4 картуф, 200 г – кәбеҫтә, 200 г – Пекин кәбеҫтәһе, 3 ҡалаҡ үҫемлек майы, 1 кишер, 1 башлы һуған, 3 ҡалаҡ кукуруз, 1 теш һарымһаҡ, 1 ҡалаҡ томат пастаһы, 2 лавр япрағы, 0,5 сәй ҡалағы паприка, борос, тоҙ, киптерелгән укроп
Картуфты ҙур булмаған кубиктар формаһында турайбыҙ, кишер менән һуғанды үҙегеҙ теләгәнсә ваҡлағыҙ, кәбеҫтәне һалам формаһында турайбыҙ, һарымһаҡты ваҡлайбыҙ.
Ҡалын табанлы һауыт төбөнә үҫемлек майы ҡоябыҙ, әҙер йәшелсәне һалабыҙ, томат пастаһы өҫтәйбеҙ, лавр япрағы, тоҙ, борос, паприка, укроп, 1-1,5 стакан һыу һалабыҙ. Ҡапҡас менән ябып, 35-40 мину талғын утта бешереп алабыҙ.