-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

“Башҡортостан ҡыҙы” “Ҡатын-ҡыҙ биләмәһе” проектында

“Башҡортостан ҡыҙы” журналы хеҙмәткәрҙәре 18 февралдә Мишкә районында үткән “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе "проекты сиктәрендә “Ҡатын-ҡыҙҙар тауышы" әҙәби ҡунаҡханаһында туған телде һаҡлауға арналған түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашты.

“Башҡортостан ҡыҙы” “Ҡатын-ҡыҙ биләмәһе” проектында
“Башҡортостан ҡыҙы” “Ҡатын-ҡыҙ биләмәһе” проектында

Сараны “Башҡортостан Республикаһы”  Нәшриәт йорто ойоштороп, мари, татар, башҡорт телдәре уҡытыусылары, шағирҙар һәм прозаиктар, “Дружба” һәм “Келшымаш”  гәзиттәре хеҙмәткәрҙәре, район үҙәге һәм ауылдарҙан туған тел проблемаһына туранан-тура ҡағылған ҡатнашыусыларҙы йыйғайны.

Медиа менеджер Әлфиә Байбурина модератор булған түңәрәк өҫтәлдә «Башҡортостан Республикаһы» Нәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире Миләүшә Ҡаһарманова, дәүләт  телерадиокомпанияһы дикторы Флүрә Мурзина, "Чолман" гәзитенең баш мөхәррире Игорь Губаев һәм башҡа ҡатнашыусылар туған телдәр проблемаһының хәҙерге заманда элеккегә ҡарағанда ла киҫкенерәк тороуын билдәләне, балаларҙа туған телгә ҡыҙыҡһыныуҙы нисек үҫтерергә кәрәклеге хаҡында һөйләште.

Ҡатнашыусылар олатай-өләсәй, атай-әсәйҙәрҙең ғаиләлә балалары менән туған телдә һөйләшергә тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Ябай ғына аралашыуҙан башланып, әкиәт-шиғырҙар, гәзит-журналдар уҡыу, мультфильм-кинолар ҡарау, уйындар уйнау аша балаларҙы туған телгә ылыҡтырырға мөмкин тигән һығыстаға килделәр. Ғаиләлә башланған эш, әлбиттә, балалар баҡсаһында, мәктәп, колледж, вуз системаһында ла дауам иттерелә. Ошондай системалы, берҙәм алып барылған хеҙмәт аша ғына туған телдәрҙе һаҡлап ҡалып була тигән фекергә килде түңәрәк өҫтәлдәгеләр.

Сараның Мари тарихи-мәҙәни үҙәктә үткәрелеүе лә символик мәғәнәгә эйә. Был үҙәктең төп бурысы - мари  телен, мәҙәниәтен, тарихын  һаҡлау һәм яҡлау. Флүрә Мурзинаның Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырын уҡып, үҙәктең төп белгесе Алексей Ибулаевтың шиғырҙың мари телендә тәржемәһен бәйән итеүе  туған тел проблемаһының һәр төрлө халыҡта ла актуаль булыуын күрһәтте.

Халыҡ-ара туған телдәр көнө алдынан үткән был һөйләшеү бик урынлы. кәрәкле булды.

Роза Хөснуллина

“Башҡортостан ҡыҙы” “Ҡатын-ҡыҙ биләмәһе” проектында
“Башҡортостан ҡыҙы” “Ҡатын-ҡыҙ биләмәһе” проектында
“Башҡортостан ҡыҙы” “Ҡатын-ҡыҙ биләмәһе” проектында
“Башҡортостан ҡыҙы” “Ҡатын-ҡыҙ биләмәһе” проектында
“Башҡортостан ҡыҙы” “Ҡатын-ҡыҙ биләмәһе” проектында
Автор:
Читайте нас