-19 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

“Беҙҙең ғаилә һалдаттары” конкурсына

Абдуллин Әхмәҙулланың Хәрби диңгеҙ флотында хеҙмәт иткәне һәм зирәклеге арҡаһында бушлатлы булғаны...

“Беҙҙең ғаилә һалдаттары” конкурсына
“Беҙҙең ғаилә һалдаттары” конкурсына

Атайым, Абдуллин Әхмәҙулла Ғибаҙулла улы,  Ейәнсура районы Өмбәт ауылында 1949 йылда тыуған. 1968 йылда хәрби хеҙмәткә алына. Төньяҡ  хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт итә. Ярты йыл Североморск ҡалаһында “учебка” үтә. Ленинградта (Санкт-Петербург) ремонтта торған карапта йыл ярым булғандан һуң Урта диңгеҙ буйлап йөҙә. Атайым машинист булып хеҙмәт итә, улар корабль йөрөшөн тәьмин итә. Һыу аҫты   кәмәләрен хеҙмәтләндерәләр.

Ленинградта әсәһе Ғилминурҙың бер туған ағаһы Хәбибрахман йәшәй. Ул әйҙә улыңды күреп ҡайтырһың, тип апаһын саҡырып ала. Әсәһе килгәс, командование бер аҙна отпуск бирә.

Артабан атайым һөйләгән иҫтәлекле, ҡыҙыҡ мәлдәрҙе яҙып китәм:

“Корабль ремонтта торған мәл. Көндөҙ ремонт эштәре бара, кискеһен һалдаттар ҡарауылда тора. Сварка эштәре күп булғас, кораблде ентекле ҡарап сығыу кәрәк – теге йә был ерҙә осҡон ҡалып, янғын сығып ҡуймаһын. Шулай төнгө ҡарауылда 4 моряк йөрөп ятабыҙ. Радио һөйләп тора. Бер заман башҡортса бейеү көйөн уйнатып ебәрҙеләр. Эх, күңел китте елкенеп, түҙеп тороп булмай бит. Төшөп киттем палуба тыпырлатып. Рәхәтләнеп бейенем. Иптәштәрҙең күҙе дүрт: “Абдуллин, что с тобой”, тиҙәр. Аңлатып бирҙем, был беҙҙең башҡорт халҡының бейеү көйө, тип. Баҡһаң, Башҡортостандан 8 вагон булып Ленинградҡа делегация килгән. Уларҙы ҡаршы алғандағы репортажды радионан тапшырғандар икән”.

“1971  йылды ҡаршы алырға отпускыға ҡайтарырға булдылар мине. Карап Литваның Пионерск портында тора. Отпуск 10 көнлөк, юлға тағы бер 10 көн һорармын тип уйлайым үҙемсә. Замполитҡа барҙым да, "мине бер 20 көнгә ебәрерһегеҙ ул, нам до дома по степи пешком приходится топать, в кишлаках приходится ночевать", тием.  Замполит миңә ҡарап торҙо ла "о, тогда Абдуллин тебя не отпускаем, через 15  дней мы отправляемся в поход",  тимәһенме. Йөрәк жыу итте!" Өлгөрәм ул, килеп өлгөрәм, өйҙә аҙыраҡ булырмын", - тип ҡотолдом!  Кораблдән 12 моряк ҡайтырға сыҡтыҡ. Өйҙә алты көн булдым”.

“Хеҙмәт тамамлап, ҡайтырға йыйынабыҙ. Көндәр йылыта, шуға беҙҙе бушлатһыҙ ҡайтаралар икән.  Ауылда кис клубҡа куртка кейеп сыҡһаң, һин ниндәй моряк, эх-х-х тип уйлайым.

Командирға  "мне без бушлата никак нельзя, по степи долго приходится топать, на ишаках ехать, иногда  на степи ночевать приходится", тигәйнем, "тогда, Абдуллин,  забирай бушлат, остальным сдать бушлаты", тип,  25  моряк араһынан бер мине  бушлат менән ҡайтарҙылар.

 

Атайым өс йыл да бер ай хеҙмәт итә.

Гөлнара Ҡусҡарбаева

Фото авторҙың ғаилә архивынан

“Беҙҙең ғаилә һалдаттары” конкурсына
“Беҙҙең ғаилә һалдаттары” конкурсына
“Беҙҙең ғаилә һалдаттары” конкурсына
Автор:
Читайте нас