-19 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

“Беҙҙең ғаилә һалдаттары” конкурсына Атайым - ғорурлығым минең!

Мин өс балалы тулы ғаиләлә үҫтем. Иҫ белгәндән алып, атайым миңә һәм ике ағайыма атай ғына түгел, дуҫ та, терәк тә булды. Атайым элек тә әле лә ғаиләбеҙҙә ҙур урын алып тора. Әсәйемә лә ҙур таяныс. Һүзем тап шул, атайым  тураһында ла инде.

“Беҙҙең ғаилә һалдаттары” конкурсына Атайым - ғорурлығым минең!
“Беҙҙең ғаилә һалдаттары” конкурсына Атайым - ғорурлығым минең!

Ул 1970 йылда Әбйәлил районы Таҡһыр ауылында 4-се бала булып донъяға килә. Ауыл бәләкәй булыу сәбәпле күрше ауылға, район үҙәгендәге мәктәптәргә йөрөп укып, 8-се класты тамамлағас, Баймаҡ районы Йылайыр совхоз техникумына уҡырға инә, зоотехник һөнәрен үҙләштерә. Уҡып бөткәс тә әрме сафына алына.
Амур өлкәһе Благовещенск ҡалаһында пограничник булып 2 йыл хеҙмәт юлы үтә. Ул һәр ваҡыт хезмәт иткән йылдарын һағынып, ғорурланып иҫкә ала. Ул һәр саҡ алдынғылар рәтендә була, өлгөлө хезмәт итә. Был турала уның наградалары ла иҫбатлай. Атайым беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ. Ағайымдар һәр вакыт атайымдан өлгө алып, тырыш, эшһөйәр булып үҫтеләр. Әсәйем менән миңә лә иғтибарлы, ярҙам ҡулы һуҙырға тырышып торалар. Ниндәй генә эш, ниндәй генә хәл булһа ла юғалып ҡалмайҙар, бергәләп тиҙ генә хәл итеп, эшләп тә ҡуялар. "Аталы бала - арҡалы бала" - тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер.
      Мин, ҡыз бала булараҡ, күп эштәрҙе әсәйемдән өйрәнһәм дә, ағайымдарға ҡушылып атайымдан да күп нәмәләрҙе ҡызыҡһыныу менән өйрәндем. Атта һыбай йөрөү, мылтыҡтан атыу минең дә яраткан шөғөлдәремә әйләнеп китте. Атайым Тыуған ил алдындағы бурысын ғына үтәп ҡалмаған, ул әлеге көнгә тиклем һаман да беҙҙең өйҙөң, ғаиләнең тоғро һалдаты. Беҙҙе һәр саҡ ҡурсалап, яҡлап, ярҙам итеп, яратып йәшәй. Беҙ ҙә атайыбыҙҙы хөрмәт итәбеҙ, яратабыҙ. Вахта ысулы менән эшләп йөрөүенә ҡарамаҫтан, өйҙәге эштәрҙе лә башҡарырға өлгөрә. Һунар итергә лә вакыт таба. Атайым - ғорурлығым минең!

 

Фото авторҙың ғаилә архивынан.

Автор:
Читайте нас