– 2026 йылға ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлама бирегеҙ әле... Һандар нимә ти?
2026 – яңы 9 йыллыҡ циклдың башы, фундамент һалыу өсөн «стратегик тәҙрә». Йыл тикшеренеүҙәр һәм эксперименттар өсөн уңышлы. Тәү нәүбәттә «киләсәктә эшләрбеҙ» тип һалып ҡуйған проекттарҙы тергеҙергә, яңы киңлектәрҙе яуларға, ҡыйыу аҙымдарҙан ҡурҡмаҫҡа, заманса технологияларҙы сафҡа индерергә тәҡдим ителә.
2026 йылға кәңәштәр:
Өс, биш, туғыҙ йылдарҙан һуң компанияғыҙ ниндәй булырын күҙ алдына килтерегеҙ.
План-проект төҙөгөҙ. Эшегеҙгә яңы күҙлектән ҡарағыҙ. Бөтә звенолар ҙа киләсәктәге оло маҡсат өсөн хеҙмәт итәме?
Бер нисә йыл дауамында эштәрҙе теүәл алып барырҙай төп лидерҙарҙы һайлап ҡуйығыҙ.
Йылдың һәр айының төрлө көндәре ниндәйҙер эш башҡарыу өсөн уңышлы. Ул көндө нисек белергә? Бының өсөн көн, ай, йылдың һандарын бергә ҡушырға кәрәк. Мәҫәлән, 09.02.2026, 9+2+2+2+6=21, 2+1=3, тимәк, был көндөң һаны – өс.
Өс – план ҡороу, ҡарар ҡабул итеү, стратегик кәңәшмәләр үткәреү, яңы эш планлаштырыу һәм башлау өсөн яҡшы көн.
Алты – аралашыу көнө. Мөһим һөйләшеүҙәр, килешеүҙәр төҙөү, презентация үткәреү, үҙбаһаңды үҫтереү өсөн һәйбәт.
Һигеҙ – ҙур ғәмәлдәр һәм камиллыҡ көнө. Ҡатмарлы проекттарға, команданы өйрәтеүгә иғтибарығыҙҙы йүнәлтегеҙ. Был көндә бурысҡа (кредит) алырға ярамай.
Ун, егерме, утыҙ – һығымта яһау ваҡыты. Ағымдағы бурыстарҙы ябыу, отчет төҙөү, документтарҙы яйға һалыу, анализлау өсөн ҡулай.
Был – дөйөм кәңәштәр генә, һәр кешенең үҙенең шәхси календары булырға тейеш.
– Ә айырым көндәрҙә тыуған кешеләр өсөн алдағы йыл нимә вәғәҙә итә?
– 1, 10, 19, 28 һаны аҫтында тыуғандар башҡаларға баҫым яһамай ғына мөнәсәбәттәрҙе яйға һалырға, уларҙы аңларға тырышһа һәйбәт. Был уларға ҡәнәғәтлек, шатлыҡ һәм бәхет килтерә.
2, 11, 20, 29 – ошо көндәрҙә тыуғандарға кәңәшем: икеләнмәгеҙ, яуаплылыҡты үҙ өҫтөгөҙгә алып өйрәнегеҙ, үҙ тормошоғоҙ менән идара итегеҙ, төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ. Барыһы өсөн үҙегеҙ яуаплы. Үҙегеҙҙе яратығыҙ. Һыу эсеү, йөҙөү, мунса инеү ял бирә.
3, 12, 21, 30 һанында донъяға килгәндәр башҡаларҙы тыңларға, аңларға өйрәнһен. Төрлө фекерле кешеләр була. Донъяны «аҡ» һәм «ҡара»ға бүлмәгеҙ. Кешеләрҙән файҙа көтмәй, бер нимә лә өмөт итмәй генә аралашырға тырышығыҙ.
4, 13, 22, 31– был көн «хужаларына» тормоштан ҡәнәғәтлек табып өйрәнеү фарыз. Шатлыҡты һәм бәхетте ситтән эҙләмәй, үҙегеҙ булдырығыҙ. Аҡса артынан ғына ҡыумай, тормоштоң рухи яғына ла иғтибарығыҙҙы йүнәлтегеҙ. Аныҡ маҡсаттар ҡуйырға һәм уларға өлгәшергә. Ыңғай фекер йөрөтөү, анализ яһап өйрәнеү бәхеткә юл аса. Йәйәү йөрөү, тәнде сыныҡтырыу ихтыяжы бар.
5-е, 14-е, 23-ө тыуғандарға идея табып, уның өҫтөндә ныҡышмал эшләгәндә уңыш килә. Идея – илһамға, ә илһам мөхәббәт тойғоһона ҡанат ҡуя. Уларға һәр саҡ «эйе» тип әйтергә кәрәк. Сәйәхәт, йәйәү йөрөү, йүгереү уларға дауа.
6, 15, 24 һаны вәкилдәренә ижад һәм мөхәббәт һыу кеүек кәрәк, улар хис-тойғоларҙы теҙгендә тоторға ярҙам итә. Ижад итегеҙ, үҙегеҙҙе һәм башҡаларҙы һөйөндөрөгөҙ. Бүләк биреү, өйөгөҙҙө биҙәү, ҡунаҡ саҡырыу, ғаиләгеҙҙе сәй табынына йыйыу, кешеләргә уңайлылыҡтар тыуҙырыу – ошо һеҙҙең бәхет сере.
7-һе, 16-һы, 25-е донъяға килгәндәргә йога, спорт менән шөғөлләнеү мөһим – тәнде сәләмәтләндереү аша аҡыл һәм йән көсө арта. Көн тәртибен тотоу мотлаҡ. Ҡул эше тыныслыҡ һәм гармония бирә. Мөнәсәбәттәрҙе һаҡларға тырышыу, әсе телле булмау яңғыҙлыҡтан ҡотҡара.
8, 17, 26 һанында тыуғандарға бөтә нәмәне күҙәтеүҙә тотмаҫҡа кәңәш итер инем. Ышаныу һәм башҡаларға ярҙам итеү – сауап ҡына. Үҙегеҙ ҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүҙән, аралашыуҙан ҡасмағыҙ – асыҡ булығыҙ. Физик күнегеүҙәр ныҡлыҡ бирә, әммә һеҙгә батутта һикерергә, баштүбән торорға ярамай. Башығыҙҙы һаҡлағыҙ. Аҡса тип төңөлөп китмәгеҙ, рухи үҫешкә ынтылығыҙ, күберәк саф һауала йөрөгөҙ, хыялдар ҡороғоҙ.
9-ы, 18-е, 27-һе донъяға ауаз һалғандар эшкә күберәк иғтибар бүлеү ҡеүәтегеҙҙе арттырыр. Тормошоғоҙҙо үҙ ҡулығыҙға алып, алға барығыҙ. Шәхси эш булдырыу, аныҡ маҡсаттар ҡороу аша килә һеҙгә уңыш. Башҡаларҙан ярҙам, файҙа көтмәй эшләгәндә генә кәрәкле кешеләр үҙҙәре тап булыр, улар менән бәйләнеш тә нығыныр. Әүҙем спорт төрҙәре килешә.
Роза Хөснуллина.
А. Королев фотолары.