Телефонымды тотоп, банкка юлландым. Ошо хәлде аңлатҡас, банк хеҙмәткәре бер йәш ҡыҙ: «Ағай, һеҙҙең телефонға кем аҡса һалыуын хәҙер асыҡлау мөмкин түгел, был мутлашыусыларҙың сираттағы эшенә оҡшаған. Һеҙгә яҡын арала берәй сәйер шылтыратыу йә иһә СМС килеүе ихтимал. Көтөгөҙ. Тик бер кемгә лә яуап бирмәгеҙ. Улар менән аралаша башлау ҙа бәләгә килтереүе бар», – тип иҫкәртте. Ҡолаҡҡа ҡаты булараҡ, телефон шылтырауҙарына былай ҙа бер ҡасан да яуап бирмәйем. Ә бына СМС-тарҙы яуапһыҙ ҡалдырмайым.
Сәйер хәбәрҙе көнө буйы көтөп йөрөнөм. Һәм, ниһайәт, шул уҡ кис бер яҡын дуҫымдан СМС килде. «Һорарға ла уңайһыҙ. Миңә ике-өс сәғәткә бурысҡа 50 мең биреп тор әле. Картамдың лимиты бөткән.
Бер кешегә аҡса ебәрә алмай аҙапланам…» – тип урыҫса яҙған. Ә мин уның менән бер ҡасан да урыҫса яҙышҡаным юҡ. Өҫтәүенә, дуҫым бик белемле кеше, ә был хәбәрҙә әллә нисә хата бар. Дуҫыма үҙемдең телефондан бер ни яҙып тормаҫтан, ҡатынымдыҡынан шылтыраттым. Хәл-әхүәл белешкәс: «Һин бөгөн миңә берәй СМС яҙманыңмы?» – тип һораным. «Юҡ, кисәнән алып бер ни ҙә яҙғаным юҡ, – тине ул. – Ә ни булған?» Дуҫыма әлеге хәлде һөйләнем. «Мин бер ниндәй ҙә аҡса һораманым, ебәрә күрмә!» – тине дуҫым.
Ваҡиғаның шулай яҡшы бөтөүенә шатланып, тыныслынып, яҙмамды ла ошоноң менән тамамлап ҡуйырға ла ниәтләгәйнем. Иң ҡыҙығы алда булған да баһа! Әлеге мутлашыусылар хаҡында, «шәп кешеләнеп», туғандарыма, таныштарыма СМС-тар яҙғылап, улар менән бик әүҙем рәүештә «тәжрибә уртаҡлаша» башланым. «Миңә ошо арала мәшшинниктәр бәйләнеп маташты…» – тип башлап китәм дә әлеге хәлде ентекләп яҙам, «һаҡ булығыҙ!» тип иҫкәртеп тә ҡуям.
Шулай бер көн ватсап аша баш ҡалала йәшәгән апайымдың хәлен белешәм. Мутлашыусыларҙы нисек «еңеүем» хаҡында уға ла маҡтанырға онотмайым: «Беләһеңме, апай, мине шул көндө мутлашыусылар тотоп маташты. Иң башта телефоныма 500 һум аҡса һалдылар. Кемдән икәне билдәһеҙ, әлбиттә…»
Ышанаһығыҙмы, апайым мине нимә тип ғәжәпкә һалды: «Хәлил, ана шул көндө иртәнсәк мин һинең телефоныңа 500 һум аҡса күсергәйнем бит. Саҙаҡа итеп…» «Был турала нишләп хәбәр итмәнең?» – тинем аптырап. «Әллә, шулай хәйерлерәк булыр, тип уйланым…» – булды яуабы.
Ҡәҙерле журнал уҡыусылар, бына шул саҡ мин үҙем өсөн ғәйәт ҙур асыш яһаным. Ысын! Күҙ алдына килтереп ҡарайыҡ әле. Апайымдан ана шул 500 һум аҡса килмәгән хәлдә, мутлашыусы хаҡындағы уй башыма ла инеп сыҡмаҫы көн кеүек асыҡ бит. Әлеге дуҫымдың телефонынан килгән СМС-ҡа яуаптар яҙа башлап, теге мутлашыусының ҡармағына һис шикһеҙ эләгәсәк инем (Аллаһ һаҡлаһын!). Бәлки, әллә ҡалай арбап, тағы күпмелер хаҡҡа башты әйләндереүҙәре ихтималлығы хаҡында уйлап, сәстәрем үрә торҙо. «Төп башына» ултыртҡандарын үҙем дә, дуҫым да белмәҫ инек... Әлбиттә, ғәжәпләнеүемдең сиге булманы. Был – һис кенә лә осраҡлы хәл түгел, Аллаһ Тәғәләнең мөғжизәһе – оло ярҙамы ул, ҡәҙерле уҡыусылар! Шул бәлә-ҡазанан иҫкәртеү өсөн Раббыбыҙ апайымды сәбәп итеп тә ҡуйған бит. Икенсенән, динебеҙҙе ентекләп өйрәнеп йөрөгән кеше булараҡ, тағы шуны аңланым: әлеге аҡсаны телефоныма һалғас та, яҡынымдың ошо хаҡта хәбәр итмәүендә лә оло хикмәт бар (апайым миңә шундуҡ әйткән хәлдә, әлеге мутлашыусы-фәлән иҫемә лә инеп сыҡмаҫ ине шул). Үҙе лә дин юлында булған Сулпан апайым саҙаҡаны миңә – туғанына белендермәй генә һалырға ниәт итеүе шәриғәт талаптарына тап килеп кенә тора. Пәйғәмбәребеҙҙең, салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, «саҙаҡа биргәндә уң ҡулың биргәнде һул ҡулың белмәһен» тигән нәсихәте лә бар. Апайым динебеҙҙең тап ана шул ҡанунына ярашлы ғәмәл ҡылған. Сөнки берәй кешегә яҡшылыҡ эшләп тә, уға был хаҡта өндәшмәй ҡалыу – Аллаһ Тәғәлә алдында мәртәбәләргә сауаплыраҡ!
Хәлил Һөйөндөков.