Ләйсән – тамырҙары менән Әбйәлил районының Күсем ауылынан, мәктәп йылдары Белорет ҡалаһында үтә. Каникулдарында олатай-өләсәйҙәрендә булырға ярата ул. Тәбиғәт ҡосағындағы һәлмәк кенә ауыл тормошо. Ҡала балаһы өсөн һарығы-һыйыры, тауыҡ-ҡаҙы ла ҡыҙыҡ. Бигерәк тә көтөү киткәнен ҡарап ҡалыу оҡшай, шуның өсөн тәмле йоҡоһон йәлләмәй, таң менән тороп ултыра ҡыҙсыҡ. Ана, көтөүсе, сыбыртҡыһын шартлата-шартлата, мал-тыуарҙы бөтә ауыл буйлап йыя ла яланға ҡыуа. Бынау тәҙрәләрҙең береһенән кескәй балаҡайҙың үҙен мөкиббән китеп күҙәткәнен белмәй ҙә ул. Ә Ләйсәндең яланғас аяҡтарын урындыҡҡа йәйелгән кейеҙ иркәләп ҡытыҡлай, рәхәт кенә итеп сәнсеп тә ала. Ошо кейеҙ ҙә, һутлы үлән утларға ашыҡҡан бәрәстәр ҙә бер мөғжизә булып тойола...
Бала саҡтың тағы ла бер хәтирәһе: бәләкәс Ләйсән Тайба исемле оло өләсәһенән гел генә сәскә төшөрөүен үтенә. Уныһы, ҡырҡ эшен ҡуйып, альбом битенә ҡусҡар биҙәге төшөрә лә ҡырҡып бирә... Мәктәптә уҡыған сағында тартҡы, мендәр тышы, таҫтамалдар сиккәндә, таҡталарға һүрәт төшөргәндә шул биҙәкте һынландырырға ярата ул. Ә Башҡортостан тарихы, әҙәбиәте, мәҙәниәте дәресен уҡытҡан әсәһе ҡыҙының эштәрен үҙе ойошторған башҡорт мөйөшө – тирмәне биҙәгәндә ҡуллана.
Атаһы ла, әсәһе лә – уҡытыусылар. Ләйсән дә улар юлынан китергә теләй. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-графика бүлегенә уҡырға инә. Бында һүрәт төшөрөүҙән тыш тегеү, сигеү, туҡыу, ҡурсаҡ эшләү, ҡорама ҡорау, туҡымаға һүрәт төшөрөү менән шөғөлләнә. Бигерәк тә орнаменттарҙы яҡшылап өйрәнә. Университетта Кейеҙ үҙәге тап ошо йылдарҙа ойошторола, тик ул программаға инмәгән әле, Ләйсән унда эшләгән төркөмгә эләкмәй. Диплом эшен факультеттың деканы Тәлғәт Мәсәлимов (кейеҙ үҙәген булдырыусы ла – тап ул) етәкселегендә башҡара. Драп һәм буҫтауҙан декоратив панноның һәр биҙәге – ниндәйҙер мәғәнә аңлатҡан орнамент. 2006 йылда панно «Хәбәр» халыҡ-ара проектында ҡатнаша һәм Мәскәүҙә Рәссамдар йортонда күргәҙмәгә ҡуйыла.
Дипломлы белгес үҫмерҙәр клубына методист булып эшкә урынлаша. Тап ошо йылдарҙа күргәҙмә ойоштороу, конкурстарҙа ҡатнашыу нескәлектәренә төшөнә, өс йыл эсендә ете грант отоуға өлгәшә. «Аҡсарлаҡ» клубында өҫтәлмә белем биреү педагогы булыу ҙа күп нәмәгә өйрәтә: инвалид балаларҙың өйҙәренә барып, һындар әүәләү, һүрәт төшөрөү, театрлаштырылған тамаша күрһәтеү төрлө ҡатлам кешеләре менән аралаша алыу, тормошто танып белеү өсөн ҙур өлөш индергәндер.
Кейәүгә сыҡҡас, йәшәү урыны үҙгәрә, автобустар алмаштырып йөрөү уңайһыҙлығы яҡындараҡ эш урыны эҙләтә – Ләйсән Өфө ҡалаһының 2-се балалар художество мәктәбенә килә. Бәләкәстәр менән бергәләп баҫҡан тәүге кейеҙ балаҫтары Өфөлә, Санкт-Петербургта абруйлы халыҡ-ара конкурстарҙа яҡшы баһа алыуы дәртләндерә.
– Балалар менән эшләү күңелле, ниндәйҙер проектты күмәкләп башҡарыу байрамға әүерелә. Уларҙың ихласлығы, матурлыҡҡа ынтылышы, бер ҡатлы тәбиғилеге үҙемде тәрбиәләй, яңы идеяларға этәрә. Кейеҙ буйынса диплом яҡлаған уҡыусылар ололар менән бер рәттән күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Киләсәктә рәссам, технолог, дизайнер булырға теләгәндәре лә бар арала, – ти Ләйсән Ирек ҡыҙы. – Уҡыусыларҙың эштәрен бергә йыйып, Өфө китапханаларында йыл һайын «Кейеҙ мөғжизәләре» тигән күргәҙмә ойошторабыҙ. Ә бит республикала кейеҙ баҫыу менән шөғөлләнгән профессиональ рәссамдар ҙа байтаҡ. Мин уларҙы бергә туплау теләге менән яна башланым. Гранттарға биреп ҡараным, әммә үтмәнем, пандемия осоронда халыҡты бергә йыйыу мөмкин булмауы ла сәбәп булғандыр, бәлки, быға. Ә 2021 йылда М.В. Нестеров исемендәге башҡорт дәүләт художество музейының «Ижад» күргәҙмә залында «Кейеҙфест» республика асыҡ нәфис кейеҙ фестивале үткәрергә рөхсәт иттеләр. Ул VI Бөтә донъя фольклориадаһына арналған иң сағыу сараларҙың береһе ине.
....
Кейеҙ мөғжизәһе тамам әсир иткән Ләйсәнде. Ҡасандыр ата-бабаларыбыҙҙы ҡышҡы һыуыҡтан, йәйге эҫенән һаҡлаған боронғо шөғөл яңынан-яңы нескәлектәре менән асыла, заманса яңғыраш ала. «Эштәремдә контраст төҫтәрҙе ҡулланам, иң яратҡаным – халыҡта киң таралған аҡ, ҡыҙыл, ҡара. Кейеҙҙе орнаменттар, йәнлек һәм ҡоштарҙың стилләштерелгән һүрәттәре менән биҙәйем. Башҡортта һәр биҙәктең мәғәнәһе, «шифры» бар», – ти ул.
Яратҡан орнаменты – ҡусҡар. Тормош, йәшәйеш символы. Был ғәжәп биҙәктең тылсымы һүрәттәр аша һеҙҙе лә ҡанатландырһын, тормошоғоҙҙо биҙәһен, дуҫтар!
Гөлшат ҠУНАФИНА.