Ҡамыр:
150 грамм иретелгән аҡ май
200 грамм ҡаймаҡ
1 йомортҡа
0,5 сәй ҡалағы тоҙ
1 ҡалаҡ шәкәр
0,5 сәй ҡалағы сода
450 грамм он ⠀
Әҙерлек: ⠀ Бөтә шыйыҡ ингредиенттарҙы бутарға, он һалырға, ҡулдарҙан айырылғансы йомшаҡ, һығылмалы ҡамыр баҫырға. ⠀ Һыуытҡысҡа һалырға. ⠀ ⠀
Эслеге: ⠀
700 грамм кәбеҫтә ⠀
1 кишер ⠀
1 һуған ⠀
2-3 аш ҡалағы мәк
50-100 мл һөт ⠀
Тоҙ
Ҡыҙҙырыу өсөн майҙы (ни тиклем күберәк шул тиклем тәмлерәк) ⠀
3 йомортҡа ⠀
Әҙерләү: ⠀
Кишер менән һуғанды ҡыҙҙырабыҙ, кәбеҫтәне ваҡ ҡына итеп турайбыҙ, ҡулы менән ыуабыҙ, һуғанға өҫтәп, артабан ҡыҙҙырабыҙ. Һуңынан мәк, һөт, тоҙ өҫтәйбеҙ, ҡапҡас менән ҡаплайбыҙ һәм әҙер булғансы быҡтырабыҙ. ⠀ Аҙаҡ һөтө бөткәнсе ҡайнатабыҙ, 3 йомортҡа һалабыҙ, шунда уҡ болғатабыҙ. Эслек әҙер!
⠀ Ҡамырҙы 2 өлөшкә бүләбеҙ, әйләндерәбеҙ, табаны майлайбыҙ. Һыуынған эслекте һалабыҙ. Ҡамырҙың икенсе ҡаты менән ҡаплайбыҙ һәм ситтәрен яҡшы итеп бөрәбеҙ.
Фото: Александр Данилин.