0 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Һау-сәләмәт булғың киләме?

Һолонан кеүәҫ эшләп эсһәң, күп ауырыуҙарҙан ҡотолорһоң.   Иммунитетты күтәрә, ҡандағы шәкәрҙе кәметә, ҡан баҫымын тигеҙләй, химиотерапиянан һуң ҡулланыу файҙалы, нервы ҡуҙғыусанлығын кәметә, гемоглобинды күтәрә, ауырлы ҡатындарға бик файҙалы, сосудтарҙы таҙарта, кәүҙә ауырлығын, холестеринды кәметә.   Һоло кеүәҫендә кальций, калий, селен, тимер, натрий, витаминдар, А, Е, К, В, аҡһымдар, аминокислоталар бар.Ә хәҙер иң мөһиме: һоло кеүәҫен нисек эшләргә...

Һау-сәләмәт булғың киләме?
Һау-сәләмәт булғың киләме?

Ярты килограмм йыуылған таҙа һолоно, 3 аш ҡалағы балды (йәки 15 бөртөк финикины) банкаға һалабыҙ, өҫтөнә 2,5 литр һыу ҡоябыҙ, болғатабыҙ һәм сепрәк менән ҡаплап ҡараңғы урынға ултыртабыҙ. 3-4 көндән һоло кеүәҫе әҙер.

Уны көнөнә өс тапҡыр яртышар стаканлап эсәбеҙ. Организм өйрәнгәс, бер стаканға тиклем күбәйтәбеҙ, йәғни, көнөнә өс тапҡыр бер стакан кеүәҫте эсәбеҙ.

Кеүәҫте графинға ҡойоп, һололо банкыға тағы ла бал һалып, һыу ҡушып ҡуябыҙ. Икенсе тапҡыр ҡуйғанда, башҡа ингредиенттарҙы өҫтәргә була: йөҙөм, мята, мелисса, корица.

 

Фото Д. Калимуллин

Автор:
Читайте нас