Ысынлап та, хәҙерге заманда йәшлек, матурлыҡ, көс, сексуаллек культы хөкөм һөрә шул. Телевизорҙы асһаң да, компьютерҙы тоҡандырһаң да, иң тәүҙә ниндәйҙер реклама килеп сыға һәм ул йәш булып ҡалырға өндәй. Был көнөнә нисә тапҡыр ҡабатлана икән? Ҡарамаған, иғтибар итмәгән булып ҡыланһаң да, күҙгә салынған өндәмәләр яйлап аңға һеңә бара, күрәһең. «Уңышлы уңыш»ҡа өлгәшәм тиһәң, йәш, зифа буйлы, шыма битле, дәртле... – һәр яҡтан камил булырға тейешһең. «Йәш ҡалығыҙ» тигәнде туҡтауһыҙ ишетеп тороу ғына ла «ҡартайыу насар» тигән уйҙы нығыта бара ла инде.
Хәйер, был мәсьәлә бер бөгөн генә лә борсомай, ахыры, халыҡты: боронғо әкиәттәрҙә лә йәшәртә торған алма тураһында телгә алына, йәшәрер өсөн ҡайнар һөткә сумып сығыу йә йәншишмә һыуы менән йыуыныу кеүек күренештәр ҙә бар.
Фән дә был күренеште өйрәнә, ҡартайыуҙан ҡурҡыу гераскофобия тип атала икән. Геронтофобия иһә – олоғайыуҙан һәм ҡарт кешеләр менән аралашыуҙан ҡурҡыу. Ҡартайыуҙың төрҙәре лә билдәләнгән:
– хронологик ҡартайыу – тыуған көндән алып календарь күрһәткән һандар;
∙ физиологик ҡартайыу йылдар үтеү менән организмда булған физик үҙгәрештәрҙе (көс, энергия, мускулдар массаһы, организмда төрлө ағзаларҙың һәм системаларҙың функцияһы кәмеүе) сағылдыра;
∙ психологик ҡартайыу кеше үҙен олоғайған итеп тойған мәлдән (төрлө кешенеке төрлө йәштә булыуы мөмкин) башлана, уның интеллектуаль һәм психологик хәлен күрһәтә;
∙ социаль ҡартайыу конкрет бер илдә билдәле бер ваҡытта уртаса ғүмер оҙонлоғонан тора.
Нимә ҡурҡыта ҡартлыҡта кешеләрҙе?
Тәү сиратта уларҙы һаулығы борсой. Бигерәк тә хәрәкәт итә алмау хәүефе уйландыра. Быуындары һыҙлауҙан, яман шештән, деменциянан, күҙҙәре күрмәүҙән, ҡолаҡтары ишетмәүҙән ҡурҡыусылар ҙа күп. Ваҡытында медицина ярҙамы алыу мөмкинлеге булмауы, шул уҡ ваҡытта бының өсөн аҡсаһы етмәү ихтималлығы борсолдора.
Матди ауырлыҡтарҙан ҡурҡыу икенсе урында тора. Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге һорау алыуында күптәр пенсияның бәләкәс булыуынан хәүефләнеүен атай. 40 йәштән һуң эш табыуы күпкә ауыр, тигән фекер ҙә йыш осрай. Был бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙарға ҡағыла: һәр алтынсыһы эйджизм менән осрашҡан (эйджизм – йәш буйынса дискриминация йәки үҙҙәре уйлап сығарған насар фекер, был термин күберәк оло йәштәгеләргә ҡарата ҡулланыла, әммә йәштәргә лә ҡағыла ала).
Яңғыҙлыҡтан, үлемдән ҡурҡыу. Был шуның менән аңлатыла: балалар үҫеп, ата йортонан китә; пенсияға сыҡҡандан һуң өйрәнгән коллектив та юҡ; йылдар үткән һайын эргәләге туғандар, дуҫтар, таныштарҙың, бигерәк тә йәштәштәрҙең үлеме менән йышыраҡ осрашырға тура килә. Ауырыу сәбәпле төрлө ергә барып йөрөү мөмкинлектәре лә сикләнә.
Йәшлекте, матурлыҡты юғалтыуҙан ҡурҡыу башлыса ҡатын-ҡыҙҙарға ҡағыла. Бында, әйтеп үткәнебеҙсә, йәмғиәттең баҫымы көслө. Ялтыр журналдар, социаль селтәрҙәр, «йәшәртеүсе» саралар тәҡдим итеүселәр йәшлек культы тыуҙыра.
Ҡартайыуҙы туҡтатыу өсөн хатта «йыйырсыҡ булдырмай торған» кремдарҙы егерме йәштән үк ҡуллана башлағандар ҙа бар. «Йәшәртеүсе» тауарҙар сығарған компаниялар, пластик хирургтар өсөн был бик уңайлы – кешеләрҙең ҡурҡыуын үҙ файҙаһына бороу килем килтерә бит.
Гүзәл зат йыш ҡына тышҡы ҡиәфәтендәге үҙгәрештәрҙе ҡабул итә алмай аҙаплана. Камил булмаған тәненән, йөҙөнән ояла. Йәштәш кино йондоҙоноң фильтрҙар аша яҡшыртылған фотоларын күреп, тағы хафаға ҡала. Матур булмағас, мине бер кем дә яратмаҫ, тип уйлай. Ни тиклем йәшерәк күренһәң, шул тиклем һәйбәтерәк, тигән фекерҙә күптәр. «Ҡартайтмай торған» сараларҙың төрлөһөн һатып ала, пластик хирургияға мөрәжәғәт итә. Кемдер ҡаты диетаға ултыра, икенсе берәү, киреһенсә, кисерештәрен еңә алмай артығын ашап «тыныслана» – был, әлбиттә, артыҡ ауырлыҡҡа килтерә, һөҙөмтәлә көҙгөгә ҡарау тағы ла нығыраҡ көйҙөрә.
Ирен йәштәргә китер, тип уйлап ҡайғырыусылар ҙа бар. Тәнеңдең камил булмауынан оялып, интимдан ҡасыу йә тормош иптәшеңде хыянатта ғәйепләү бер-береңә ышаныс-ты кәметә. Хафаланыу йоҡоһоҙлоҡҡа, апатияға, тормош йәмен юғалтыуға килтерә, хәлде бөтөрә. Әйтерһең, йәшәүҙең мәғәнәһе тик матурлыҡта ғына!
Һүҙ юҡ, тәүге сал сәс бөртөгөн, беренсе йыйырсығын күргәндә һәр ҡатын-ҡыҙ ҙа тертләп китәлер. Тормошон матурлыҡҡа ғына арнағандарға бик ҡыйындыр, был осраҡта гүзәллекте юғалтыу үҙеңде юғалтыуға тиң бит. Әммә йыйырсыҡлы булған өсөн генә бер кемдән дә балаһы, туғаны, хеҙмәттәше баш тартҡанын ишеткән юҡ әле.
Мин, дөрөҫөн әйткәндә, тышҡы ҡиәфәте менән ғорурланған кешене аңлап та етмәйем. Кәүҙә төҙөлөшө лә, йөҙ-баш күркәмлеге лә – Аллаһ бүләге, ул һинең хеҙмәт емешең түгел. Беҙ шул бүләкте әрәм итмәй, сайпылдырмай, ҡыуанып ҡабул итергә һәм һаҡларға бурыслыбыҙ. Үҙеңде ҡарау, күркәм йөрөү – бер, тик быны тормоштағы иң ҙур маҡсат итеп ҡуйыу кәрәкмәй, минеңсә. Донъялыҡта башҡа матурлыҡтар ҙа етерлек. Тәбиғәттең үҙ ҡанундары. Барыһын да нисек бар – шулай ҡабул итергә тырышыу зарур, сөнки беҙ ризамы, юҡмы – ваҡытты туҡтатып булмай. Быны аңлап, үҙеңде әҙерләү, үҙгәрештәргә яраҡлашыу – иң отошло юлдыр.
Эшләгән саҡта күп нәмәгә ваҡыт етмәй, хәҙер иһә рәхәтләнеп сәйәхәткә сығырға мөмкин. Әйткәндәй, был йәһәттән пенсионерҙар өсөн «Ғаилә» милли проекты буйынса «Башҡорт оҙон ғүмерлеге» программаһы эшләп килә. 55 йәштән оло ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар бөтөнләй түләүһеҙ бер көнлөк сәйәхәткә сығып, республикабыҙҙың тарихи урындары, тәбиғәт ҡомартҡылары менән таныша ала.
Кәримә ҒАБДУЛЛИНА.
Фото А. Королев.