-18 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

ИШМОРАТ ХӘҘРӘТТӘН КӘҢӘШТӘР йәки Ураҙа тотоуҙы еңеләйткән ҡайһы бер изге "хәйлә"

Иң тәүҙә шуны аңлатып китәйек: ғәрәп телендә “хәйлә” тигән һүҙ гел насар мәғәнәлә генә ҡулланылмай. Ул “сара”, “ысул” тигәнгә лә тура килә. Мәҫәлән, Йәғҡүб Әл-Кинди тигән ғалимдың “Ҡайғынан ҡотолоу хәйләһе” исемле китабы бар.Был ҡыҫҡа ғына яҙмала ураҙа тотҡан ваҡытта кешенең хәлен еңеләйтә торған бер нисә кәңәш, хәйлә йәки, заманса әйтмешләй, “лайфхак” бирмәксебеҙ.

ИШМОРАТ ХӘҘРӘТТӘН КӘҢӘШТӘР йәки Ураҙа тотоуҙы еңеләйткән ҡайһы бер изге "хәйлә"
ИШМОРАТ ХӘҘРӘТТӘН КӘҢӘШТӘР йәки Ураҙа тотоуҙы еңеләйткән ҡайһы бер изге "хәйлә"

 1) Ураҙа тотҡан ваҡытта һауа торошон белеү – мөһим нәмә. Әгәр көндөң һыуыҡ тороуы көтөлһә, былау кеүек туҡлыҡлыраҡ аҙыҡ ашап, һыуҙы әҙерәк эсергә була, сөнки көндөҙ йылыныр өсөн кешегә туҡ булыу яҡшыраҡ. Ныҡ тирләтмәгәс, һыу, сәй һәм башҡа эсемлектәр ул тиклем кәрәкмәй. Ә көн, киреһенсә, эҫе торһа, ашты шыйығыраҡ итеп, күберәк эсһәгеҙ ҙә ярай. Ләкин (мөһим иҫкәрмә!) үтә күп эсеү ҙә дөрөҫ түгел, сөнки кеше, тирләп, тағы ла нығыраҡ һыуһай ала.

 2) Беҙҙең яҡта ураҙа йәй һәм яҙ миҙгелдәренә тура килгәндә күптәр сәхәр ашынан һуң йоҡларға ята. Ошо мәлдә һаҡ булығыҙ: әгәр ҡояш нурҙары төшкән йылы урында йә үтә ҡалын юрған аҫтында оҙаҡ йоҡлаһағыҙ, һыуһап килеп торасаҡһығыҙ, ә кискә тиклем тағы әллә нисәмә сәғәт түҙергә кәрәк! Шуға йоҡлағанда тирләмәҫкә тырышығыҙ.

 3) Ҡайһы бер ризыҡтар ныҡ һыуһата: балыҡ (етмәһә, тоҙло булһа), ҡәһүә, шәрбәтле тәм-том, ныҡ майлы аҙыҡтар. Ураҙа ваҡытында бының кеүек нәмәләрҙе ифтарҙа ашаһағыҙ ҙа, сәхәр ваҡытында уларҙан тыйылып тороғоҙ.

 4) Ураҙа тотҡан ваҡытта бик мөһим нәмә – кешенең ғәзимәте (русса – “настрой”). Әгәр ул үҙен йәлләп: “Аһ, ҡасан ғына ашайым инде, ҡасан эсергә була инде...” – тип уйланып йөрөһә, ураҙа бик ауыр тойоласаҡ. Әгәр инде: “Был ғына нимә ул, ҡайһы бер кешеләр дауаланам тип кенә лә 24 сәғәт буйы ашамай, мин дә түҙермен әле”, – тип, үҙен дәртләндерә белһә, уның тәне лә ошо “бойороҡтар”ға итәғәт итә башлай.

 5) Ураҙаны ҡыйынлаштырған тағы бер насар ғәҙәт – ифтар ваҡытын көтөп, эшһеҙ “ыҙалап” ултырыу йә ятыу. Киреһенсә: “Ураҙа бөтөүгә ике сәғәт кенә ҡалды, ошо нәмәне эшләп өлгөрһәм ине”, – тип, ең һыҙғанып ниндәйҙер оло ғына эште башлап ебәрергә кәрәк. Мәҫәлән, күрше ауылға эш буйынса барып ҡайтыу, утын ярыу һәм башҡаһы. Шулай итеп, ниндәйҙер эш өҫтөндә йөрөп, ваҡыт үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалаһың.

 6) Файҙалы хәйләләрҙең тағы береһе – тәнеңдең “ҡурҡаҡлығы”н баҫтырып, уны ҡыйыныраҡ хәлдәрҙә сыныҡтырыу. Мәҫәлән, быға тиклем: “Көнө буйы асығырмынмы икән?” – тип, ике-өс тәрилкә ашай торған булһағыҙ, бөгөн әҙерәк ашап, әҙерәк эсеп йөрөп ҡарағыҙ. Үҙегеҙ аңларһығыҙ – бер ниндәй ҙә ҡыйынлығы юҡ. Тора-бара сәхәрҙә бер финик һәм бер стакан һыу менән сикләнеп булыуын аңларһығыҙ. Тәнде ҡатыраҡ шарттарға өйрәтеүҙең тағы ла бер сараһы – башҡа кешеләр “ураҙала быны эшләп булмай ул” тигән нәмәләрҙе башҡарып ҡарау (утын ярыу, бесән сабыу һ.б.). Әлбиттә, һаулыҡҡа зыян килергә тейеш түгел, ләкин кешенең тәне һеҙ үҙегеҙ ҙә белмәгән ауыр эштәргә һәләтле, тик беҙ үҙебеҙҙе йәлләргә яратабыҙ шул...

 7) Әгәр ураҙа ваҡытында көн бик эҫе тора, ә һеҙ ауыр эш башҡарырға мәжбүрһегеҙ икән, ул эште иң эҫе мәлгә тура килтермәгеҙ – йә иртәнге һыуығыраҡ ваҡытта, йә ҡояш баш осонан үтеп байыу яғына киткәс эшләгеҙ.

 8) Йыш ҡына кешеләр: “Ураҙа ваҡытында ныҡ һыуһата, шуға тота алмайым”, – тип зарлана. Һыуһынды баҫтырыуҙың еңел бер ысулы – һыу инеп сығыу. Ураҙа көнөндә ипләп кенә, ауыҙға һыу керетмәй, йылғаға, күлгә йә душҡа инеп сыҡһаң һәм тәнеңде һыуытып алһаң, һыуһын баҫыла.

Ғөмүмән, быға оҡшаш “хәйләләр”ҙе белмәһәк тә (элек мосолмандар ошондай күнекмәләрҙе “риядәт” (رياضة) тип атаған, ләкин хәҙерге заманда риядәтте күп кеше “спорт” тип кенә аңлай), беҙ шуға инанғанбыҙ: ураҙа – ул ғибәҙәт, ә ғибәҙәт, ни тиклем ауыр булмаһын, кеше өсөн изге нәмә. Ураҙа тотоп йөрөгән ваҡыттың һәр секунды бөйөк ғибәҙәт булғанын аңлап торһаҡ, беҙ бар ауырлыҡтарға ла әҙер булыр инек. Әле һанап киткән нәмәләр физик сәбәптәр булһа, ураҙаның ҡәҙерен белеү – бөйөк рухи фактор, һәм ул һигеҙ түгел, һикһән хәйләнән дә өҫтөн.
"Ғәмәлдәр ниәткә ҡарап", - тигән Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм. Ураҙаны Аллаһ ризалығы өсөн, тип тотайыҡ, ҡыйынлыҡтарға Уның ризалығы өсөн сабыр итәйек — әжерле булырбыҙ, ин шәә Аллаһ.

Ишморат хәҙрәт ХәйбуЛлаһ,
"Ваҡыт!"

Фото А. Королев.

Автор:
Читайте нас