-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

10 февраль Халыҡ-ара түңәрәк өҫтәл булып үтте.

"...Фәнүзә Нәҙершина Тарих тел һәм әҙәбиәт институтында  алмыш ике (!) йыл эшләне: 1962 йылдан алып 2023  йылға тиклем өҙөкһөҙ бер урында хеҙмәт итте..."

10 февраль Халыҡ-ара түңәрәк өҫтәл булып үтте.
10 февраль Халыҡ-ара түңәрәк өҫтәл булып үтте.

10 февраль Халыҡ-ара түңәрәк өҫтәл булып үтте.

10 февраль Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтында күренекле ғалим-фольклорсы, филология фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһы фәндәр Академияһының почетлы академигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Фәнүзә Айытбай ҡыҙы Нәҙершинаның 90 йәшенә һәм һәм Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналған “ЕВРАЗИЯНЫҢ ПОЛИМӘҘӘНИ КИҢЛЕГЕНДӘ ФОЛЬКЛОР: СЫҒАНАҒЫНАН ХӘҘЕРГЕ ЗАМАНҒА ТИКЛЕМ” Халыҡ-ара түңәрәк өҫтәле булып үтте.

Сарала Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Татарстан, Ҡабардин-Балҡар Республикаһынан һәм Башҡортостандан ғалимдар офлайн һәм онлайн сығыш яһаны.

Түңәрәк өҫтәлде филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһы фәндәр академияһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтының баш ғилми хеҙмәткәре Самситова Луиза Хәмзә ҡыҙы ойоштороп алып барҙы.

Тәүге һүҙ техник фәндәр докторы, Башҡортостан Республикаһы фәндәр Академияһының вице-президенты, профессор Даминев Рөстәм Риф улына бирелде, ул Фәнүзә Нәҙершинаның фәнгә индергән лайыҡлы хеҙмәтен юғары баһаланы һәм “Маҡтау ҡағыҙы”н ғалимәнең ҡыҙына тапшырҙы.

Кейекбаев Морат Йәлил улы, социология фәндәре докторы, профессор, БР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты , БР Фәндәр академияһының  социаль-гуманитар фәндәр һәм технологиялар бүлеге академик-секретары Фәнүзә Нәҙершинаның  йәш ғалимдар менән әүҙем эшләүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев Фәнүзә Нәҙершинаның ғилми эшмәкәрлеге башҡорт фольклорының афористик һәм сәсмә жанрҙарын өйрәнеү менән бәйле булыуын билдәләне, ғалимәгә арнап яҙған шиғырын уҡып ишеттерҙе һәм ҡыҙына бүләк итте.

Көнбайыш Ҡаҙағстан инновацион-технологик университетының ғилми эштәр һәм халыҡ-ара бәйләнештәр буйынса проректоры

Халыҡ-Ара мәғлүмәтләштереү академияһының ағза-корреспонденты, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, ассоциацияланған профессор, Жубантаев Изимғәли Нурым улы түңәрәк өҫтәлдәгеләрҙе сәләмләп, юбилярҙы ҡотланы, Фольклор буйынса халыҡ-ара һәм төбәк конференцияларында, симпозиумдарҙа ҡатнашыуын билдәләне, уның фән өлкәһендәге хеҙмәттәренең Башҡортостандан ситтә лә баһалап бөткөһөҙ булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Йосопов Юлдаш Мөхәммәт улы, тарих фәндәре кандидаты, «Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтының социомәҙәни анализ үҙәге етәксеһе, «Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты ғаилмәне ҡоролтай исеменән һәм Евразия халыҡтары исеменән ҡайнар ҡотланы.

 

Фәнүзә Нәҙершина үҙе бәйләнешкә онлайн сыҡты. “Урал батыр” эпосы тәғлимәте аша дуҫлыҡ , татыулыҡ, берҙәмлек тураһында фәһемле һәм кәрәкле һүҙҙәрҙе әйтте. Фольклористиканың үҫеүе өсөн бөтә көсөн һалып, ғүмере буйына хеҙмәт итеүе тураһында бәйән итте, барлыҡ коллегаларына иғтибары өсөн рәхмәтен еткерҙе.

 

Ғалимәнең яҡташы, , филология фәндәре кандидаты, доцент, «Өфө фән һәм технологиялар университетының  Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты деканы Үтәев Айнур Фәнис улы Фәнүзә Нәҙершинаның тап Стәрлетамаҡта юғары белемгә эйә булыуын айырым ғорурлыҡ менән билдәләп үтте һәм юғары уҡыу йортоноң “Маҡтау ҡағыҙы”н ғалимәнең ҡыҙына тапшырҙы.

 

“Башҡортостан энциклопедияһы” хеҙмәткәрҙәре лә ғалимәне тәбрикләп, уның йыр фольклоры өҫтөндә тәрән эшләүен билдәләп, үҙенең дә Юлай Ғәйнетдиновтың “Хазина” тапшырыуында матур, моңло итеп йырлауын да хәтерҙәренә төшөрөп үттеләр һәм  “Мостай Кәрим энциклопедияһын” бүләк ителәр.

 

Ғалимәнең коллегаһы, ҡырҡ йыл бергә эшләгән ғилми фекерҙәше, филология фәндәре докторы, , баш ғилми хеҙмәткәр, Рәсәй Фәндәр академияһы, Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел Һәм әҙәбиәт институтының фольклористика бүлеге мөдире Гөлнур Рәүил ҡыҙы Хөсәйенова Ф. А. Нәҙершинаның хеҙмәт юлына һәм ғилми эшмәкәрлегенә дөйөм экскурс яһаны. Уның ғилми йүнәлештәренә күҙәтеү үткәрҙе: “Фәнүзә Нәҙершина беҙҙең институтта алмыш ике йыл эшләне: 1962 йылдан алып 2023  йылға тиклем өҙөкһөҙ бер урында хеҙмәт итте. Мин институтҡа килгән мәлдә ул “Халыҡ һүҙе” тигән монографияһын сығарғайны, күп тә үтмәне икенсе монографияһы сыҡты. Ә уға тиклем ул томлыҡ эшләү өҫтөндә ултырҙы . Мәҡәлдәр, әйтемдәр, легендалар, риүәйәттәр – ошо өс ҙур томды эшләне ул. “Башҡорт халыҡ ижады” ун һигеҙ томлығы өсөн бер төркөм ғалимдар, шул иҫәптән, Фәнүзә Айытбаевна ла Салауаю Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була. Шул дәүерҙән алып  мин Фәнүзә Айытбаевнаны фәнгә индергән өлөшөнә шаһитмын. Ике меңенсе йылдарҙа ул өр-яңы проект башланы. Башҡорт фольклорының жанрҙары буйынса өс телдә китаптар өҫтөндә эшләне. Иң беренсе Флүрә Килдейәрованың йырҙарын сығарҙы, артабан “Урал батыр”, “Салауат Юлаев” ике томлығы, “Башҡорт халыҡ йырҙары, риүәйәттәре”, “Башҡорт легендалары” – йәмғеһе ете китап эшләне, ҙур хеҙмәт түкте. Үҙе немец телен уҡыһа ла, китаптарын инглиз текстары менән сағыштырып уҡыны. 2015 йылда “Тарихи йырҙар, легендалар” тигән ҙур китап сығарҙы, унда алты йөҙләп легенда ингәйне. Ныҡ төплө хеҙмәт.  2019 йылда “Сал Урал хазиналары” тигән китабы өс телдә сыҡты. 2023 йылда Гөлнар Юлдыбаева менән бергә башлаған хеҙмәтте бер үҙе тамамлап ҡуйҙы. Ә былтыр бөтбеҙҙе лә һоҡландырып, ул тағы ла ике китап сығрып ҡуйҙы. Ҡасандыр ул  телевидениела “Йыр тарихы – халыҡ тарихы” тигән тапшырыу алып барғайны. Шул мәлдә бай материал туплаған булған, гел генә шуны китап итеп сығарырға ине, ти торғайны. Ялға туҡтағас, шул хыялын тормошҡа ашырған. Тағы ла уның бер һоҡланғыс яғы бар: ул шул тиклем шәп, тәжрибәле текстолог. Тикшеренеүсе булараҡ “Халыҡ һүҙе – халыҡ хәтере”, “Халыҡ легендалары, риүәйәттәре” хеҙмәттәрен сығарҙы. Улар барыһы ла әле булһа беҙҙең китапханаларҙа  маҡтауыл урын биләй. Тағы ла Фәнүзә Айытбай ҡыҙын гел коллеткив темаларға ылыҡтырҙылар. “Башҡорт  халҡының тарихы” ике томлығындаа  фольклор бүлеген ул эшләһә, “Салауат Юлаев” энциклопедияһында йөҙҙән ашыу мәҡәләне лә ул яҙҙы. Фәнүзә Нәҙершинаның фәнгә индергән өлөшө бик бай: тау-тау китаптар сығарҙы”, - тип һөйләне Гөлнур Рәүил ҡыҙы.

 Исламов Рәмил Фәнәүи улы, филология фәндәре докторы, Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһының М.Х. Хасанов ис. Татар һәм энциклопедияһы төбәкте өйрәнеү институтының баш ғилми хеҙмәткәре  һәм Нәҙерғолов Миңлегәли Хөсәйен улы, филология фәндәре докторы, баш ғилми хеҙмәткәр, Рәсәй фәндар Академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел Һәм әҙәбиәт институтының әҙәбиәт ғилеме бүлеге мөдире Ф. А. Нәҙершинаның яңы хеҙмәттәре тураһында һөйләп, ентекле анализ эшләп үттеләр.

Татарстан ғалимәләре Мөхәммәтйәнова Лилия Хатип ҡыҙы, филология фәндәре докторы, доцент, Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһы Г. Ибраһимов исемендәге Тел, әҙәбиәт һәм сәнғәт институтының баш ғилми хеҙмәткәре һәм Закирова Илһөйәр Гамил ҡыҙы, филология фәндәре докторы, доцент, Татарстан Республикасы Фәннәр академияһы Г. Ибраһимов ис. Тел, әдәбият һәм сәнғәт институтының баш фәнни хеҙмәткәре, фольклор темаларына бик ҡыҙыҡлы сығыштарын тәҡдим итте.

Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһынан филология фәндәре докторы Әхмәтова Мария Әхмәт  ҡыҙы “Ҡарасәй-балҡар изге теләктәренең функциональ-семантик һәм этномәҙәни характеристикалары” тигән темаға сығышында бик күп алғыштарҙы һанап үтте. Уларҙың башҡорт алғыштары менән дә оҡшаш булыуын билдәләргә була.

Көнбайыш Ҡаҙағстан инновацион-технологик университетының ассоциацияланған профессоры, филология фәндәре кандидаты Абдулманов Алтынбәк Әбүтәли улының “Яҙылмаған традиция контексында эске урҙа жыршы-нуғайҙарының аҙ билдәле риүәйәттәре” темаһына бик ҡыҙыҡлы доклад тәҡдим итте, улар менән башҡорт риүәйәттәре араһында ла параллелдәр үткәрергә була.

Бына ошондай түңәрәк өҫтәлдәр ваҡытында яңы идеялар тыуа, яңы фәнни асыштарға  юл асыла ла инде.

Түңәрәк өҫтәлдә Бишкек музыкаль-педагогия институтының «Комуз» класы буйынса уҡытыусыһы Ирсаҡанова Улҡыз Ҡайназар ҡыҙы ла ҡатнашты, ул үҙенең “Мәҙәни-ара бәйләнештәр һәм диалог шарттарында фольклор традициялары” темаһына докладынан һуң ҡумыҙҙа уйнап та ишеттерҙе, яңғырашы буйынса башҡорт ҡумыҙына бик оҡшаш булыуын билдәләнек.

 

Шулай итеп, башҡорт фольклористикаһына ҙур өлөш индергән Фәнүзә Айытбай ҡыҙы Нәҙершинаның хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. “Башҡортостан ҡыҙы” журналы исеменән күренекле ғалимәне оло юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ныҡлы сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан торған оҙон ғүмер теләйбеҙ.

 

Роза Хөснуллина

 

10 февраль Халыҡ-ара түңәрәк өҫтәл булып үтте.
10 февраль Халыҡ-ара түңәрәк өҫтәл булып үтте.
10 февраль Халыҡ-ара түңәрәк өҫтәл булып үтте.
10 февраль Халыҡ-ара түңәрәк өҫтәл булып үтте.
10 февраль Халыҡ-ара түңәрәк өҫтәл булып үтте.
10 февраль Халыҡ-ара түңәрәк өҫтәл булып үтте.
10 февраль Халыҡ-ара түңәрәк өҫтәл булып үтте.
Автор: Роза Хуснуллина
Читайте нас