Был кисәгә шағирә ғүмере буйы атлаған. Уның йылдар һуҙымында яҙылған иҫәпһеҙ-һанһыҙ шиғырҙары йырға әүерелеп, өс сәғәт буйы барған тотош ҙур концерт булып ағылды ла ағылды.
Концерттың официаль өлөшөндә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫарыТажетдинов Илшат Азамат улы һәм Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы Рәмзиә Кәримова-Байбулатова Рәсәй яҙыусылар Союзы ағзаһы Фирүзә Дәүләтша ҡыҙын ҡотланы. Башҡорт халҡының телен, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен үҫтереүгә һәм үҫеп килгән быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Фирүзә Абдуллина Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың почет грамотаһы менән бүләкләнде. Шулай уҡ талантлы яҡташын ҡотлар өсөн Баймаҡ һәм Ҡырмыҫҡалы районынан яҡташтары, туғандары тәбрикләү һүҙҙәре әйтеп, бүләктәрен тапшырҙы.
“Башҡорт дәүләт филармонияһында концерттар күп үтә, ә бындайын күргәнебеҙ юҡ ине әле”, - тип ҡараны концертты тамашасылар. Ысынлап, Дилә Мөхәмәтйәрова режиссерлыҡ иткән концерт матур, ыҡсым, заманса итеп ойошторолғайны.
Беренсенән, Һайланған йырҙарҙың йөкмәткеле булыуы, кешелектең төрлө темаларына ҡағылыуы һоҡландырҙы. Бында тыуған ергә һөйөү, һоҡланыу, ғорурланыу ҙа, атай-әсәй, туғандар темаһы ла, йәшлек, мөхәббәт тә, шатлыҡ та, МХО-ға бәйле һағыш та булды. Моңло йырҙар Фирүзә Абдуллинаның тормошонан алынған фото, видеолар менән үрелеп барҙы. Заһит Ғүмәров менән Зилиә Халикова үҙәккә үтерлек итеп шағирәнең шиғырҙарын һөйләһә, Ҡырмыҫҡалынан килгән Рөстәм Сәйғәфәровтың утлы бейеүҙәре күңелдәрҙе айҡап сығарҙы. Тамашасыны уттан алып, һыуға һалдылар. Әммә битараф ҡалдырманылар.
Сығыш яһаған артистарҙың шул тиклем күп ҡырлы булыуы һоҡландырҙы. Номер һайын тамашасыны сюрприз көтөп торҙо: сәхнәгә йә халыҡ артисы, йә атҡаҙанған артист, йә халыҡ араһында популярлыҡ яулаған һәләтле йырсылар, йә студенттар, хатта бәләкәс бала ла күтәрелде. Халыҡ артистары Йәмил Әбделмәнов, Әлфиә Юлсурина, Әлим Ҡәйүмов, Артур Туҡтағолов, Миңзифа Исҡужина, Фәрүәз Урманшин, Резеда Әминева, Лилиә Ишемйәрова, Римма Амангилдинаның тәрән моңо, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Резеда Әмәкәсова, Искәндәр Ғәзизов, Салауат Мөхәмәтйәров, Иҙел Нурғәлин, Артур Ҡунаҡбаев, Әлиә Исҡужиналарҙың дәртле сығыштары. халыҡ яратып тыңлаған йырсылар Радмир Туйсин, Илнур Мигманов, Светлана Насырова, Әлфиә Заһиҙуллина, Лилиә Сәғитова, Роза һәм Айрат Хөснуллиндар, Рәмзит Абуляев, Илгизә һәм Фәрит Алсыновтар, Йәлил Һөйөндөковтарҙы халыҡ ихлас алҡышланы. Һигеҙ йәшлек кенә Мирас Алсынов үҙен сәхнәлә иркен тотоуы һәм сағыу тауышы менән шундуҡ барыһының да һөйөүен яуланы. "Өфө Баймаҡтары" төркөмө үҙенең дәртле, патриотик рухлы йырҙары менән күңелдәрҙе арбаны. Яңы исемдәр асылды, сәхнәлә йондоҙҙар ҡабынды. Һәм ошоноң барыһының да башында Фирүзә Абдуллина торҙо. Ул барыһын да бергә йыйҙы, тупланы, ойошторҙо. Тотош бер ҙур байрамға әүерелде күренекле шағирәнең шиғри кисәһе. Талантлы шәхес, халыҡтың сикһеҙ һөйөүен яулаған Фирүзә Абдуллинаны ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Уға артабанғы тормошонда һәм ижадында уңыштар, сәләмәтлек, оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Роза Хөснуллина.