+30 °С
Болотло

Ғәҙеллек, хәстәрлек һәм ихтирам

Һалдат әсәләре хаҡында

Ғәҙеллек, хәстәрлек һәм ихтирамҒәҙеллек, хәстәрлек һәм ихтирам
Ғәҙеллек, хәстәрлек һәм ихтирам

Ейәндәр хаҡына

Гүзәлиә Әхмәҙетдин ҡыҙы – махсус хәрби операция батыры Илнур Кәрим улы Хисаметдиновтың әсәһе. Ул Бишбүләк районы Көнгәр-Мәнәүез ауылы мәктәбендә 37 йыл уҡытыусы булып эшләй. Бөгөн хаҡлы ялда һәм, улын юғалтҡандан һуң, районда «Ватанды һаҡлаусылар» фондының социаль координаторы булып тора. Маҡсаты – улдары, ирҙәре һәләк булған ғаиләләргә, балаларын эҙләгән әсәләргә ярҙам итеү. Ә улы тураһында ул үткән заманда һөйләй алмай, иҫтәлектәре бөгөнгөләй яҡты һәм йылы:

– Илнурым бәләкәйҙән ҡыҙыҡһыныусан, теремек малай ине, бөтә нәмәне лә белгеһе килде. Иртә ҡул араһына инде. Атайыбыҙ водитель, улыбыҙ уға эйәреп йөрөп, 6-7-се кластарҙа әллә ниндәй техниканы ла тиреп-йыя алды.

Өйләнде, үҙ ҡулдары менән өй төҙөп сыҡты. Йортон уңайлы итеп проектланы. Ҙур машина һатып алып, Ҡырымға төҙөлөшкә китте. Шулай бер нәмәне лә бер кемдән көтөп ултырмаған, йүнсел, тырыш, өлгөр булды ул.

Гүзәлиә ханымды ҡайғы аямай. Ул башта ирен, унан ярты йылдан улын ерләй. Ер аяҡ аҫтынан киткәндәй була. Әммә ҡатын был хәсрәттәрҙе ҡыҙы һәм дүрт ейәне хаҡына күтәрергә кәрәк икәнде аңлай. Кәртә-ҡураны тергеҙеп, мал һатып ала, шул тереклегенә әүрәй. Ауылда волонтерҙар хеҙмәтен ойоштороп ебәрә, хәрби операция зонаһына ярҙам йыя, оҙата. Яугирҙәрен  юғалтҡандарға  мәғлүмәттәр эҙләшә, рухи терәк булырға тырыша. Бына шундай ҡаһарман әсә ул!

 

«Бөтәһе  лә улай булдыра алмай!»

Яңауыл районы Иҫке Вәрәш ауылында йәшәй Роза Хәбибйән ҡыҙы Нәсибуллина. Хәрби ҡатыны булып, егерме йыллап ғүмерен гарнизондан-гарнизонға күсенеп йөрөп үткәргән. Хатта бер мәл үҙе лә Кострома өлкәһендә элемтәсе булып хеҙмәт итеп ала. Ата менән әсәгә ҡарап, улдары ла ошо юлды һайлай.

Рәсәй Геройы Игорь Нәси-буллиндың әсәһе ул Роза апай. Игорь Кемерово кадет корпусын тамамлай һәм Татарстандың Ҡазан ҡалаһындағы юғары танк училищеһына уҡырға инә. Егеттең хәрби әҙерлеге, тәртибе һәм илһөйәрлеге буйынса училищенан да, хеҙмәт иткән еренән дә маҡтау хаттары ғына килә. Йәш танкист ата менән әсәнең ғорурлығы була.

– Махсус хәрби операцияның тәүге көндәрендә үк  юлландылар. 2022 йылдың 24 февралендә таңғы 4-тә ул сик буйында ине, – тип һөйләй Роза Хәбибйән ҡыҙы улы ха-ҡында. – Харьков өлкәһе Балаклея районы тирәһендә. Тәүге ҡаты бәрелештәрҙең эсендә булды балам. Яҙа-йоҙа бәйләнешкә ингәндә беҙҙе тынысландырҙы: «Ҡурҡмағыҙ, барыһы ла яҡшы булыр, конфликт хәл ителер, мин ҡайтырмын». 29 март көнө һәләк булды ла...

Нәсибуллиндар ғаиләһе ҡайғынан шаңҡып ҡала. Ә бит хәрби операцияға

юлланыр алдынан бер ай элек кенә Яңы йылға ҡайтып киткән була егет. Буласаҡ кәләше менән. Август айына туй һөйләшәләр. Тик йөҙәрләгән-меңәрләгән кешеләрҙең яҙмышын борған һуғыш һәләкәте йәш танкист, рота командиры Игорҙең дә киләсәккә ҡоролған ҙур пландарын, матур хыялдарын һәм яҡты өмөттәрен өҙә.

– Нисек кенә ауыр булмаһын, мин улым менән ғорурланам, – тип, күҙ йәштәрен һөртөп, башын юғары күтәрә Роза ханым. – Бөтәһе лә улай булдыра алмай! Күпме ир-егет бөгөн яуға киткәндәрҙең, һәләк булғандарҙың күләгәһенә ышыҡланып йәшәй. Тик минең уйымса, ил хәрби операция хәлендә саҡта, ирҙәр хәрби көс эсендә булырға тейеш. Күмәкләп ҡалҡынғанда ғына Еңеү беҙҙең яҡта булыр.

«Эте һаман көтә...»

Ольга Александровна Пешкованың ата-әсәһе Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфөгә күсенгән тыл хеҙмәтсәндәре була. Үҙе иһә бар ғүмерен баш ҡаланың 86-сы мәктәбендә балалар тәрбиәләүгә арнай. Улы Антон да ошо белем усағында, әсәһе ҡулында уҡый. Унан армия хеҙмәтен үтә, 2007-2008 йылдарҙа Абхазия-Грузия хәрби конфликтында ҡатнаша. 2014 йылда инде улар әсәле-уллы Иглин районына күсә, егет «Энергетик» заводында бригадир булып эшләй.

Антон Пешков 2022 йылдың көҙөндә, ҡыҫҡа ваҡытлы контракт төҙөп, махсус хәрби операцияға юллана, 76-сы Псков гвардияһы десант-штурм дивизияһында хеҙмәт итә. Шул уҡ йылдың 28 декабрендә хәрби задание үтәгән ваҡытта алған ҡаты яранан һәләк була. Гвардияның кесе сержанты Антон Александрович үлгәндән һуң «Батырлыҡ өсөн» һәм «Генерал Шайморатов» ордендары менән бүләкләнә. Әсәһе әйтеүенсә, егетте өйҙә тоғро эте һаман көтә.

Ольга Александровна шулай уҡ ҡайғыһын кешеләр араһында булыу менән баҫа. Ул үҙе шундай асыҡ, ихлас ҡатын. Әүҙем тормош алып бара, спорт менән мауыға. Улдары махсус хәрби операцияла һәләк булған әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә, һәр береһен йыуатырҙай дөрөҫ һүҙ таба алған һәм был һүҙгә хоҡуғы булған әсә.

Ғәҙеллек, хәстәрлек һәм ихтирам
Ғәҙеллек, хәстәрлек һәм ихтирам
Ғәҙеллек, хәстәрлек һәм ихтирам
Ғәҙеллек, хәстәрлек һәм ихтирам
Автор:Миляуша Кагарманова
Читайте нас