветераны статусы Башҡортостан юлдаш телевидениеһы операторы Вадим Исламовҡа бирелде. "Хеҙмәт батырлығы өсөн" миҙалы менән Бәләбәй мәғлүмәт үҙәгенең "Урал сасси" гәзитенең баш мөхәррире Юрий Михайлов бүләкләнде.
"Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исемгә "Башҡортостан" телерадиокомпанияһының “Юлдаш” радиоһы алып барыусыһы Рания Билалова, Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының теле һәм радиопрограммалар продюсеры Рөстәм Ғәббәсов, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының телевидение студияһының интерактив программалар редакцияһының ял көнө программалары бүлеге комментаторы Альбина Фәйзуллина, “Башҡортостан” республика ижтимағи-сәйәси гәзитенең дәүләт һәм хоҡуҡ бүлеге мөдире Рәмилә Мусина, “Юлдаш” радиоһының алып барыусылар бүлеге етәксеһе Гүзәл Зарипова, “Туймазинский вестник” гәзитенең баш мөхәррире Оксана Мәҡсүтова һәм башҡалар лайыҡ булды.
Фото, материал "Башинформ"