Беренсеһе: «Тау буйҙары йәшәрһен, мәңге үлмәҫ төҫ алһын». Ул тәбиғәтте һаҡлау маҡсатын тота.
Икенсеһе: «Еҫерҙәрҙең алдында күҙенә керпек булығыҙ». Элек бит етемдәр булмаған. Туғандары баҡҡан. Хәҙер хатта яҡын туғандарының балалары ла тырым-тырағай. Мин ҡыяматлыҡ ҡыҙ баҡтым. Ҡыуанып бөтә алмайым. Бынамын тигән уҡытыусы, әсәй ул хәҙер. Әле лә халҡыбыҙҙың ошо һәйбәт йолаһын дауам итергә кәрәк.
Өсөнсөһө: «Ил ынйыһын йәшереп, ергә күмеп ҡуймаҫҡа». Бына был йүнәлеште ҡуҙғатып булмай. Байҙар бит элек халыҡты ҡараған. Ҡыуатовтар, Тасимовтар, Мәмбәт ҡарттар... Һинең байлығың ул – ил ынйыһы. Халыҡ мәнфәғәтендә генә уның бәрәкәте була. Байлыҡты байлыҡ өсөн туплау – уны ергә йәшереп ҡуйыуға бәрәбәр.
Дүртенсеһе: «Ил күрергә сыҡтым мин, Ер ҡошонан түгелмен – йәшәй торған илем бар, илһеҙ етем түгелмен». Сит илдә оя ҡороусылар үҙҙәрен нисек тоя икән? Балаларының киләсәге, үҙҙәренең ҡартлыҡ көндәре нисек икән? Бер нисә егет һәм ҡыҙыбыҙға мөрәжәғәт иттем. Ай-һай... Асығын ғына яҙырҙармы-юҡмы? Ә бит эпоста асыҡ әйтелгән: атай-әсәйһеҙ генә түгел, ә илһеҙ ҡалыуҙың да етемлек икәне, тыуған илдең сикһеҙ яҡын булыуы. Ил ташлап бөтөнләйгә сығып китеү дөрөҫ түгеллекте аңлатыу кәрәк. Был «Урал батыр»ҙа аныҡ сағыла. Илһеҙ ҡалыу ҙа – етемлек.
Бишенсеһе: «Атамдың хаҡы өсөн, әсәмдең хәтере өсөн тағы ла бер һынайым». Саҡ ҡына кеше яңылышһа, ғәйепләй һалып, ситләтергә әҙер торабыҙ. Туҡта, ярҙам итәйем әле, бәлки, ул тел ярҙамына, кәңәшкә мохтаждыр, бәлки, матди ярҙам кәрәктер, тигән юҡ. Кеше хәленә инеү бик кәрәк.
Алтынсыһы: «Күккә менер баҫҡысһыҙ, Ерҙе асыр асҡысһыҙ» йүнәлеше буйынса, йәш ғалимдарыбыҙҙы йыйып, эш алып барыу. Халҡыбыҙҙың борон-борондан ғилемгә ынтылыуын аңлатыу кәрәк. «Атам һине ҡурҡытыр, уныһынан да ҡурҡма һин, һаман телен һора һин...» – ошо һүҙҙәрҙең әрәсәһен аңлатыу зарур. Кешенең, халыҡтың теленә хужа булдыңмы, барыһы ла һинеке, тигән һүҙ.
Етенсеһе: «Яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ ҡыла торған йола бар». Насар кеше юҡ. Кешенең насар холҡо була. Шулай уҡ уның яҡшы сифаттары ла бар. Кешенең ошо яҡшы эше, яҡшы сифаттары аша тәрбиәләү ыңғай һөҙөмтә бирә. Әйтәйек, берәү: «Ҡустым, һин шул ваҡытта миңә ярҙам итеп ебәргәйнең. Һаман онота алмай йөрөйөм әле, ярҙам кәрәк булһа, үҙемә әйт. Яҡшы ата балаһы бит һин. Атайың шулай ине, әсәйең бик шәп кеше булды. Һин дә бит уларға тартҡанһың. Ысын, иҫеңдәме, кемдән ярҙам һорарға белмәй йөрөгәнемдә һиңә йүгереп барҙым», – тип, уны үҙенең яҡшылығы менән тәрбиәләргә кәрәк. Шуға ишара эпостағы ошо юлдар.
Һигеҙенсеһе: «Олоно оло тиегеҙ, Кәңәш алып йөрөгөҙ. Кесене кесе тиегеҙ, Кәңәш биреп йөрөгөҙ». Бына был йүнәлеш буйынса Тәнзилә Яҡуп ҡыҙы Бикбаева менән «Өләсәйҙәр мәктәбе»н асып ебәрҙек. Китап сығарҙыҡ. Бик матур итеп алып китте ул интернет селтәре аша. Өләсәйҙәр ғәжәп ихлас. Һәр береһе ейән-ейәнсәрен нисек тәрбиәләгәнен, туған телдә аралашыу өсөн ниндәй ысулдар ҡулланғанын яҙа. Бала менән аралашыу мәлен видеоға төшөрөп һала. Эш бик йәнле бара. Шулай дауам итһен инде.
Туғыҙысыһы: «Йәншишмәнән һыу алып, Үлгәндәрҙе терелтеү өсөн тыуған батырмын». Үлгәндәрҙе терелтеп булмай. Бында һүҙ рухи терелтеү тураһында бара. Тарихи шәхестәребеҙҙе онотмау, затлы исем нигеҙендә йәштәрҙе тәрбиәләү күҙ уңында тотола. «Аҡтирмә» милли-мәҙәни үҙәге төбәк-ара йәмғиәт ойошмаһы етәксеһе Рәйсә Күзбәкова менән ошо йүнәлештә бергәләп эш башланыҡ. Маҡсатыбыҙ – эпос йөкмәткеһен, уның фәлсәфәһен йәштәргә аңлатыу. Был юҫыҡта ғалимдарҙы, аҡыл туплаған уҙамандарҙы һәм уҙаманбикәләрҙе саҡырасаҡбыҙ», – ти ул.
Мәрйәм Бураҡаева