

Ярышта барлығы 150 бала ҡатнашҡан.
Батырхан Ғайсин
Рәшит Назаров исемендәге Башҡорт гимназияһының 9-сы класында уҡый.
Яндан уҡ атыу буйынса ул биш йыл шөғөлләнә.
Ошо биш йыл эсендә ул 71 (!) тапҡыр беренсе урын алған!
Тиҙ атыш буйынса профессионал ир-егеттәр араһында Рәсәй чемпионы, Ҡырғыҙстанда үткәрелгән халыҡ-ара турнирҙа - икенсе урын, Орел ҡалаһында - бишенсе, Аҡтауҙа үткән донъя чемпионатында, балалар араһында - өсөнсө, Силәбелә, балалар араһында, төбәк-ара ярышта - беренсе, Татарстанда, Бөтә Рәсәй ярышында өс тапҡыр беренсе урын яулаған.
Бындай шәп һөҙөмтәләргә еткереүсе тренеры - атаһы Фәим Ғайсин. Ул "Дуҫлыҡ" ҡурайсылар ансамбле етәксеһе. Бынан тыш Фәим Ғайсин каратэ секцияһын һәм уҡ атыусылар түңәрәген дә инде нисә йыл уңышлы алып бара.
"Был ярышҡа барғанда ярҙам күрһәткән күп профилле колледж директоры Эрнест Заман улы Мөхәмәтшинға, Ауырғазы районы хакимиәт башлығы Арыҫлан Нәзир улы Заһретдиновҡа, спонсорҙарыбыҙ - "Тирмә" магазины директоры Раил Башировҡа, "Зодчий" магазины етәксеһе, шәхси эшҡыуар Рамил Рәхмәтулла улы Әминевҡа, "Мәргән уҡсы" федерацияһы башлығы Юлай Ғәлиуллинға юл сығымдарын ҡапларға тип матди ярҙам күрһәткәне өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе әйтәбеҙ", - ти чемпиондың атаһы, тренеры Фәим Ғайсин.
Беҙ Батырханды иҫ киткес ҙур еңеүе менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Уға яҡты киләсәк, аҡ бәхеттәр, тағы ла ҙур еңеүҙәр, ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ. Киләсәктә лә республикабыҙҙың данын күтәрергә насип булһын!
Афарин!
Роза Хөснуллина
Фотолар Батырхандың ғаилә архивынан