-19 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

“Беҙҙең ғаилә һалдаттары” конкурсына Тыуған илде һаҡлау бурысы

Ҡайтыр көндәре еткәндә генә, 1980 йылдың 21 апрелендә дошман пуляһы уның ғүмерен өҙә. Командирын ҡотҡарам тип, ҡулына гранатаһын тотҡан килеш ауа, дошмандарға бирелмәй, герой булып, даны ғына ҡайта тыуған ауылына.

“Беҙҙең ғаилә һалдаттары” конкурсына Тыуған илде һаҡлау бурысы
“Беҙҙең ғаилә һалдаттары” конкурсына Тыуған илде һаҡлау бурысы

Тыуған илде һаҡлау бурысы ҡағылмаған ғаилә юҡтыр ул. Минең дә өс ҡустым - Кәрим, Урал, Бүләкбай үҙҙәренең Тыуған ил алдындағы бурыстарын намыҫ менән үтәнеләр.
Конкурсҡа бөгөн мин Йәғәфәровтар тураһында яҙам. Йәғәфәров Дамулла Фазулла улы ғүмерен хеҙмәткә арнап, пенсияға сыҡҡансы алыҫ Камчаткала прапорщик булып хеҙмәт итте, һуңғы йылдары Щадринск ҡалаһында йәшәне, хеҙмәтен дауам итте. Тормош иптәшем Йәғәфәров Салауат ике йыл Георгиевкала бик матур, маҡталып хеҙмәт итеп ҡайтҡас, колхозда шофер, инженер-механик булып эшләне.
Йәғәфәров Азамат ҡәйнешем Афғанстанда Кандагарҙа ике йыл хеҙмәт итә, тик ҡайтырға насип булмай. Ҡайтыр көндәре еткәндә генә, 1980 йылдың 21 апрелендә дошман пуляһы уның ғүмерен өҙә. Командирын ҡотҡарам тип, ҡулына гранатаһын тотҡан килеш ауа, дошмандарға бирелмәй, герой булып, даны ғына ҡайта тыуған ауылына. Хеҙмәт итеү осоронда “Батырлыҡ өсөн” миҙалы, күп һанлы маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. Үлгәндән һуң “Ҡыҙыл йондоҙ ордены”, “Яугир-интернационалист” миҙалы бирелә. “Красная звезда” гәзитендә  уның тураһында  "Һуңғы граната" тигән мәҡәлә лә баҫыла.
Уның йөҙөнән бер ваҡытта ла йылмайыу китмәгән, тормошто, туғандарын яратҡан батыр егет ул.
          Нуриман, Райман ҡәйнештәрем дә әрме хеҙмәтендә булдылар. Армиянан ҡайтып, икеһе лә ауыл хужалығы институтында уҡып, агроном, инженер һөнәренә эйә булалар.

Ҡәйнәмдең биш улы ла әрме хеҙмәтендә булғандар, тик ғүмерҙәре генә ҡыҫҡа булды. Йәндәре йәннәт баҡсаларында булып, тыныс йоҡлаһындар яугир һалдаттар. Фирүзә Шәһәретдинованың "Һуғыш ҡорбаны" шиғыры Азамат өсөн генә яҙылған кеүек:

Тимер табут тора әсә ҡаршыһында
Көлөп ҡарай улы рәсемдән,
Әйтерһең дә әйтә: “Һыйпа әле
Һуңғы тапҡыр, әсәй, сәсемдән”.
      Улым Йәғәфәров Наиль Салауат улы ла бер йыл хеҙмәт итеп маҡтау ҡағыҙы алып ҡайтты,и семе 44298-се  хәрби частың почет китабына индерелгән.
Мөмкинселеге, һаулығы булған һәр ир-егет Тыуған ил алдындағы бурысын үтәргә тейеш, был йәһәттән әсәйҙәренең йөҙөн ҡыҙартманылар улдары.
Илгә тыныслыҡ килеп, хеҙмәт итеүсе егеттәребеҙ генә имен ҡайтһындар тигән теләктә ҡалам.

Ҡәмәриә Йәғәфәрова, Бөрйән районы.

Фотолар авторҙың ғаилә архивынан.

“Беҙҙең ғаилә һалдаттары” конкурсына Тыуған илде һаҡлау бурысы
“Беҙҙең ғаилә һалдаттары” конкурсына Тыуған илде һаҡлау бурысы
“Беҙҙең ғаилә һалдаттары” конкурсына Тыуған илде һаҡлау бурысы
“Беҙҙең ғаилә һалдаттары” конкурсына Тыуған илде һаҡлау бурысы
Автор:
Читайте нас