Бөтәһе лә сәсеүҙең тиҙерәк тамамланыуын көтә, ошо ваҡиғаға ниндәйҙер өмөт-ниәт бәйләй. Ләкин береһенең дә иҫәп-самалары Камилдыҡына яҡын да килмәй. Ни ҡылырға йыйына һуң ул сәсеү бөткәс? Бына бер аҙна инде, Камил был турала ләззәтләнеп хыяллана. Сәсеү эштәрен атҡарғандан һуң колхозсылар рәхәтләнеп байрам итергә күнеккән. Ә Камил эскегә ике көнөн генә сарыф итәсәк. Береһе – законлы, дөйөм һый, икенсеһе – бригада егеттәре менән аулаҡлап тәбиғәт ҡосағында ултырырҙар. Өсөнсө көнө – изге көн, мунса яғып инә, ял итә. Шунан өс көнгә егәрле өй хужаһына әүереләсәк, иртәнән-кискә тиклем йортонда бил бөгәсәк.
Етенсе көндә – тағы мунса, юлға әҙерләнеү. Дөрөҫөн әйткәндә, был көн уның өсөн ауырыраҡ буласаҡ, сөнки ҡатыны, төрлө сәбәптәр табып, ирен ебәрмәҫкә тырышасаҡ. Камилдың был ғәҙәтенә ауыл халҡы әллә ҡасан күнегеп бөткән, хатта балалары менән бригада егеттәре уны сәфәргә шатланып оҙата. Ни өсөн тиһәң, ул унан күстәнәсһеҙ ҡайтмай. Тик ҡатыны ғына һаман күнегә алмай. Өй һалырға ниәтләнгәс, бигерәк ҡаршылаша башланы.
Камил йылына ике тапҡыр үҙенсәлекле «хаж ҡыла», үҙе әйтмешләй, Салауат батыр янына барып ҡайта: сәсеүҙән һәм уңыш йыйыуҙан һуң. Был сәфәр уның өсөн оло байрам, унда ул әллә ниндәй тойғолар, яҡты хыялдар кисерә. Өфөгә барып ҡайтһа – айҙар буйы йыйылған йонсоуы, бигерәк тә эс бошоуы бөтә, көс-ғәйрәте арта, рухы күтәрелә. Өфө, уның бер төрлө, үҙе уйлауынса, һоро тормошона ниндәйҙер мәғәнә, йәм, өр-яңы биҙәктәр өҫтәй.
Был тормошта нимәлер етмәй шул Камилға, шуға эсе яна. Әлеге ваҡытта былай, юрамал ғына йәшәйҙәр, ә ысын тормош алда, ҡасан булһа ла, һис шикһеҙ, бер килер кеүек уға. Ҡайҙалыр йәшенеп йөрөгән бәхетен, ошо донъяла үҙ урынын бер барып табыр һымаҡ. Шуға ышанып йәшәй.
Быйылғы сәсеүҙән һуң Камил, өйҙә өс көн «хеҙмәт иткәс», мунса яҡты. Алты һәм дүрт йәшлек ике малайы менән шажлатып сабынып, ял иткән арала әсе айран эсә-эсә, ашыҡмай ғына йыуынып сыҡтылар. Уларҙан һуң мунсаға, өс йәшлек ҡыҙҙарын эйәртеп, ҡатыны китте.
Ятып ял иткәндән һуң, юлға йыйынып йөрөгәндә, ҡатыны менән ҡыҙы ҡайтты, һүҙһеҙ генә сәй эсергә ултырҙылар. Икеһе лә көсөргәнешлек кисерә: ҡатын һөжүмгә, ир ҡаршылашырға әҙерләнә. Тик балалар ғына шат тәтелдәшә. Ниһайәт, ҡатыны түҙмәне, һүҙ башланы:
– Тағы ла Салауат батыр янына китәһеңме? – Тауышында мыҫҡыллау ҙа һиҙелә. – Яҙ көнө йорт эштәрен тауыҡ сүпләһә лә, бөтөрлөк түгел, ә һин ике көн дилдалайҙа йөрөйһөңмө?
Камил ҡатынына ҡарап тыныс ҡына:
– Үҙебеҙ үлгәс кенә эш бөтә, – тине.
– Утын килтерергә, ҡойманы яңыртырға кәрәк...
– Утынды һуңғараҡ килтерәм, уның өсөн башың ауыртмаһын, ҡышын өшөп ултырғаның юҡ. Ҡойманы яңыртмайым. Нишләп мин колхоз фатирына яңы ҡаралты ҡорорға тейеш? Өфөнән ҡайтҡас ҡаҡҡылап-һуҡҡылап ҡуйырмын. Өй һалып сыҡҡансы торор әле.
– Өй һала торған кеше инде һин! Йылына икешәр тапҡыр тиктомалға Өфөгә сапһаң – һалырһың өйҙө! Күпме аҡсаны тиктәҫкә түгәһең?!
– Тағы ла шул аҡса... – тине Камил, йөҙөн һытып. – Берәй заман туйып буламы шул нәмәгә, юҡмы?!
Был һүҙҙәрҙе әйткәндә, күҙ алдына шундай күренеш килде: Камил ҡайҙандыр ҡулына күп итеп аҡса төшөргән дә пачкалап-пачкалап ҡатынына ырғыта... Тегеһе, ҡәнәғәт йылмайып итәгенә тултыра.
– Ҡуй, кәләш, йәлләмә юҡ нәмәне, аҡсаны күпме тапһаң да барыбер етмәйҙер ул. Бәхет аҡсала түгел, тиҙәр бит бик аҡыллы кешеләр.
Иренең был һүҙҙәрен ишеткәс, ҡатын, сәйенә тонсоға яҙып, урынынан һикереп торҙо ла теҙеп китте:
– Алдайҙар улар! Һинең кеүек хыялыйҙарҙы алдайҙар, ә үҙҙәре көнө-төнө ойоҡтарына аҡса тултыра. Әйт әле, хәҙерге донъяла аҡсаһыҙ нимә эшләй алаһың? Ҡалала аҡсаһыҙ әбрәкәйгә лә инеп булмай бит! Нимә, ғүмер буйы колхоз өйөндә йәшәргә уйлайһыңмы? Берәй заман беҙҙең үҙ өйөбөҙ булырмы, юҡмы?!
– Булыр, булыр, ҡайғырма...
Ҡатынының күрәләтә шул ҡәҙәре шаштырыуы Камилдың сәменә тейҙе:
– Етәр, юҡҡа тауышланма, барыбер китәм Өфөгә! Һуҡранып еңә алмағас, ҡатыны өгөтләп ҡарарға булды, шикелле:
– И, раббым, Салауат тураһында күпме китап-гәзит уҡыйһың, шул етмәгәнме ни һиңә? Һис тә булмаһа, ана, китаптағы һәйкәленә ҡара! Әбизәтелне Өфөгә тиклем барырға тимәгәндер бит?! Унда ла барыбер шул таш һәйкәл инде. Бушҡа үткән ваҡытыңды әҙ генә йәлләмәйһеңме ни?!
– Ваҡыт, тиһең... Бына беҙ йәшәйбеҙ, донъя көтәбеҙ, үҙебеҙ ошо ваҡыттың уҙғанын һиҙмәйбеҙ ҙә. Ә ул үтә лә үтә, уны туҡтатырлыҡ түгел. Утыҙға еткәнебеҙҙе белмәй ҙә ҡалдыҡ, ғүмер үткәнен дә һиҙмәйәсәкбеҙ. Тәгәрмәс эсендә сапҡан тейен кеүек, иртәнән-кискә тиклем сабыр өсөн килдекме ни беҙ был донъяға? Бәлки, ҡайһы саҡта туҡтап, уйланып тирә-яҡҡа күҙ һалып алырға кәрәктер?
Фекерен дауам итергә йыйынған Камилды ҡатыны түҙемһеҙләнеп бүлдерҙе:
– Әпәт фәлсәфә, ҡасан шул бакирлығыңды ташлайһың инде...
Уларҙың ауылында сәйерерәк әҙәмде «Бакир» тип атайҙар. Бакир Камилға нәҫел, шуға ул бабаһына һүҙ тигеҙмәй:
– Бакир бабайыма ҡағылма! Ул – философ, уның кеүектәр бик һирәк!
Ярты минут тирәһе һүҙһеҙ торғандан һуң, ҡатыны:
– Ярай, кит, тик ҡара уны, китһәң – үгеҙҙе ҡарамайым, – тине лә кухня ишеген шапылдата ябып йоҡо бүлмәһенә инеп китте.
Бәхәстең ҡапыл көтөлмәгән яҡҡа боролоуына ир аптырап ҡалды, «Үгеҙҙең ни ҡыҫылышы бар һуң әле бында?» – тип, тәрән уйға сумды.
Быйыл үгеҙен көҙгә тиклем аҙбарға ябып аҫрап, һимертеп һуйып, баҙарға илтергә ине Камилдың иҫәбе. Әлеге лә баяғы шул өй һалырға аҡса йыйыу ниәтенән инде. Тәүҙә үгеҙен, бестереп, көтөүгә ҡыуырға булғайны. Сөнки улай итмәһәң, һыйырҙар артынан сабып, көҙгөлөккә ҡаҡ һөйәккә ҡаласаҡ. Ләкин иптәштәре башҡасараҡ кәңәш бирҙе: «Аҙбарға ябып аҫрап, һимертеп һуйһаң отошлораҡ була», – тинеләр.
«Ҡарамай бер ҡайҙа ла бармаҫһың, Малайҙың (үгеҙҙең исеме шулай) бында ни ғәйебе бар» тигән һығымта яһаны Камил.
Иртәгеһенә иртүк юлға сыҡты. Өҫтөндә үҙенә килешеп торған көрән костюм, муйынына шул уҡ төҫтәге галстук бәйләп ебәргән, аяҡта осло башлы, сит илдә тегелгән ҡупшы туфлиҙар... Йөрәге лә елкенеп, ашҡынып тора. Әйтерһең, һөйгән ҡыҙы янына ашыҡҡан йәш егет. Әйткәндәй, өйләнешеүҙәренең тәүге йылында ҡатыны нәҡ шулайҙыр тип шикләнгәйне лә. Хатта артынан Өфөгә барып, шым ғына күҙәтеп тә булашты. Туҡтауһыҙ нимәлер уйлап, хыялға бирелеп йөрөгән иренә ул кискә табан ғына күренгәйне. Бынан һуң ҡатыны иренең кәзә һуҡмағына баҫмауына ышанды.
Сер итеп кенә әйткәндә, Камилдың был нәмәгә лә дәрте бар ҙа ул, ҡайһы саҡ матур ҡатын-ҡыҙ күрһә, артынан йығыла яҙып ҡарап ҡала. Яңыраҡ шулай район үҙәгендә, сибәр ҡыҙға аңшайып, ҡупшы туфлиҙары менән батҡаҡҡа барған да төшкән. Тик сибәркәйҙәр менән һирәк-һаяҡ шаян һөйләшеүҙән ары китмәй Камил. Сөнки бер нәмәне яҡшы аңлай: яна ҡалһа – Өфөгә юл ябыласаҡ.
Иртәнге сафлыҡҡа сорналған тирә-яҡҡа һоҡлана-һоҡлана, ҡабаланмай ғына атлап, туҡталышҡа килеп етте. Көнө матур булырға оҡшай: зәңгәрһыу күктә болот әҫәре күренмәй, яңғыҙ ҡояш ҡына алһыу нурҙарын йәлләмәй һибә, һауа тып-тын.
Оҙаҡ та торманы, йөк машинаһын туҡтатып ултырып китте. Бер сәғәттә Стәрлетамаҡҡа ла барып еттеләр. Ә Стәрлетамаҡтан Өфөгә автобус ун биш минут һайын йөрөп тора. Ике сәғәт ярымлыҡ юл, уйланып барһаң, һиҙелмәй ҙә тиерлек.
Бына автобус Ағиҙел күперенә яҡынлашты. Был мәлде Камил тулҡынланып көтөп ала, сөнки күперҙе сыҡҡансы күп нәмәне күреп өлгөрөргә кәрәк: талғын ғына аҡҡан Ағиҙелде лә, тау башынан үҙенә әйҙәгән Өфөнө лә, әллә ҡайҙан күренеп торған Салауат батырҙы ла...
Салауатҡа инде оҙағыраҡ ҡарай Камил.
Автобустан төшөп ҡалғас, юлында беренсе осраған парикмахерскийға инеп, модаһына килтереп, сәсен алдырып сыҡты. Хәҙер Камил үҙе менән ҡыҙыҡһынған кешегә «колхозда тракторсы булып эшләйем» тиһә, уға берәү ҙә ышанмаҫ ине. Арыу ҙа күренә шул: өҫтөндә килешле кейем, ҡояшта янып өлгөрмәгән оҙонса аҡһыл йөҙ, киң маңлай, тулҡынланып торған ҡара сәстәр, уйсан, аҡыллы һоро күҙҙәр. Шуныһы ҡыҙыҡ: дәрәжәле ҡиәфәттә йылмайып ҡына өндәшһә, ҡунаҡханала ла уға урын йәһәт табыла. Бөгөн дә артыҡ мәшәҡәтһеҙ генә урынлашты ла, ыҡсым юл сумаҙанын номерҙа ҡалдырып, урамға сыҡты, ашыҡмай ғына үҙәккә табан атланы. Ошо урамдарҙан йәйәү үтергә ярата Камил. Ҡала шау-шыуы ла ят түгел уға.
Совет майҙанында бер аҙ торғас, уңға боролоп, университет яғына ыңғайланы. Драмтеатрға инеп, киске спектаклгә билет алды, шунан тағы юлын дауам итте. Оҙаҡламай университеттың колонналары күренде. Унда ла бер аҙға туҡтап ҡалды. Республиканың иң ҙур уҡыу йортона бер килке һоҡланыу менән ҡарап торҙо.
Камил һигеҙенсе кластан уҡ БДУ-ға уҡырға инергә хыял итте. Мәктәпте тамамлағас, килеп имтихандарҙы уңышлы ғына тапшырғайны, конкурстан үтмәне. Икенсе йылына бер ай әҙерләнеү курстарында ла уҡып ҡараны. Был юлы ла, имтихандарҙы дүрт менән бишкә генә бирһә лә, конкурс бәкәлгә һуҡты.
Ул саҡ бик асыуы килһә лә армиянан һуң аҙаҡҡы тапҡыр бәхетен һынап ҡарарға хәл иткәйне. Тик хеҙмәт оҙаҡҡараҡ һуҙылды: флотта өс йыл эсендә, белгәндәренең күбеһен онотоп, ҡытыршыланып, ысын «диңгеҙ бүреһе» нә әйләнеп ҡайтты. Оҙаҡламай үҙен көтөп алған ҡыҙ менән өйләнештеләр. Тәүҙә уҡыу кисектерелде, шунан онотолдо.
Шулай итеп, университет яҡты хыял ғына булып ҡалды. Ике йыл рәттән ҡабул итеү имтихандарын тапшырып йөрөгәндә үҙ итеп өлгөргәйне лә инде Камил Өфөнө. «Нишләтәһең, студент булырға яҙмағандыр, күрәһең. Армиянан һуң ҡыбырларға кәрәк ине лә бит. Хәҙер һуң инде, минең поезд китте», – тип әсенеп уйланы ла Камил алға атланы. Шунда ҡапыл: «Бәлки, әле лә һуң түгелдер, әллә икенсе йылға ныҡлап әҙерләнеп, ситтән тороп уҡыу бүлегенә килеп ҡарайыммы икән?» – тигән икеләнеүле уй ҙа моронлап ҡуйҙы.
Ваҡыт тигәнең... Бәйгеләге арғымаҡ һымаҡ икән. Шул ике арала елдертеп, Камилды утыҙға ла еткергән.
Уйлана-уйлана бара торғас, Салауат батыр янына килеп тә еткән. Таш баҫҡыстарға һаҡ ҡына баҫып аҫҡа төштө лә һәйкәл ҡаршыһына туҡтаны.
«Һаумы, Салауат батыр! – тине ул эстән генә. – Бына, тағы килдем һинең яныңа...» Камилдың уйҙары теҙелде лә теҙелде. Күҙ алдынан халҡы, ер-һыуы хаҡына яу сапҡан батыр ата-бабалары үтте. Улар алдында үҙен нисектер бурыслы, хатта ғәйепле итеп тоя ул. Был тойғоһон, бәлки, кешегә аңлата алмаҫ ине, ләкин күңеле һиҙенә – ғәйебе бар. Көтмәгәндә бәләкәйҙән хәтеренә һеңеп ҡалған өләсәһенең йыры иҫенә төштө:
Яҡшы атҡа менеп, ҡулына алып
Уҡ-һаҙаҡҡай тигән ҡоралын,
Аямаған йәнен, түккән ҡанын,
Һис бирмәгән башҡорт Уралын...
Эх, булған бит әүәле кешеләр! Элгәрерәк, һеҙҙең заманда тыуыр кәрәк ине...
Камил ҡарашын аҫта ялтырап ятҡан Ағиҙелгә, шунан алыҫҡа йүнәлтте. Ошо мәл ул бөтә булмышы менән тыуған илен тойҙо. Уның бейегеһе, йырлағыһы, көлгөһө, илағыһы килде. Толпар атҡа менеп әллә ҡайҙарға сабырға ине...
Кислеккә ауып барған көндөң ни аралалыр үҙгәреүе уны хис-тойғо, уй-хыял донъяһынан ысынбарлыҡҡа алып төштө. Ел көсәйеп китеп, ҡайҙандыр ҡара-һоро болоттарҙы ҡыуып килтереп тултырған да, уларҙы бер-береһенә бәрелештереүҙән сыҡҡан ут-гөрһөлдәүҙән ләззәт табып, өҙлөкһөҙ ҡоторона. Күк йөҙөн тотош ҡаплап алған ауыр болоттар бына-бына ергә ябырылыр кеүек.
«Ярай, Салауат, әлегә хуш!» – тине лә Камил ҡалаға ашыҡты.
Иртәгеһенә, ҡайтып китер алдынан, ғәҙәтенсә, Салауат менән һаубуллашырға килде. Был ваҡытта кәйефе бик шәптән булмай, ә бөгөн, ниңәлер, күңеле айырыуса болоҡһой. Камил эстән генә үҙенең ғазаплы уйҙарын Салауатҡа һөйләй: «Һин егерме ике йәшеңдә халҡың өсөн көрәшкәнһең, таң ҡалырлыҡ эштәр ҡылғанһың. Мин инде утыҙға еттем, тик нимә эшләнем, нимәгә өлгәштем? Хатта үҙемде лә таба алманым бит... Ғөмүмән, минең йәшәүемдә мәғәнә бармы? Ғаилә, балалар... Былар әллә ниндәй ҡаҙаныш түгел. Миллиондар ғаилә ҡора, балалар үҫтерә. Эх, ғүмер шулай, һоро-шыма ғына булып үтеп китерме икән ни? Юҡ, ышанғы килмәй, нимәлер булыр кеүек. Ярай, Салауат, хуш... Ышан, бындай тормош менән барыбер ҡәнәғәтләнмәйәсәкмен! Көрәшәсәкмен!»
Камил кинәт кенә боролдо ла шәп-шәп атлап китеп барҙы.
Ағиҙел күперенән сыҡҡанда, ҡәҙимгесә, ҡайырылып Өфөгә ҡараны. Баш ҡала йыраҡта ҡалғас, алға әйләнеп ултырып, осһоҙ-ҡырыйһыҙ уйҙарына сумды.
Стәрлетамаҡта мөһим йомошон үтәргә – бригадаға һыра һатып алырға кәрәк. Камил, көнө буйы Өфө күстәнәсе көтөп интеккән балалары менән иптәштәрен күҙ алдына килтереп, йылмайып ҡуйҙы.
Һыра бөткәйне. Уның урынына шарап бар. Буш ҡул менән ҡайтып булмай, сәғәттән ашыу айҡашһа айҡашты, шарап алды.
Һыу буйында дүрт күҙ менән күстәнәс көтөп ултырған иптәштәре Камилды шәйләнеләр ҙә, һикерешеп тора һалып, ҡул болғанылар. Егеттәр менән бер аҙ төшөргәндән һуң әҙерәк гәпләшеп ултырғас, Камил хушлашты ла ҡайтыу яғын ҡараны. Иптәштәре «өҫтәргә» өндәһәләр ҙә, тыңламаны. Сөнки артығыраҡ «тейәһә», холҡо еңеләйә: күҙ алдына яугир ата-бабаларын килтереп, боронғо көйҙәрҙе һуҙып ебәрә. «Ҡайҙа әүәлге яугир башҡорт, ҡайҙа беҙҙең боронғо дан?!» – тип тиктомалға илай башлай. Көлһәләр – һуғышып китергә лә күп һорамай. Шуға күрә һаҡланып ҡына эсә. Ике тәүлектән артыҡ ғаиләһен күрмәгәс, күңеле лә урынында түгел.
Өйөнә яҡынлаша башлағас, ҡаршыһына балалары йүгерешеп килеп сыҡты: алдан кем уҙарҙан ике малай саба, уларҙың артынан илай-илай бәләкәй ҡыҙы эйәргән. Камил, туҡталып, балаларына ҡарап торҙо. Шул саҡ шараптан йомшаған күңел ирене лә китте, һағындырып та өлгөргәндәр, шилмалар.
«Бәлки, йәшәү мәғәнәһе ошо сабыйҙарҙалыр? Үҙемде юҡҡа ғына ғазапламайыммы икән? Бәлки, борһаланмай ғына һыу ыңғайына йөҙөргә кәрәктер? Эх, шулай тыныс ҡына йәшәй алһам...»
Уғаса малайҙары муйынына аҫылынды. Ҡыҙыҡай ҙа йүгереп килеп мыжый башланы:
– Атай, мине лә күтә-әл!
Камил улдарын төшөрҙө лә ҡыҙын ҡулына алды.
– Атай, күстәнәс алып ҡайттыңмы? – тип һораны ҡыҙсыҡ.
– Алып ҡайттым, ҡыҙым, алып ҡайттым. – Камил, сумкаларҙы өйгә һөйрәкләгән малайҙарға күрһәтте: – Ана, ағайҙарың алып кереп бара.
– Ура-а, күстәнәс асайбыҙ! – Ҡыҙсыҡ шатлығынан ҡысҡырып уҡ ебәрҙе. Шунан нимәлер иҫенә төшөрөп, етдиләнгән ҡарашын атаһына төбәп, шомло ғына итеп әйтеп һалды: – Ә Малайҙы әннәм асатманы, эсермәне лә. Ағайымдар күнәктәрем менән һыу әпкилгәйнеләр, әннәм эсертмәне.
Камил аптырашта ҡалды. «Китсәле, улайтмағандарҙыр ҙа инде», – тип икеләнеп, йортҡа үтте. Ишек алдында йөрөгән ҡатыны уға әйләнеп тә ҡарамаған булды. Камил аҙбарға, үгеҙ ябылған аранға, ашыҡты. Мал мөлдөрәп торған күҙҙәрен хужаһына йүнәлтте. Зарланып мөңрәргә самалағайны – тауышы сыҡманы, кибеп бөткән теле менән моронон ғына ялап ҡуйҙы.
Камил аҙбарҙан уҡ кеүек атылып сыҡты ла, күнәктәр эләктереп, ҡоҙоҡҡа йүгерҙе. Ике тәүлек эсендә ныҡлы сарсап өлгөргән үгеҙ һалған һыуҙы һемереп кенә торҙо. Күҙҙәрен йомоп, шундай йотлоғоп һемерҙе, хатта хужаһының да һыу эскеһе килеп китте. «Быға һыуҙы күпме ташыһаң да эсер, әлегә дүрт күнәк етеп торор», – тине лә Камил үгеҙгә он һалды. Бер минут та үтмәне, Малай ондо ла ялап бөттө.
Бына ул, нишләптер тынысһыҙланып, аран буйлап йөрөргә кереште. Көтөү төшөп килгәнен һиҙгән икән. Һыйыр менән башмаҡ ҡайтып кергәс, үгеҙ бигерәк ныҡ үрһәләнде: арандың йә теге, йә был мөйөшөнә бәрелеп, иреккә сығырға тырышты.
Ҡапыл үгеҙ үрһәләнеүҙән туҡтаны ла үҙен иғтибар менән күҙәткән хужаһына үпкәле күҙҙәрен төбәне, һөйләшә белһә, моғайын: «Ниңә мине ыҙалап, тотҡонлоҡта тотаһың инде?!» – тип әйтер ине лә бит...
– Ысынлап та, ниңә әле мин был меҫкен малҡайҙы тотҡонлоҡта интектерергә тейеш? – тине Камил үҙ-үҙенә. – Төшөмдө ике йөҙ тәңкәгә күберәк алам тип, йән эйәһен күпме тәбиғи шатлыҡтарҙан мәхрүм итәм дә баһа. Ул да, кеше кеүек үк, донъяға бер тапҡыр ғына килә. Тимәк, уның да йәшәү бәхетенә хаҡы бар. – Ошо һүҙҙәрҙән һуң үгеҙ торған арандың ҡапҡаһын асты ла малҡайға өндәште: – Сыҡ, Малай, бөгөн төрмәлә аҙаҡҡы көнөңдө үткәрҙең, алдыңда – азатлыҡ! Бар, ошо ҡыҫҡа ғына ғүмерҙең рәхәтен күр: туйғансы тәмле үләндәр утла, һалҡын һыуҙар эс, ялан- ҡырҙар гиҙ, йәш тана-һыйырҙар артынан йүгер!
Үгеҙ аҙбарҙан сыҡҡас, хужаһына рәхмәт белдергән кеүек итеп ҡараны ла, йән-фарман сабып китте. Азатлыҡты ныҡ яратҡан, уның ысын ҡәҙерен белгән йән эйәһе генә ошолай кинәнеп сабалыр, моғайын...
Камил үгеҙгә һоҡланып ҡарап торғанда, янына ҡатыны килеп, ҡысҡырырға кереште:
– Ике тәүлек дилдалайҙа йөрөп, эсеп ҡайтыуы етмәгән, ишшу үгеҙҙе сығарып ебәргән! Хыялый, уфимский хыялый Бакир!
Камил ҡатынына ҡарап, ғәжәпләнеп уйланы: «Неужели ошо ҡатын һигеҙ йыл элек мин белгән яғымлы, оялсан ҡыҙ инде? Юҡтыр, алмаштырғандарҙыр уны». Шунан Өфөлә моронлап ҡуйған уй иҫенә төштө: «Бәлки, һуң түгелдер?.. Туҡта, Бакир бабайым менән һөйләшеп киләйем әле. Ул, әлбиттә, хуплар. Башлы егетһең, һиңә уҡырға кәрәк, тип әллә ҡасандан бирле тылҡый».
Ул ҡатынын ҡырыҫ ҡына туҡтатты, һәм:
– Етте, тыныслан, аҙаҡ һөйләшербеҙ. Мин Бакир бабайымдарҙа булырмын, – тине лә, тәҙрәнән балаларына оҙаҡ ҡына ҡарап торғас, йортонан сығып китте.
Флүр ҒӘЛИМОВ.
Фото А. Абдрафиков