-20 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Асҡын үҙәк мәсетенең “Аҡ инәйҙәр” ирекмәндәр төркөмө эшмәкәрлеге

Асҡын үҙәк мәсетенең “Аҡ инәйҙәр” ирекмәндәр төркөмөнә ингән ҡатын-ҡыҙҙар махсус хәрби операция зонаһында булған хәрби хеҙмәткәрҙәребеҙгә әүҙем ярҙам итә.

Асҡын үҙәк мәсетенең “Аҡ инәйҙәр” ирекмәндәр төркөмө эшмәкәрлеге
Асҡын үҙәк мәсетенең “Аҡ инәйҙәр” ирекмәндәр төркөмө эшмәкәрлеге
  • Мәсеткә йөрөгән апайҙар менән МХО башланыу менән ойоштоҡ. Иң беренсе селтәр үреүҙән башланыҡ, башта үҙебеҙҙең өйҙән килтергән материалдар менән эшләнек, һуңынан вайлдберриздан яҙҙырып алып эшләй башланыҡ. Һалдаттарыбыҙ менән һәр ваҡыт элемтәлә торабыҙ. Улар нимә һорай – барыһын да эшләп ебәрәбеҙ. Шәмдәр эшләйбеҙ: парафиндарҙы, консерва банкаларын өйҙән алып килә инек, һуңынан яҙҙырып алдыҡ. Браслеттар үрә башланыҡ. Түбәтәйҙәр, ойоҡбаштар, бәйләбеҙ, билбауҙар, урын кәрәк-яраҡтарын күпләп тегеп ебәрҙек. Сохари киптереп, туҡмас киҫеп оҙаттыҡ. Урындағы фермерҙарҙан йылҡы итен һатып алып, тушенкалар эшләнек. Госпиталдә ятҡан яугирҙәребеҙ өсөн тиҙ кейелеп-сиселә торған эске кейемдәр тектек. Ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышабыҙ, - тип һөйләне төркөмдөң активисы Рәзимә Иванова. - Беҙ ғаиләлә ете ҡыҙ. Етебеҙ ҙә ирекмән. “Шьем , вяжем” тигән төркөм булдырып, яугирҙәребеҙгә бәйләнгән йылы әйберҙәр ебәрәбеҙ, - ти ул.  
    Беҙҙең менән әңгәмәләшкән Мөршиҙә Йосопова менән Зоя Абдуллина ла әле Шайморатов ирекмәндәр төркөмөнә ҡушылыуҙары, музейҙа селтәр бәйләүҙәре хаҡында һөйләп ишеттерҙе.
  • МХО башланғандан алып әүҙем ирекмәнлек эшмәкәрлеген алып барғандары өсөн Асҡын үҙәк мәсетенең “Аҡ инәйҙәр” ирекмәндәр төркөмөнә ингән ҡатын-ҡыҙҙар күп тапҡырҙар "Рәхмәт хат"тары, "Маҡтау ҡағыҙ"ҙары менән бүләкләнгән. Егәрле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ "Башҡортостан ҡыҙы" журналына ла ихлас күңелдән яҙылды.

 

Ғөмүмән, Асҡын ҡатын-ҡыҙҙары бөтә ил менән бергә күтәрелеп, МХО-лағы яугирҙәребеҙгә төрлө яҡлап ҙур ярҙам күрһәтә. Бындай оло терәкле яугирҙәребеҙҙең рухы күтәреләлер, иңдәрендә ҡанаттар үҫеп сығалыр тигән өмөттә ҡалабыҙ.

Роза Хөснуллина

Автор фотоһы

Автор: Роза Хуснуллина
Читайте нас