Римма Ришат ҡыҙы мәктәпте уңышлы тамамлағандан һуң, 2016 йылда БДАУ-ға урман хужалығы факультетына уҡырға инә. 2020 йылдан уҡыуын магистратурала дауам итә. 2022 йылда ер эшкәртеү һәм үҫемлекселек йүнәлешен һайлай һәм әле ул үҫемлектәр селекцияһы һәм биотехнология кафедраһының 4-се уҡыу йылы аспиранты, агроном һөнәрен үҙләштерә.
Бәләкәйҙән үҫемлектәр менән ҡыҙыҡһынған ҡыҙ аспирантураға ингәс тә фән менән шөғөлләнергә ҡарар итә. “Өҫтөнлөк 2030” дәүләт программаһы сиктәрендә “Башҡортостандың көньяҡ урман-дала зонаһы шарттарында хужалыҡ-файҙалы билдәләре менән борсаҡ культураһының тиҙләтелгән селекцияһы” проекты буйынса ғилми эшкә тотона.
Ғилми-тикшереү эштәре Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең ВУЗ-ара кампусында бара. Унда студенттарға уҡыу, фәнни эш, йәмәғәт тормошо һәм ял өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған.
-Университеттың кампустағы лабораторияһында фитотрон камералар урынлаштырылған. Унда беҙ йыл әйләнәһенә борсаҡтың яңы сорттарын сәсеп, тикшереү үткәрәбеҙ. Ялан шарттарында яңы сорт сығарыу өсөн 15 йыл талап ителә. Ә уңайлы климат шарттарында был ваҡыт 5 йыл тәшкил итә. Кәрәкле сорт килеп сыҡҡанға тиклем ул гибрид тип атала. Улар Ғ1, Ғ2 һәм Ғ3 тип билдәләнә. Мәҫәлән, Ғ1 гибридын сығарыу өсөн ялан шарттарында бер йыл кәрәк. Лабораториялағы климат камералары беҙгә был ваҡытты тиҙләтеү өсөн ҙур мөмкинлек бирә.
Ғилми проектты һайлағанда миңә бойҙай, ҡарабойҙай һәм борсаҡ араһынан берәүһен һайларға кәрәк ине, борсаҡ нығыраҡ ҡыҙыҡһыныу уятты. Сәскәндән алып уңыш биргәнгә тиклем ул 3 ай үҫә. Үҫемлектең үҫеш осоронда бөтә булған күрһәткестәрен теркәп барабыҙ. Мәҫәлән, протеин, йәғни аҡһым күләме 25% булырға тейеш. Гибрид тейешле күрһәткестәргә тура килмәй икән, уны артабан икенсе сорттар менән аталандырабыҙ.
Аталандырыу өсөн борсаҡтың “Путник”, “Попов иҫтәлегенә”, “Родник”, “Шишмә” кеүек Рәсәй сорттарын ғына ҡулланабыҙ.
Башҡа үҫемлектәрҙән айырмалы, борсаҡты тик ҡул ярҙамы менән генә аталандырып була.
Сорт килеп сыҡҡас, ул тағы ла 1-2 йыл ялан шарттарында тикшерелә, дәүләт һынауы үтә.
Йәйге осорҙа баҫыуҙа, БДАУ-ҙың Өфө районының Ягодная Поляна ауылында урынлашҡан уҡыу-ғилми үҙәгендә эшләйбеҙ. Ҡояш аҫтында эҫелә сәғәттәр буйы ултырырға ла тура килә. Сәсеүҙе, ғәҙәттәгесә, майҙа башлайбыҙ ҙа август аҙағында уңыш йыйыу була. Ә лабороторияла уңышты йылына 3-4 тапҡыр алабыҙ.
Тикшеренеүҙәр тиҙләтелгән борсаҡ селекцияһы үҫешендә мөһим этап булып тора. Заманса технологиялар ярҙамында үҙебеҙҙең команда менән уҙған йылда ҡиммәтле гибрид комбинацияларын алыуға өлгәштек. Улар киләсәктә яңы юғары продуктлы сорттарҙың нигеҙен тәшкил итәсәк. Яңы сорттар индустриаль партнерҙарыбыҙҙың талаптарына тулыһынса яуап бирә.
2030 йылға тиклем беҙ борсаҡтың 2-3 сортын сығарырға тейешбеҙ, - ти буласаҡ ауыл хужалығы фәндәре кандидаты.
Борсаҡтан тыш, маш тип аталған Азия культураһын, ярауай бойҙайҙы үҫтереү буйынса ла тәжрибәһе бар аспиранттың.
Римманың диссертация эше лә борсаҡ культураһы буйынса. Уңған ҡыҙ киләсәктә үҙ исеме аҫтында юғары продуктлы, беҙҙең климат шарттарына яраҡлашҡан, һыуһыҙ ҙа үҫә алған, ҡоротҡостарға бирешмәгән борсаҡ сортын уйлап сығарырға ниәтләй. Борсаҡ яратыусы гәзит уҡыусыларыбыҙға ул сәсеү өсөн беҙҙең шарттарҙа яҡшы үҫкән Pisum sativum L. исемле борсаҡты һайларға тәҡдим итте. Йәшелсә һәм мал аҙығы сифатында ҡулланылған ҡуҙаҡлы был үҫемлек азот иҫәбенә тупраҡтың уңдырышлылығын да яҡшырта. Борсаҡты ҡара, һелтеле тупраҡлы ергә сәсергә, яҡшы уңыш алыу өсөн тамырҙары сереүгә юл ҡуймаҫҡа кәрәк. Ауырыуҙарға ҡаршы «Фитоспорин» тигән биологик препаратты ҡулланырға мөмкин, тип белдерҙе ул.
Римма уҡыуҙан, эшенән тыш, ауыл хужалығына бәйле төрлө фәнни конференцияларҙа, байрамдарҙа, күргәҙмәләрҙә ҡатнаша, Краснодар, Ырымбур, Мәскәү ҡалаларында стажировкалар, уҡыуҙар үтә, уҡыусылар, студенттар өсөн кампуста экскурсиялар үткәрә, төрлө Рәсәй журналдарында ғилми мәҡәләләр сығара. Бейеүгә лә, йырға ла, спортҡа ла маһир ҡыҙ коллектив исеменән конкурстарҙа ла ҡатнашып, ярайһы уҡ уңыштарға өлгәшкән. Ә ғилми хеҙмәт өлкәһендәге маҡтау ҡағыҙҙарының иҫәбе-һаны ла юҡ. Мәҫәлән, яңыраҡ Вятка дәүләт агротехнология университеты базаһында уҙған конкурста 2-се урын алып, аҡсалата сертификатҡа лайыҡ булған.
Эш буйынса барған ҡалаларҙа махсус хәрби операцияла яраланып, дауаханаларҙа ятҡан райондаш ир-егеттәрҙең хәлен белешеп, күстәнәстәр алып барып китергә лә өлгөрә ул.
Уҡыуҙы тамамлағандан һуң, өлкән ғилми хеҙмәткәр булараҡ университетта эшкә ҡалырға, кампустағы эшен дауам итергә уның иҫәбе.
Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булалыр. Римманың әсәһе Зөлфирә Бүләкбәй ҡыҙы күпләп йәшелсә-емеш, гөл-сәскәләр үҫтереү менән мауыға. Бала сағында уҡытыусы, аҙаҡ табип булырға хыялланған Римма баҡсаларында әсәһенә булышып үҫкәнгәме, күңелемә барыбер ер яҡыныраҡ, тип үҫемлекселекте һайлаған да инде. Тағы ла юғарыраҡ уңыштар яуларға насип булһын уға.