Беҙ етәү – дүрт малай, өс ҡыҙ бала – ҡарт Уралдың төпкөлөндә, тау-урмандың иң төбөндә, тәбиғәттең иҫ китмәле матур, күккә олғашҡан ғорур ҡаялы Елмерҙәктау ҡуйынына морон төртөп, сәңгелдәктә иҙрәп йоҡлаған сабый ишеләй генә булып ятҡан, төпкөл ауылда - Ноҡатта тыуғанбыҙ.
Иң өлкән ағайбыҙ - Гәйсәр Бәхтегәрәй улы Аҫылғужин Совет Армияһы сафында Ҡара диңгеҙ флотында, һыу аҫты карабында радист булып дүрт йыл хеҙмәт итеп ҡайтып, Белорет металлургия комбинатында 60 йылға яҡын эшләп, алдынғы удар хеҙмәте өсөн XXVII съезд делегаты булып, Хеҙмәт Даны орденының өс дәрәжәһенә лә эйә булды. (Кавалер орденов Трудовой Славы)
Икенсе ағайыбыҙ Хәйҙәр Бәхтегәрәй улы Аҫылғужин Совет Армияһы сафында – Украинаның Ивано-Франковск ҡалаһында өс йыл хеҙмәт итеп ҡайтып, Магнитогорск металлургия институтын бөтөп, Белорет металлургия комбинатында мастер, смена начальнигы вазифаларында 55 йыл эшләп,хаҡлы ялға сыҡты.
Өсөнсө ағайыбыҙ Хәлил Бәхтегәрәй улы Аҫылғужин Совет Армияһы сафында өс йыл танкист булып хеҙмәт итеп ҡайтып, философия фәндәре кандидаты дәрәжәһенә диссертация яҡлап, Башҡорт дәүләт университетының “Философия һәм социология“ кафедраһы мөдире вазифаларында эшләп, хаҡлы ялға сыҡты.
Дүртенсе ағайыбыҙ Ғарифулла Бәхтегәрәй улы Аҫылғужин Совет Армияһы
сафында, Саратов ҡалаһында ике йыл хеҙмәт итеп ҡайтып, Эске Эштәр Министерлығында 50 йыл эшләп, тырыш хеҙмәте өсөн “Отличник МВД” значогы менән бүләкләнеп, майор званиеһы алып ,хаҡлы ялға сыҡты.
Шундай ул беҙҙең ғаилә һалдаттары, әрмелә генә түгел, ә гражданин булараҡ та лайыҡлы тормош юлы үтәләр. Ағайҙарым менән ғорурланам!
Әнисә Бәхтегәрәй ҡыҙы Аҫылгужина