Бөгөн утыҙҙы үткән яңғыҙҙарҙың күбәйеүе – йәмғиәтте хафаға һалған проблемаларҙың береһе ул. Буйҙаҡ ир-егет күңел төшөнкөлөгөнән тиҙ ҡартая, ғүмере ҡыҫҡара, ә гүзәл заттың олоғая килә бала табыу мөмкинлеге юғала. Бына ошоларҙы күҙ уңында тотоп, һәм милләттәштәребеҙгә ярҙам итеү маҡсатында, «Башҡортостан ҡыҙы» журналы сиктәрендә «Димсе клубы»н асҡайныҡ. Бер нисә ир-егет менән ҡатын-ҡыҙҙың иғланын баҫмабыҙҙа сығарҙыҡ та. Башта баҙнат итеп өндәшкән кеше табылманы. Яңыраҡ ул мәғлүмәтте «Бәйләнештә»ге төркөмөбөҙгә ҡабатлап ҡуйғайныҡ, беҙгә яҙыусылар күбәйҙе лә китте.
Айырыуса ир-егеттәр һәм ... йәштәрҙең әсәләре яҙа. Тимәк, был мәсьәлә ата-әсәләрҙе лә борсой, тик улар ҡалай итеп һәм ҡайҙан эш башларға икәнде генә белмәй. Бына анализлайбыҙ: ир халҡын 30-40 йәштәрҙәге бала таба алырлыҡ ҡатын-ҡыҙ ҡыҙыҡһындыра. Әле базабыҙҙа береһенән-береһе шәп һигеҙ ир-егет бар, улар етди мөнәсәбәттә ғаилә ҡорорлоҡ пар һайларға теләп мөрәжәғәт итте.
Ҡыҙҙар тураһында айырым әйтмәксебеҙ. Сөнки төрлө йәштәге ҡыҙҙарға ғаиләгә бәйле һорауҙар бирҙек. Һәм яуаптар ошолай: 18–25 йәштәргә тиклемге күбеһе кейәүгә сығыу хаҡында уйламай. Йәшмен әле, тиҙәр. Юғары белем алыу, карьера эшләү, машиналы, фатирлы булыу уларҙың маҡсаты. Шулай итеп, һылыу, булдыҡлы, аҡыллы ҡыҙҙарыбыҙ үҙ аллылыҡ юлында йәшлектәре үткәнен дә һиҙмәй ҡала. Утыҙ йәштәрҙә инде тиңдәр тиңләшеп бөткән... Шулай ҙа бөтә нәмәһе лә булған ҡыҙҙарҙың ир-егеткә талаптары ла юғары. Ә бит бәхет өсөн күп кәрәкмәй, ҡыҙҙар.
Ә бына ир-егеттең теләктәре ябай: «ысын күңелдән яратһын», «бала таба алһын» йәки «алдамаһын, ихлас булһын». «Ашарға бешереү, көнкүреш мәсьәләләре улай уҡ мөһим дә түгел, сөнки үҙем дә эшләп өйрәнгәнмен», – тигәндәр ҙә бар.
Фото А. Королев.