"Бер йылан арбаусы ир иң ағыулы йылан менән дуҫлашып алып, уның менән бер ҡасан да айырылмаған һәм муйынына уратып алып йөрөгән. Ул үҙе кешеләр менән аралашырға, уларға төрлө ҡыҙыҡ хәлдәр тураһында һөйләргә яратҡан. Әммә кешеләр ҙә уны оҙаҡ тыңлап тормаған, янынан тиҙерәк китеү яғын ҡарағандар. "Мине бер кем яратмай һәм аңламай, шуға мине тыңларға ла теләмәй. Кешеләрсә түгел был" тип зарланған йылан арбаусы. Үҙенең зарын ул кешеләргә лә һөйләй алмаған, ә муйынында уралып йөрөгән йыланға һөйләгән.
Бер саҡ йылан аулаусының йыланын ҡулына алып, уға хәбәр һөйләп ултырғанын сит бер кеше ишетеп торған. Ул йыраҡтан тороп ҡына йылан хужаһына былай тип ҡысҡырған: "Әй һин, ҡулыңдағы йыланыңды ситкә быраҡтыр, ул саҡта һинән берәү ҙә ҡасмаҫ. Тап ошо ҡылыҡ һинең яҡтан кешеләрсә булыр. Шул саҡта һинең бәләңдә кешеләр ғәйепле түгел икәнен дә аңларһың..."
Үҙеңдең алама ҡылыҡтарыңдан ҡасһаң, Бәхеткә лә, Аллаға ла, кешеләргә лә яҡын булырһың, тигән ишара был."
"Киске Өфө" гәзитенән.
---------------------------------------------------------------------------
"Бер аҡһаҡалға илауҙан шешенеп бөткән ҡыҙ мөрәжәғәт итә.
- Миңә нимә эшләргә? - ти ул. - Мин кешеләргә изгелекле булырға, бер кемде лә рәнйетмәҫкә, ярҙам итергә, матур мөғәмәлә булырға тырышам. Ләкин рәхмәт һәм хөрмәт урынына кешеләрҙән мыҫҡыллау һүҙҙәре генә ишетәм. Кемдәрҙер мине хатта дошман күрә! Ни эшләргә миңә, кәңәш бирегеҙ, зинһар?
Аҡһаҡал ҡыҙға һынап ҡарап тора ла, йылмайып:
- Сыр яланғас сисен дә, ҡала урамы буйлап шулай йөрөп ят, әйҙә, - ти.
- Һеҙ аҡылдан шаштығыҙмы әллә? - тип ҡысҡырып ебәрә ҡыҙ. Ул саҡта халыҡ мине бөтөнләй өҙгөләп ташлаясаҡ! Хоҙай ҙа өнәмәйәсәк бындай ҡылыҡты.
Шул саҡта аҡһаҡал ҡыҙға ҡарап һүҙ башлай:
- Бына, күрәһеңме, халыҡ араһына яланғас тән менән сығырға ҡурҡаһың. Ә ниңә һин халыҡ алдында күңелеңде яланғасландырып йөрөйһөң улай булғас? Күңелең бит ишек кеүек шар асыҡ. Шуның өсөн унда барыһы ла бер ниндәй рөхсәт һорамай барып инә. Улар һиндә үҙҙәрендә булмаған сифаттарҙы ла күрә, һине түбәнһетергә, мыҫҡылларға тотона, сөнки берәү ҙә үҙ етешһеҙлеген танырға, уны төҙәтергә ынтылмай. Төҙәлергә теләмәгән өсөн дә яҡшы фиғелле кешеләр менән бәхәскә инергә тырыша...
- Улайһа, миңә нишләргә һуң? - ти ҡыҙ.
- Әйҙә, мин һиңә үҙемдең баҡсамды күрһәтәм, - ти ҙә аҡыл эйәһе ҡыҙҙы баҡсаһына алып китә. Баҡсалар буйлап йөрөгәндә сәскәләр эргәһенә килеп шулай ти: - Ошо матур сәскәләрҙе мин күп йылдар һыу һибеп үҫтерәм, тәрбиәләйем. Әммә минең бер ваҡытта ла уларҙың сәскә булып асылған саҡтарын күргәнем булманы... Һин дә сәскә һымаҡ бул: күңелеңде кешеләргә күрһәтмәй, ашыҡмай, һиҙҙермәй генә ас. Кемгәлер асылыр алдынан тәүҙә ул кешенең яҡшымы, изгелеклеме, һиңә лайыҡлымы икәнен ҡара, ә инде күңелеңдең нескә ептәрен өҙөргә һәм аяҡ аҫтына һалып тапарға әҙер әҙәмдәрҙән ҡас. Тормошоңа һәр кемде лә индермә, ә тупаҫ һәм игелекһеҙҙәрҙе, ғөмүмән, ябыҡ ишек артында тотоу хәйерле..."
-------------------------------------------------------------------------------
Бер аҡыл эйәһе кешеләр алдындағы сығышында көләмәс һөйләгән. Барыһы ла бер юлы көлөп ебәргән.
Бер нисә минуттан шул уҡ көләмәсте яңынан ҡабатлаған. Хәҙер инде бик аҙ ғына кеше йылмайып ҡуйған.
Аҡыл эйәһе өсөнсө тапҡыр ҙа бер үкте һөйләгәс, береһе лә көлмәгән дә, йылмаймаған да.
Ҡарт был хәлгә йылмайып ҡына ҡуйған да, "Бер үк көләмәскә гел көлә алмайһығыҙ. улай булғас, ниңә бер үк сәбәп арҡаһында гел илайһығыҙ?" - тип әйткән.
---------------------------------------------------------------------------------------
Юлдан алыҫ түгел урында ҡарт ағас тора. Бер саҡ төндә уның янынан бур үтеп барған. Ул алыҫтан уҡ шәүләне төҫмөрләп, был кеше, моғайын, полициянандыр тип ҡурҡҡан да ҡасып киткән. Икенсе кистә шул уҡ ерҙән ғашиҡ кеше атлаған. Ул әллә ҡайҙан уҡ матур һынды күреп, ул һөйгәнемдер, мине көтәлер тип ҡыуанып киткән. Йылмайған да аҙымдарын йышайтҡан. Күпмелер мәлдән ағас янына әсә менән бала килгән. Ҡурҡыныс әкиәттәр тыңлап ҡото алынған сабый юл сатында ен торалыр тип уйлап, ҡысҡырып илап ебәргән. Бары ағас ҡына шул уҡ ағас булып ҡала килә.
Беҙҙе уратып алған донъя - беҙҙең үҙебеҙҙең сағылышыбыҙ ул.
А. Королев Фотоһы