Ғәҙәти көн тәртибен тотоғоҙ. Көндәлек эшмәкәрлек — киске аш әҙерләү, эштә отчет биреү, яҡындарың менән һөйләшеү — тормошоңдо контролдә тоторға ярҙам итәсәк.
Башҡалар тураһында хәстәрлек күр. Әңгәмәсегеҙҙең дә борсолоу кисереүе һәм ярҙамға мохтаж булыуы ихтималлығын онотмағыҙ.
Балаларға иғтибарлы булырға кәрәк. Балалар өлкәндәрҙең эмоциональ торошона бик һиҙгер. Өлкәндәр ни тиклем тынысланһа, бала ла шул тиклем тынысыраҡ булыр.
Ололарға иғтибарлы булырға кәрәк. Уларға ярҙам итеү күп нәмәнең үҙеңә бәйле булыуын тойорға ярҙам итер.
Аралашыуҙы, спортты, мауығыуҙарҙы иғтибарһыҙ ҡалдырма. Быларҙың барыһы ла борсолоуға, ҡурҡыуға тотонолған энергияны тулыландырасаҡ.
Мәғлүмәт гигиенаһын күҙәтеп бар. Мәғлүмәт ағымына сумыу борсолоу кимәленең күтәрелеүенә килтерә, әммә уны бөтөнләй иғтибарһыҙ ҡалдырма. Алтын урталыҡты һаҡлау мөһим.
Яуаптарҙы Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының ашығыс психологик ярҙам үҙәге әҙерләне.
Фото А. Королев