

Кеше яҙмышы төрлөсә, тибеҙ. Эйе, ҡайһы берәүҙәрҙең тормошо тын аҡҡан йылға һымаҡ үҙ ыңғайына шым ғына дауам итә. Ә ҡайһыларының юлында күп ҡаршылыҡтар осрай… Улар бихисап тупһаларҙы үтеп, ярҙарына һыймай, шашынып аҡҡан тау йылғаларына оҡшаш.
Үҙебеҙ һайлаған яҙмыш, тибеҙ. Эйе, әгәр теләһәң, артыҡ мәшәҡәтләнмәй генә, быҫҡып, тыныс ҡына ғүмер итергә, ә, теләйһең икән, Шолохов әйткәнсә, “үҙ яҙмышыңды ил, халҡың яҙмышы менән бәйләп”, уның ҡайғы-шатлыҡтарын бергә кисереп, дөрләп янған усаҡ һымаҡ йәшәп була.
Яҙмыштан уҙмыш юҡ, тибеҙ. Эйе, беҙ яҙмыш һүҙенә ҡайсаҡ икенсе төрлө мәғәнә биреп, уны ниндәйҙер көс тарафынан алдан билдәләнеп ҡуйылған күрәсәк тип тә аңлайбыҙ.
Кеше яҙмышы…
Әсәйемдең бер туған ағаһы Ғәбделәхәттең ғүмер юлы тураһында уйлаһам, йыш ҡына: “Яҙмышмы был?” – тигән һорау килеп тыуа.
Ғәбделәхәт Багаев 1924 йылда йырҙарҙа йырланған йәмле Ашҡаҙар буйында урынлашҡан Батыр ауылында донъяға килә. Бил бирмәҫ көрәшсе булып та, уҡымышлылығы менән дә тирә-яҡҡа шөһрәте таралған Шәйәхмәт мулла ғаиләһендә тыуыуы уның яҙмышында аҙ роль уйнамай. Мулла балаһы тигән ул саҡтағы ҡәһәрле мөһөр уға әллә күпме ҡаршылыҡтар әҙерләп ҡуя. Революция тип аталған ҡәһәрле үләт ҡоротҡан донъяларын әтә-әсәһе үҙҙәренең ҡул көсө, тырышлығы менән рәткә килтереп, инде әүҙем генә йәшәп алып киткәндә икенсе ғәрәсәт – коллективләштереү башлана һәм уларҙың бар нәмәһен тартып алып, алтмыш йәшлек Шәйәхмәт мулланы төрмәгә ябып ҡуялар. Алты бала менән урамда тороп ҡалған әсәһе Минзиә самандан аласыҡ һымаҡ нәмә әтмәләп алып, шунда көн күрәләр. Бар эшкә лә маһир булған әсәһе кешеләргә тун тегеп, быйма баҫып, мейес сығарып, балалары көн-төн ҡырҙан ҡайтмай үҙҙәрен аслыҡ үлеменән һаҡлап ҡалалар. Нисек кенән нужа күреп йәшәмәһендәр белемгә ынтылыш көслө була мулла балаларында. Ғәбделәхәт тә ауылдарында башланғыс мәктәптә һабаҡ ала. Яҡын-тирәлә артабан уҡырға мулла балаһы тигән мөһөрө рөхсәт итмәгәс, белмәгәнерәк яҡҡа, йәғни Көйөргәҙе районына китеп, Таймаҫ ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Бәлки, артабан да берәй ерҙә уҡыуын дауам итер, йә булмаһа өйләнеп үҙ донъяһын көтөп алып китер ине. Ләкин…илебеҙ яҙмышында, уға бәйле халҡыбыҙ, кешеләр яҙмышында ла ҡырҡа боролош яһаған ҡәһәрле һуғыш башлана.
Фронтҡа ебәреүҙәрен һорап, хәрби комиссариат тупһаһын күп тапаған Ғәбделәхәткә тәүҙә әлеге лә баяғы мөһөр юлды яба. Күрәһең, юғарылағылар, барыһы ла үҙ ҡалыптарына һалып, үҙҙәре “дошман балаһы” яһаған кеше дошман булып ҡалыр, тип ҡурҡып, башҡортта Тыуған ил, ғәзиз ер, тигән төшөнсәнең юҡ-бар идеяларҙан юғарыраҡ икәнен аңламағандарҙыр. Ә инде көн һайын меңәрләгән ҡорбандарҙы йотҡан һуғыш тигән аждаһа инде Мәскәү янына килеп, боғаҙҙарынан алғас, серек идеологияны ситкәрәк этәрергә мәжбүр булғандарҙыр – 1942 йылдың ғинуар айында Ғәбделәхәт Багаевҡа саҡырыу ҡағыҙы килә. 219-сы уҡсылар дивизияһы ҡарамағындағы курсты тамамлағас, 1942 йылдың майында танкыға ҡаршы айырым 45 миллиметрлы орудиелар полкында тоҫҡаусы булып Воронеж ҡалаһы янынан башлай ул һуғыш юлын.
Арыҫландай алыша дошман менән Батыр ауылы батыры. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Ҡыҙыл Йондоҙ, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары менән бүләкләнә, орудие командиры итеп тәғәйенләнә.
Ҡыҫҡа ғына тиһәк тә, был ваҡыт эсендә ниндәй генә һуғыштарҙа ҡатнашмай ҙа, нисә тапҡыр үлем менән йөҙгә-йөҙ осрашмай яугир!
Бына бер эпизод.
…Һыҙылып таң атып килә. Ут һыҙығында урынлашып, артиллеристар дошман һөжүмен ҡаршы алырға әҙерләнә. Ғәбделәхәт Багаев үҙҙәренән өс йөҙ метрлап алда бер яҡ ситтәрәк һалам эҫкертен шәйләп ҡала. Ул батарея командиры янына йүгереп бара ла, үҙ орудиеһын дошманға һиҙҙермәй генә шул эҫкерт артына урынлаштыралар.
Оҙаҡламай фашистарҙың атакаһы башлана. Төп йүнәлештә урынлашҡан башҡа орудиелар ажғырып килгән немец танкыларына ҡаршы ата башлағас, Ғәбделәхәт эҫкерткә ут төртөргә ҡуша. Еүеш һалам ҡуйы төтөн сығарып яна башлау менән орудие расчеты уның ышығына туптарын һөйрәп сығара ла, эргәнән тура төҙәп атып, берәм-берәм дошман танкыларын ҡыйрата башлай. Баш осонда өйөрөлгән фашист ҡоҙғоно шәйләп алғансы, улар дүрт-биш танкыны сафтан сығара. Ләкин дошман самолетынан ташланған бомба беҙҙекеләрҙең үҙҙәрен дә пыран-заран килтереп ташлай.
Бер тәүлек үткәс, йөҙө генә күренеп, һушһыҙ ятҡан Ғәбделәхәтте табып, тупраҡ өйөмөнән ҡаҙып алалар. Ауыр яраланып, күп ҡан юғалтҡан яугирҙе госпиталгә оҙаталар. Ләкин был ваҡытта инде уның тыуған ауылына “ҡара ҡағыҙ” китеп өлгөргән була. (Әйткәндәй, ауылға ағалары Ғабрахман менән Әхмәтсадиҡтың да үлем хәбәре килә ул ваҡытта). Госпиталдә дүрт айға яҡын дауаланып ятҡандан һуң, Ғәбделәхәтте тура Ташкент ҡалаһына, хәрби училищеға ебәрәләр. Ләкин Ватан өсөн ҡанлы алыш барғанда, түҙеп тороп буламы ни – Ғ.Багаев фронтҡа ебәреүҙе һорап, рапорт артынан рапорт яуҙыра. Ниһайәт, уның теләген ҡәнәғәтләндерәләр. 1943 йылдың көҙөндә ул тағы ла фронҡа китә. Илбаҫарҙарҙы илдән ҡыуыуҙа, Польша, Чехославакия ерҙәрен дошман ҡоллоғонан азат итеүҙә ҡатнаша. Тәүге наградаларына I дәрәжә Ватан һуғышы ордены өҫтәлә. Тағы ла ике тапҡыр яраланып, госпиталдә ятып сыға.
Ә ҡырыҡ бишенсе йылдың 29 апрель көнөн Ғәбделәхәт ғүмерендә лә онотмаҫ.
Көнсығыш Пруссияла бәләкәй генә ҡаланан алыҫ булмаған ҡалҡыулыҡта урынлашҡан артиллерия батареяһына дошмандың ҡамауҙа ҡалған ҙур ғына төркөмөн юҡ итеү бурысы ҡуйыла.
Нисек тә ҡамауҙы йырып сығып, үҙҙәренең төп көстәренә ҡушылырға маташҡан фашистар өйөрө атака артынан атакаға ташлана. Шулай ҙа гвардиясылар ҡаһармандарса алыша. Ҡалҡыулыҡ итәген немец һалдаттарының мәйеттәре ҡаплай. Ҡайҙа ҡарама танк, автомашиналар дөрләп яна.
Оҙон көн буйы барған был алышта беҙҙең артиллеристарҙың да сафтары ныҡ һирәгәйә. Кискә табан ҡалҡыулыҡта орудиеһы менән бер үҙе тороп ҡала Ғәбделәхәт. Бер нисә урындан яраланыуына ҡарамаҫтан, үҙе ҡороп, үҙе тоҫҡап атыуын дауам итә. Инде снарядтары бөткәс, өҫтөнә ажғырып килгән, һуңғы фашист танкыһына гранаталар бәйләмен тондора ла ҡанһырап, ергә ауа…
Иртәгеһен ҡаһарман яугирҙәрҙе ҡалҡыулыҡ түбәһендә ҡаҙылған туғандар ҡәберлегенә ерләйҙәр. Тик санинструктор белорус ҡыҙы Аня өҙөлөп һөйгән Ғәбделәхәтен генә ҡара ер ҡуйынына төшөрөргә ирек бирмәйенсә, күкрәгенә ятып, һулҡылдап илай. Шул саҡ уның һиҙгер бармаҡтары Ғәбделәхәттең беленер-беленмәҫ кенә булып типкән пульсын тойоп ҡала. Ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәй, аптырап ҡалған ҡыҙ, ярһып типкән йөрәген тыйып: “Тере.., те-ре!”, - тип ҡысҡырып ебәрә. (Ошо алышта ҡатнашҡан бөтә яугирҙәр ҙа хөкүмәт наградаларына, ә Ғ.Багаев Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителәләр. Ләкин документтарҙы алып китеп барған майор машинаһы менән минаға эләгеп (был да яҙмышмы?) һәләк була, ҡағыҙҙары ла янып юҡҡа сыға).
Йәшәү менән үлем араһында ятҡан яугирҙе тәүҙә ялан, һуңынан Лодзь ҡалаһындағы госпиталгә оҙаталар.
Бик оҙаҡ алыша әжәл менән Ғәбделәхәт. Шулай ҙа йәш, көслө организм еңә. Ләкин уның һул ҡулын беләктән юғары киҫеп ташларға тура килә.
Мөхәббәт утында янған санинструктор ҡыҙ яралы һалдатты госпиталгә тиклем оҙатып бара һәм аҙаҡ шунда эшкә урынлаша. Тик йөрәкте бүлгеләп булмай шул…Егет күңелендә күптән инде үҙ ауылында өҙөлөп көткән һөйгәне Райхан урын алған була…
Гвардия сержанты Ғ.Багаев туғыҙ ай дауаланып ятып, 1946 йылдың ғинуарында тыуған төйәге Батырға әйләнеп ҡайта.
Һуғыш үҙе килеп етмәһә лә, ялҡыны ныҡ көйҙөргән ауылдарында ял итеп ятырға тура килмәй һалдаттарға. Улар бөтә көстәрен һалып, бик ныҡ зыян күргән хужалыҡтарҙы аяҡҡа баҫтырырға тотона.
Ғәбделәхәт тә ҡулынан килгәнсә үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Федоровка ауылында асылған бер йыллыҡ курста уҡып,колхозда хисапсы, аҙағыраҡ келәт мөдире булып эшләй. Һөйгән йәре Райхан менән ҡауышып, матур ғына донъя көтөп алып китәләр. Башта ҡыҙҙары, унан улдары тыуа.
Ләкин тормош тағы бер рәхимһеҙлек күрһәтә Ғәбделәхәткә – 1951 йылда өсөнсө баланан Райханы вафат була. Ул башта ҡатынын, ә бер аҙнанан әсә һөтөнөң тәмен дә белмәй күҙҙәрен йомған сабыйын ерләй.
Был ҡайғыларҙы нисек кенә ауыр кисермәһен, тормош дауам итә, үҙ талаптарын ҡуя – Ғәбделәхәт яңынан өйләнә. Тағы ла бер улы һәм бер ҡыҙы донъяға килә. Аҡрынлап йылдар үтә тора. Ил яралары менән бергә Ғәбделәхәттең дә тән, йөрәк йәрәхәттәре уңала, тормошо ла яйлана…
1957 йылдың июль иртәһе. Тура атына атланып Ғәбделәхәт бесәнселәр янына ашыға. Баш осондағы ниндәйҙер шомло бер нисә ҡара болот киҫәген иҫәпкә алмағанда көн ярайһы уҡ аяҙ, тип әйтергә була. Ғәбделәхәт Ашҡаҙар йылғаһын кисеп сығып, Ҡаран туғайына төшә торған тау һыртына күтәрелә һәм…дәһшәтле йәшен утынан көйөп, аты менән бергә ергә ауа…
Былай тип һөйләй торғайны Ғәбделәхәт бабайым:
– Тревога буйынса йүгерешеп орудиелар янына сыҡтыҡ. Тиҙ генә яҡындағы һарайҙан аттарҙы сығарып, егергә тотондоҡ. Ездовойыбыҙ шунда ҡабаланып, дилбегәләрҙе онотоп ҡалдырған. Мин йүгерә һалып шулар артынан һарайға инеп киттем һәм…ҡолаҡ тондорғос көслө шартлау яңғыраны. Сығыуыма, иптәштәремдән һәм аттарҙан бер нәмә лә ҡалмағайны…
…Бер саҡ шулай ни өсөндөр штабҡа саҡырҙылар. Төн ҡараңғы, етмәһә, фашистар бер туҡтауһыҙ ауыр артиллериянан бомбаға тота. Көскә эҙләп таптым штаб урынлашҡан йортто. Эскә уҙмаҡсы ғына инем, ниндәйҙер санитарка ҡыҙ ауыр яралы һалдатты яҡындағы машинаға мендерергә ярҙамлашыуымды һораны. Шуларға табан биш-алты аҙым да атларға өлгөрмәнем, көслө ут өйөрмәһе мине әллә ҡайҙа алып ташланы. Иҫемә килеп, күҙемде асһам, алдымдағы йорт урынында тәрән соҡор хасил булған…Күрәһең, фәрештәм һәм был мине һаҡлаған…- Ул, һуғышҡа киткәндә атаһы доға яҙып муйынына таҡҡан һәм әйләнеп ҡайтҡас ҡына сискән (ниңә генә систе икән, тип уйлап та ҡуяһың) бетеүен, ҡәҙерләп һаҡлаған һандыҡ төбөнән һаҡ ҡына алып, беҙгә күрһәтә.
Бына шуғалыр ҙа, нисә тапҡыр үлем менән осрашып, уны еңеп сығып, ут-дауылдар аша үтеп, һыңар ҡулын ҡалдырып тыуған еренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтып та, тыныс тормошта аяҙ көндө ҡәһәрле йәшен утынан һәләк булған бабайымдың яҡты образын күҙ алдыма килтерһәм, ҡолаҡ төбөндә әленән-әле йөрәк түренән сыҡҡан ниндәйҙер әрнеүле: “Яҙмышмы был?!” – тигән һорау ҡабат-ҡабат яңғырап китә…
"Башҡортостан" гәзите сайтынан
Фото Гузель Кудашева