-19 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

УРАҘАНЫ НИСЕК ТОТАЛАР?

Быйыл, 2026 йылда, Рамаҙан айының беренсе көнө 19 февралгә тура килә. Тимәк, ошо көндән мосолман ҡәрҙәштәр ураҙа тота башлай.   Тәү сиратта ураҙа өсөн фарыз (мотлаҡ) ғәмәлдәрҙе яҙып үтәйек:

УРАҘАНЫ НИСЕК ТОТАЛАР?
УРАҘАНЫ НИСЕК ТОТАЛАР?

-ниәт итеү;
-ашау-эсеүҙән тыйылыу;
-яҡынлыҡ ҡылыуҙан тыйылыу.

 

-Ураҙа тотоу тәртибе былай:

 

-Ураҙа тоторға ниәт итеп, ғөсөл ҡойоноп (йыуынып) ятырға. Был Шәғбан айының һуңғы кисендә башҡарыла, 2026 йылда ул 18 февралгә тура килә.

 

-Иртән ашап-эсеү "сәхәр" тип атала. Уны таң һыҙылғансыға тиклем эсергә кәрәк.
Борон офоҡта ҡыл күренгәнсе сәхәр тамам булырға тейеш, тигәндәр. Хәҙер был йәһәттән еңелерәк - календарҙарҙа сәхәр тамамланыу ваҡыты күрһәтелә.

 

-Сәхәр эсеп бөткәс, ошо доғаны уҡып, ниәтләргә:

 

«Нәүәйтү ән әсуумә Саумә шәһри Рамаҙанә минәл фәжри иләл мәғрибихаалисал лилләәһи тәғәлә»
Мәғәнәһе: «Аллаһы Тәғәлә өсөн ниәт ҡылдым Рамаҙан айының ураҙаһын тотор өсөн таң ваҡытынан башлап ҡояш батҡансы».

 

Быны "ауыҙ ябыу" тип тә әйтәләр беҙҙә. Тимәк, көн дауамында тәғәм ризыҡ, тамсы һыу эсмәй, тыйылғандан тыйылып йөрөргә ниәт итәһегеҙ.

 

-Аҡшам намаҙына аҙан әйтелгәс (ҡояш байығас), ифтар (ураҙаны тамамлау, йәғни ауыҙ асыу) доғаһы уҡыла:

 

-«Аллаһүмә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүәкәлтү үә ғәлә ризҡыкә әфтартү фәғфирли йә Fаффәрү мәә ҡаддамтү үә мәә әххартү».
Мәғәнәһе: «Эй, Аллаһ, ошо ураҙамды мин Һинең өсөн генә тоттом һәм Һиңә генә иман килтерҙем, Һиңә тәүәккәл ҡылдым, Һинең ризалығың менән ауыҙымды асамын. Эй, гонаһтарҙы ғәфү итеүсе Аллаһы Тәғәлә, минең әүәлге һәм һуңғы гонаһтарымды ярлыҡа».

 

-Ифтар ҡылғанда пәйғәмбәребеҙ финик емеше йә таҙа һыу менән ауыҙ асырға ҡушҡан. Боронғолар өс бармаҡлап семтеп, аҙ ғына тоҙ менән дә аса торғайны. Өләсәйҙәр йөҙөм менән дә ауыҙ аса ине ҡайсаҡ.

 

-Сәхәргә һуңлап ҡалһаң, бер нәмә эсеп-ашамайса ниәт итеп, ауыҙҙы ябып ҡуйыу ҙа яҙыҡ түгел. Әммә һаулыҡҡа зыян итеүе бар, шуны иҫтә тоторға кәрәк.

 

-Тағы шуларҙы иҫтә тоторға кәрәк:

 

-Ашарға бешергәндәме онотолоп китеп семтем аҙыҡ ҡапһағыҙ, йотмай кире төкөрөп һәм Аллаһы Тәғәләнең ярлыҡауын һорарға кәрәк. Теләк булғанда, был көн өсөн өҫтәп ураҙа тотоп ҡуйырға ла мөмкин. Ә бына белә-күрә туҡланыу ярамай.
-Ҡатын-ҡыҙҙар күрем килгәндә һәм бала тапҡындан һуң ураҙа тотмай. Ҡазаға ҡалдырып, һуңынан тамамлап ҡуйыу лазым.
-Ашҡаҙанға йә ҡан тамырына туҡлыҡлы матдәләр яһатыу ураҙаны боҙа. Һаулығығыҙ өсөн былар мөһим икән, ураҙа тотмау хәйерлерәк. Ҡазаға ҡалдырып, һуңынан тоторға, йәки фидиә түләргә була.
-Белә тороп, енси мөнәсәбәткә инеү ҙә ураҙаны боҙа.

 

"Тамаша" журналынан

Автор:
Читайте нас