

Сталинград өсөн алышта, Ленинград блокадаһында ҡатнаша. Волхов фронты составында һуғыша. 1943 йылдың февралендә Йәнбирҙин Миһран Ғимран улы башына ауыр йәрәхәт ала. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң, 1946 йылда, тыуған яҡтарына ҡайта. Ат ҡараусы булып эшләй. Партия ҡайҙа йүнәлтә - шунда йөрөгән. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, һәр ваҡыт үҙ эшен намыҫлы башҡара. Мөхәббәтен осратып өйләнә. Флүрә Сәхи ҡыҙы менән улар ун матур, аҡыллы, тәрбиәле, эшһөйәр бала тәрбиәләй.
Миһран Ғимран улының бик күп наградалары бар. Батырлығы, сыҙамлығы өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы Ордены, “Ленинград өсөн һуғыш иҫтәлегенә”, “Хеҙмәт ветераны” миҙалдары, шулай уҡ 1976 йылда Мәскәүҙә “2-се удар Армияһы ветераны” миҙалы менән наградлана.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Миһран Ғимран улының ете улы: Фәйзулла, Рамаҙан, Әнүәр, Миңнур, Зиннур, Зыя, кинйә улы Ислам - барыһы ла әрме сафында хеҙмәт итәләр. Зыя ағайы әрме сафынан ҡайттып ингән мәлдә уның ҡустыһы Исламды хеҙмәт итергә оҙаталар.
"Иң өлкәне Фәйзулла, 1946 йылғы улы, үҙе лә ете бала атаһы - минең атайым. Өс йыл һалдат бутҡаһы ашай, илен, ерен һаҡлап, иҫән-һау ҡайта. Тыуған Ҡотан ауылында нигеҙ ҡора, кәләш алып, ҡыҙҙар, улдар үҫтерәләр. Уның өлкән улы Ғәзиз Чечен һуғышында ҡатнаша: тәүге йылдарында уҡ ут эсенә инә", - тип яҙа Рзулия Ҡаһарманова.
Миһран Ғимран улының алты улының һәм өс ҡыҙының улдары әрме сафына барып, имен-аман ҡайталар.
Шулай итеп, уның һәр улы, ейәндәре һәм бүләләре ир-егет әрмеләрҙә хеҙмәт итеп, үҙ бурысын үтәйҙәр.
Йәнбирҙин Миһран Ғимран улы хаҡында хәтер беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.
Рузалия Ҡаһарманова. Бөрйән районы.
Фотолар авторҙың ғаилә архивынан.