

Береһенең йортонда йыйылып, унан урам буйлап көйләңкерәп «Лә илаһи иллә Алла»ны әйтеп баралар. Ғаилә йәшәгән йорт тирәһендә туҡталып, доғаны ҡабатлайҙар. Ихатаға инер алдынан, ҡапҡаны ете рәт «Фатиха» сүрәһе уҡылған һыу менән өшкөрәләр, ергә һибәләр. Ихатаға ингәс, барыһы ла һеүләй башлай:
Һеү-һеү, Алла!
Һеү-һеү, Алла!
Бойороғоң һинең, Алла,
Собханаллаһ!
Собханаллаһ!
Собханаллаһ!
Ҡайҙан килгән –
Шунда китһен!
Яман күҙҙән,
Яман һүҙҙән!
Һеү-һеү, Аллаһ,
Һүҙҙән килһә –
Һүҙҙән китһен,
Һеү-һеү Аллаһ!
Һеү-һеү Аллаһ!
Нимә булды һиңә, бала?
Килен бала, кейәү бала?
Киленгә ҡарап:
Сәйең мәтрүшкә булдымы?
Яһау көрөшкә булдымы?
Түшәгеңде ҡаҡманыңмы?
Яҡын-йылы ятманыңмы?
Көтөүгә ҡаршы сыҡманыңмы?
Һыйырың әллә ҡайтманымы?
Һеү-һеү, Алла!
Һеү-һеү, Алла!
Кейәүгә ҡарап:
Нимә булды, кейәү бала?
Утыныңды ярманыңмы?
Алдыңа өлөш һалманымы?
Төрлө сәбәптәрҙе көйләп һанап, энәһенән ебенә тиклем барлап, ирле-ҡатынлы икәүҙе «ете иләктән» үткәрәләр. Тыңлай торғас, теге икәү, ул тиклем шау-шыу, низағ күтәрер сәбәп булмағанын аңлап, бер-береһенә ҡарап көлөшә башлай. Шулай ярашалар. Ошонан һуң яңынан бата уҡып, йәштәргә, йортҡа аят бағышлана. Ирле-бисәле икәү, ете әбейгә сәй эсереп, саҙаҡа-хәйер биреп, хөрмәт күрһәтеп оҙата, үҙҙәре матур итеп йәшәп алып китә. Ошо йола «дәрт күтәреү» йәки «дәрт әйтеү» тип аталған.
Ә.М. Усманованан (1921 й.) һәм Ғафури, Әлшәй, Миәкә райондарында төрлө йылдарҙа яҙып алынды.