-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Фекер табыны Ярһыу, сыҙам һәм талымһыҙ «Йылҡы»лар

Мөсәлдә «ҡаты йыл» тип нарыҡланған Йылҡы йылына аяҡ баҫтыҡ. Беҙҙең халыҡта йылҡы культы бар һәм атты беҙ көслө, сыҙамлы, характерлы, ярһыу йән эйәһе йә иһә талымһыҙ эш көсө итеп беләбеҙ. Башҡорт өсөн тоғро дуҫ та, яуҙаш та, рухташ та, ҡанатлы өмөт тә, уңышҡа илһамландырыусы мөғжизәле ҡөҙрәт тә ул. Боронғо эпостарыбыҙҙа ла был изге хайуан менән кеше мөнәсәбәттәре тәрән психологизм аша һүрәтләнә. Саф энергияны, еңелмәҫ рухты символлаштырыусы Йылҡы карьера үҫеше, яңы проекттар һәм сағыу эмоциялар вәғәҙә итә, ти бит йондоҙнамә лә. Ә бына «йыл хужалары» нисек уйлай икән? Түңәрәк өҫтәл артында – яҙыусы Хаят Сабитова, ғалимә Луиза Кирәева һәм шағирә Гөлнара Хәлфетдинова.   – Хөрмәтле ханымдар, Яңы йыл менән! Быйыл – һеҙҙең йыл. Әйҙәгеҙ, шуны асыҡлауҙан башлайыҡ –  һеҙ ниндәй «ат»: йөк һөйрәүсе, бәйгеләргә сығыусы, өйрәтеүгә күнмәгән йәки өйөр берәмеге?

Фекер табыны Ярһыу, сыҙам һәм талымһыҙ «Йылҡы»лар
Фекер табыны Ярһыу, сыҙам һәм талымһыҙ «Йылҡы»лар

Луиза Кирәева:

– Мин «бәйге аты» түгел. «Тормош – бәйге» тигәнде башҡа төрлө аңлайым. Ул – ғүмер буйы үҙеңде эҙләү. «Өйөр аты» тигәне лә булмышыма тап килмәй. Бер төрлөлөк, һоролоҡ тиҙ ялҡыта, яңы юлдар ҡыҙыҡһындыра башлай.

Ә «өйрәтеүгә күнмәгән ат» тигәнгә башҡорт мәҡәлен миҫалға килтерер инем: «Яҡшы атҡа ҡамсы кәрәкмәй». Ат үҙе ниндәй, йөгө шундай була, ти. Үҙемде «йөк аты» тиер инем. Сөнки, Аллаһҡа шөкөр, эштән бәхет бар. Төрлөсә уйлап ҡарайым: әллә бәләкәй саҡта октябрят, пионер баҫҡыстарын үтеүем менән бәйлеме икән, әллә инде, ысынлап та, йондоҙнамә тәьҫиреме – белмәйем. Әммә эште еренә еткереп үтәмәйенсә, һөҙөмтә күрмәйенсә туҡтамайым.

Хаят Сабитова:

– Ә минән, ниндәй атһың, тип һораһағыҙ –  әйтәйем, йөк аты ла, бәйге юрғаһы ла, һауын бейәһе лә түгелмен. Үҙем өсөн күптән асыҡлағанмын: еңелгә генә егелгән, таҫмалар менән биҙәлгән, ялтыр-йолтор йүгән-ыңғырсаҡлы, бәкәлдәре аҡҡа төрөлгән ҡупшы цирк аты мин. Ысын!

Гөлнара Хәлфетдинова:

– Өйөрҙөкө түгелмен, тик ярайһы күндәм һәм уңайлымын. Әммә сығынлап та китә алам. Ғәм халыҡ, кәрәк булған өсөн йә үҙ именлеген уйлап, берәй ҡара нәмәне хор менән «аҡ» тигәндә, «юҡ, был ҡара» тип кемдер әйтергә тейеш бит инде, шул кешенең мин булыуы ла бар.

– Һеҙҙең ҡарамаҡҡа ат ниндәй мал ул? Унан тағы Йылҡы йылы һынамыштары нимә ти?

Луиза Кирәева:

– Халҡыбыҙҙа «Йылҡы йылын һаҡлыҡ менән ҡаршы ал» тигән һынамышты ишеткәнем бар. Быны тотош йылға түгел, йыл башына ҡарата әйтелгәндер, тип фараз итәм. Ә күҙәтеүемсә, Ат йылдары һәр саҡ бәрәкәтле, уңышлы була ул.

Атҡа бәйле бик ҡыҙыҡлы һынамыш бар: «Яҙын иң элек ҡоро арба күрһәң, шул йыл ябыҡ булаһың, ҡолон күрһәң, ҡолон кеүек һимеҙ, һау-сәләмәт булаһың, имеш». Күрәһең, боронғо замандағы ауыр тормош-көнкүреш шарттары ошондай һынамыштың килеп сығыуына сәбәпсе булғандыр. Беҙҙең яҡтарҙа, атап әйткәндә, Ауырғазы, Әлшәй, Дәүләкән башҡорттарында әле булһа бәлә-ҡазанан, күҙ тейеүҙән һаҡланыу өсөн өй эргәһендәге берәй ҡаҙыҡҡа йылҡы малының баш һөйәген элеп ҡуйыу күренеше осрай. Тимәк, уның һөйәге лә ҡәҙерле. Ат тиренең еҫенән йылан ҡурҡа, тиҙәр. Яланда ҡунырға тура килһә, ятҡан урындарын ҡыл арҡан менән уратҡандар. Төшөп ҡалған ат дағаһын ишек тупһаһына ҡаҡһаң, ул йортҡа бәхет, ырыҫ килтерә, тигәндәр.

...Аттарға бәйле бер фактты уҡып тетрәнгәйнем. Яңылышмаһам, Бәләбәй яҡтарындағы кургандарҙа аттарына ултыртылған килеш батырҙар күмелгән. Ул аттар хужаларын ерләгән саҡта үлтерелгәндәр. Батырҙар менән бергә уларҙың ҡоралдары, әйберҙәре лә күмелгән инде ул...

Гөлнара Хәлфетдинова:

– Эйе, аттарҙың да төрлөһө бар. Атайымдың ажғырып торған көрән Машкаһы, эйәргә ултырып та өлгөрмәйһең, тыжырайып аяҡтан тешләргә ынтыла ине. Тиҙ генә йүгәндең икенсе яғын тартмаһаң – бөттөң, ҡапыл артҡы тояҡтарына баҫһа, йәһәт кенә муйынын ҡосаҡлап ятаһың, баш бирмәй тәпәш тал-муйыл араһына инеп китһә, тәнең һыҙырылмаһын өсөн битте ялына күмеп лыпын һырылаһың. Күрмәгәнде күрһәткән шул атҡа гел мине ултырталар ине бесәндә. Күп илатһа ла, сослоҡҡа өйрәтте Машка. Шул яуызға йәлләмәй, бәләкәй генә килеш мендереп ултыртҡаны өсөн атайыма хәҙер бик рәхмәтлемен.

Үҙгәрештәрҙән, яңылыҡтарҙан ҡурҡмағыҙ, үҙегеҙҙең һиҙемләү тойғоһона таянығыҙ, тип кәңәш бирер инем. Ат – үтә аҡыллы йән, аттарҙың саялығы ла, күркәм сабырлығы ла йоҡһон кешеләргә.

Хаят Сабитова:

– Йылҡы йылдары бәрәкәтле, тотороҡло, әммә шул уҡ ваҡытта көтөлмәгән ваҡиғаларға ла бай булыуы менән хәтерҙә ҡалған. Был йылда, бер нәмәгә ҡарамай, дилбегәне ҡулда ныҡлы тотоп, ышаныслы алға барырға кәрәктер. Ат бер ҡараһаң – күндәм, бер ҡараһаң – сығынсы. Йылҡы ялған яратмай, шуға ғәҙел һәм ихлас булыу мөһим.

– Беҙгә билдәле булған

йөгөгөҙ – ижад. Нисек ул – ауырмы, тигәндәй?..

Хаят Сабитова:

– Мин – цирк аты, тинем бит инде. Ә матур тамаша өсөн күпме хеҙмәт, көс түгелгәнен сәхнә артындағылар ғына белә. Шулай уҡ гел ҡырҡ күҙ алдында йөрөү-йәшәү ҙә еңел түгел. Уның өсөн эске бойондороҡһоҙлоҡ кәрәк. «Кеше нимә әйтер?» – тигән уй-һорау минең башҡа төшкәне лә юҡ, дөрөҫөн әйткәндә. Үҙемә оҡшайыммы-юҡмы – шул мөһим. Ижадҡа ла шулай килдем: үҙем теләгән темаға үҙемә оҡшаған телдә әҫәрҙәр тыуҙырам. Тик... бына инде биш йыл яҙмайым. Ижади пауза, өмөт үҙ йылыма инде.

– Хаят, «Артыҡбикә» әҫәре аша ни әйтергә теләнең? Уҡыусыларҙа ниндәй фекер уятты?

– Өс йыл китте «Артыҡбикә»гә. Бәләкәй генә блокнотҡа күҙәтеүҙәремде, айырым фекерҙәремде теркәп бара инем. Күпмелер ваҡыт үткәс, шуларҙы йыйып уҡыһам, уй-кисерештәрем, һығымталарым үҙе бер образға үрелеп формалашты ла ҡуйҙы. Мин уны башлағанда нимә тураһында булырын да белмәнем, хәҙер әйтеүҙәренсә, «поток сознания» булдымы, яҙҙым да яҙҙым. Миңә бөтөнләй бәйле булмаған образ нисектер үҙ холҡо, тормошҡа ҡарашы, ҡиммәттәре менән үҙаллы йәшәне лә китте. Минең геройыммы, тип ғәжәпләнеп тә китә инем ҡайһы берҙә. Геройым асылып китә лә күңелде аҫтын-өҫкә әйләндерә. Яҙғанда шул хәтлем бәхет, эйфория кисерәм. Ошо әҫәрем уҡылмайынса ике йыл «Ағиҙел» журналы редакцияһында ятты. Ул донъя күргәс, кешеләрҙән бик күп хат алдым, осрашыуҙарға ла саҡырҙылар. Һәр кемдең Артыҡбикә образында үҙен күреүе ҡыҙыҡ булды миңә. «Хас минең яҙмыш, кисерештәремде яҙғанһың», йә «ҡуй инде, минең дә шулай ҡанаттарымды киҫтеләр...» тигәнерәк ине күбеһе. Ә ирҙәрҙең: «Һеҙҙең был әҫәрҙе уҡығандан һуң ҡатынымды яҡшыраҡ аңлай башланым», – тигәндәре лә булды. Унда «комплекс неполноценности»,  «манипуляция» һәм әсә менән ҡыҙ араһындағы йәшерен конфликттар кеүек тәрән психологик проблемалар күтәрелә. Тормошсан булғанға ла ҡыҙыҡ ул.

Социаль селтәрҙә комментарий уҡымай инем. Бер ваҡыт инеп ҡараным да үҙемә инсайт астым: баҡтиһәң, негативты күрергә теләмәй (нишләп улай уйлағанмындыр – бер тәнҡит күрмәнем), мин ыңғайын да ҡабул итмәгәнмен икән дә баһа!

Талпынып, күңелемде һығып биреп ижад иткәнгә, бушап ҡалам да оҙаҡ ҡына бол туплап йөрөйөм. Яңы образ тапҡансы, күҙаллауҙар етешкәнсе ваҡыт кәрәк. Кемгә күпме бирелә, шул хәтлем яҙа алалыр инде. Донъя әҙәбиәтендә, мәҫәлән,  Льюис Кэрролл бер «Алиса»һы менән ниндәй киң танылыу яулаған. 

Луиза Кирәева:

– Ижад – һис шикһеҙ ауыр өлкә. Хәҙерге заманда, әйтәйек, совет осоро әҙиптәре, ғалимдары кеүек, ижади командировкалар алып, ял йорттарында ижад итеү кеүек нәмәләр эләкмәгәндә, тамаҡ хаҡы өсөн күңелеңә ятмаған, бер төрлөлөгө менән йәнгә тейгән эштәрҙе лә башҡарырға тура килгәндә айырыуса. Әммә ял, йоҡо иҫәбенә нимәлер яҙғандан һуң булған тойғоно, еңеллекте, еңеү кисерешен бер нәмә менән дә сағыштырып та, аңлатып та булмай шул.

Гөлнара Хәлфетдинова:

– Яҙыусыларҙы йыш ҡына аттарға оҡшатам, йәмғиәт уларға ирекһеҙҙән тышау һала ла тышаулы килеш әллә ниндәй артылыштар буйлап сабыуҙарын көтә. Ә тышамаһаң, алыҫ китәләр ҙә, иртәнсәк егергә кәрәктә эҙләп алырмын тимә. Йә тышауҙарын сисә лә иреккә ынтылыуҙарын оҡшатмай. Яҙыусыларҙы ла, аттарҙы ла офоҡтар саҡырып тора, шул елкенеү булғанда ижадҡа ынтылыш та һүрелмәй. Тышау арҡаһында бүрегә ҡаршы тора алмай ҡорһаҡтары йыртылып ҡайтҡан аттарҙы ҡарап йәлләп илаған ваҡыттар ҙа булды.

– Ат – башҡорт легенда-риүәйәттәрендә ҡурсалаусы, бәрәкәт, изгелек билдәһе. Был беҙҙең ижад өлгөләрендә айырым сағылыш табамы?

Луиза Кирәева:

– Ат хаҡында башҡорт халҡынан да күберәк әйткән һәм яҙған тағы берәй милләт бармы икән ул? Быуаттан быуатҡа күсеп килгән йырҙарыбыҙҙа, эпостарыбыҙҙа, әкиәттәребеҙҙә, халыҡ ижадының башҡа төрҙәрендә ат шул тиклем яратып тасуирлана. «Урал батыр», «Аҡбуҙат» эпик ҡомартҡыларындағы «ҡарсыға түш, тар бөйөр, ялын ҡыҙҙай тараған» Аҡбуҙаттың матурлығы, камиллығы, көс-ғәйрәте һәм етеҙлеге хайран ҡалдыра! «Заятүләк менән Һыуһылыу», «Аҡһаҡ ҡола», «Ҡара юрға» эпостарындағы аттарҙың сағыу образдарын да онотоп булмай. Ә башҡорт халыҡ йырҙарының («Урал», «Тәфтиләү», «Француз көйө», «Ерән ҡашҡа», «Ҡара ат», «Ҡаһым түрә») һәр береһендә тиерлек башҡорттоң тоғро юлдашы сағылыш таба.

Нәфис әҙәбиәттәге ат образы – үҙе бер ҙур һәм айырым тема. Шиғриәттә лә ( «Минең атым» – Мостай Кәрим, «Ел, ерәнем» – Н.Иҙелбай, «Оҙаҡ торҙо, атым сапманы» – Р.Ханнанов һ.б.), прозала ла («Һуңғы тарпан» – Ғ.Хөсәйенов, «Йондоҙ ҡашҡа» – Р.Солтангәрәев, «Турайғыр» – Т.Килмөхәмәтов һ.б.), драматургияла ла («Ҡанатланып ос һин, Толпарым!» – Ф.Бүләков, «Ҡорос. Яугир ат яҙмышы» – М.Ҡунафин һ.б.) аттар ғәжәйеп киң урын ала. Әйтәйек, Ҡадир Даян һүҙҙәренә Заһир Исмәғилев ижад иткән «Шайморатов генерал» йырын кем генә белмәй икән? Ғөмүмән, маҡсат итеп ҡуйһаң, башҡорт әҙәбиәтендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына бәйле мотивтарҙы күп табырға була. Был тәбиғи ҙә, сөнки бик күптәрҙең ата-бабаларының, олатайҙарының, ауылдаштарының һәм башҡорт аттарының яҙмыш ептәре данлыҡлы дивизия тарихына барып тоташа.

Гөлнара Хәлфетдинова:

– Аттар хаҡында хикәйәләр ҙә байтаҡ башҡорт әҙәбиәтендә, Йәмил Мостафин, Спартак Ильясов, Ноғман Мусин, Әхмәр Үтәбай, Миләүшә Ҡаһарманова,  Мөнир Ҡунафин һәм башҡа яҙыусыларҙың атты әҙәби герой кимәленә күтәргән шәп әҫәрҙәре – үҙе бер тарих. Миңә ҡаҙаҡ шағиры Олжас Сөләймәновтың шиғырҙарын тәржемә итергә тура килгәйне.  Уның «Арғымаҡ» шиғырындағы:

     «Бирсе, бер ҡонаныңды,

     Тыйып булмай ҡанымды.

     Иңләрмен ерҙе һыбай,

     Ҡаланың һәм даланың

     Бер аршынын ҡалдырмай.

     Ел таратыр саҡма утын

     Ҡыҙыу ҡан арғымаҡтың.

     Үлән көйөр беҙҙең аҫта.

     Саң яныр ярһымаҡтан.

     Арғымаҡта сәм уяныр,

     Ул ярһып cабыр тағы», –

тигән юлдары оҡшай. Ғәлимов Сәләмдең  «Шоңҡар»ымы, Салауат Әбүзәрҙең «Ир ҡанаты» поэмаһымы, һәр ҡайһыһы йөрәккә яҡын. Әҙәбиәттә ат образы аша кеше күңелендә барған барса алыштар ҙа сағыла.

– Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, киләһе йылда әҙәбиәт өлкәһендә ниндәй жанр йәки темалар, алымдар популяр булыр икән?

Хаят Сабитова:

– Бик урынлы һорау. Тик сюжетҡа ғына ҡоролған әҫәрҙәрҙең заманы үтте. Үҙем фэнтези жанрындағы әҫәрҙәрҙе күп уҡыйым. Донъя әҙәбиәтендә фәнни фантастика, һуғыш сәнғәте, магик фэнтези һәм аниме жанрҙарын берләштергән бояръ-аниме жанры популяр бөгөн, «Попаданцы во времени» һымағыраҡ мауыҡтырғыс әйберҙәрҙе шулай уҡ яратам. Фантастик сюжеттың да нигеҙендә көслө психологик асыл, мәғәнә ята. Башҡорт әҙәбиәтендә был йәһәттән асылмаған юлдар, тотонолмаған жанрҙар күп.

Кеше психологияһы, психоаналитика минең өсөн беренсе урында. Беҙҙә ошоларҙың «альтернатив тарих» (булған ваҡиғаларҙы яңы яҫылыҡта күҙаллау) жанр төрө генә бар әлегә. Был өлкәлә Әмир Әминев менән Нияз Алсынбаев уңышлы ижад итә. Бигерәк тә Нияз ағайҙың Зәки Вәлиди хаҡындағы повесы тетрәтә.

Әҙәби ысынбарлыҡ-РПГ (популяр компьютер уйындары субкультураһына нигеҙләнгән фантастик әҙәбиәт жанры) ла үҙенсәлеклеге менән алдыра. Был тәңгәлдә Данияр Сугралинов тигән йәш ҡаҙаҡ яҙыусыһының әҫәрҙәре көслө.

Социаль-психологик проза, йәғни төрлө күңел яраларына, ғаилә көрсөктәренә һәм «ауыр» темаларға бағышланған романдар иғтибар үҙәгендә булыр, тип уйлайым. 

Гөлнара Хәлфетдинова:

– Фәнни-популяр китаптарға ла ихтыяж көслө булыр ул. Мейе, кеше аңы мөмкинлектәре, заманса технологияларҙың йәмғиәттәге роле, кешелеккә йоғонтоһо хаҡындағы әҙәбиәт, мәҫәлән. Тылсымлы реализм һәм фольклор жанры ла актуаллеген юғалтмаҫ, урындағы мифтар, изге урындар, шифалы дауалау алымдары – тәбиғәт мөғжизәләрен һүрәтләгән эзотерика жанры ла яңы киңлектәр яулар.

Луиза Кирәева:

– Автобиографик, мемуар әҫәрҙәргә ҡыҙыҡһыныу бер ваҡытта ла кәмемәй. Киләһе йылдарҙа ла был жанр төшөп ҡалмаҫ, моғайын. Кеше һәм яһалма интеллект бәйләнеше темаһы бик актуаль булыр, нәфис әҙәбиәткә лә ныҡлы килеп инер төҫлө. Шуға ярашлы жанрҙар ҙа, геройҙар ҙа, стиль дә үҙгәрештәр кисермәй ҡалмаҫ кеүек.

Ғөмүмән, әҙәбиәт ике яҫылыҡта йәшәүен дауам итер: китап һәм интернет донъяһында. «Интернет әҙәбиәте», «сетература» төшөнсәһен инҡар итеп булмай хәҙер. Бында классик электрон китаптар, электрон китапхана тураһында ғына һүҙ бармай. Килешәһегеҙме-юҡмы, әммә «интернет әҙәбиәте»нең үҙенә хас йөкмәткеһе, стиле, хатта жанрҙары барлыҡҡа килде. Уларҙы таратыуҙа аудиовизуаль саралар, техник ҡаҙаныштар ҙа ярҙам итә. Бик ҡыҙыҡ күренеш: ҡағыҙ китапҡа күсерһәң, ҡайһы бер ошо әҫәрҙәрҙең уҡыусыларға тәьҫире лә юҡ бит. Ә ҡағыҙ китап мәҙәниәте һәм әҙәбиәте – бөтөнләй икенсе донъя...

– «Йылҡы»ны йондоҙнамә нисек ҡылыҡһырлай, йәки үҙегеҙ хаҡында үҙегеҙ...

Луиза Кирәева:

– Үҙеңде бик белеп бөтөп тә булмайҙыр инде ул (көлә). Шулай ҙа кәйефкә ҡарап, йондоҙнамәләрҙе лә уҡыштырам. Йылҡы йылында тыуған Уҡсы мин. Ә Уҡсы – яртылаш кеше, яртылаш ат булған кентавр. Шуға ла ҡайһы бер холоҡ һыҙаттарым ныҡ сағыу булыуы ла мөмкин. Дуҫтарым күп, әммә серҙәштәрем аҙ. Кемдер мине үҙенең дошманы тип һанай икән, рәхим итһен – был уның проблемаһы, минеке түгел – тыныс ҡалырға, иғтибар итмәҫкә тырышам. «Ат холҡона таянма» тиһәләр ҙә, ниндәй генә хәлдәрҙә лә күперҙәрҙе «яндырырға» тырышмайым. Мул ҡуллы булғанғамы, кешегә бай булып күренәм. Бурысҡа алырға яратмайым, һаҡсылмын, бәрәкәт килеп тора, шөкөр.

Мине сығырымдан сығарған күренеш – ялағайлыҡ. Ҡайһы берәүҙәр түрәгә ярайым тип тә, һине нахаҡҡа рәнйетә. Был һыҙат ныҡ екһендерә. Бәғзе бер кешеләрҙең үҙенә кәрәк саҡта ғына һөйләшеүе, ҡулланырға тырышыуы ла оҡшап етмәй. Ошолар хаҡында бер шиғыр ҙа тыуғайны:

Кешеһенә ҡарап ҡул биргәндәр

Сәйерһенһә, ҡарап ҡулыма.

Теңкәләргә тейһә яһалмалыҡ...

...Күңелгенәм, түҙ һин, һулыма...

 

Һөйләшеүҙе

Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА

алып барҙы.

 

Фото А. Королев.

Фекер табыны Ярһыу, сыҙам һәм талымһыҙ «Йылҡы»лар
Фекер табыны Ярһыу, сыҙам һәм талымһыҙ «Йылҡы»лар
Фекер табыны Ярһыу, сыҙам һәм талымһыҙ «Йылҡы»лар
Автор: Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас