0 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Ҡаҙ майы менән майланған табикмәк

Дәүләкән районының Боранғол ауылында тыуып үҫкән Гөлнара Сәғитованан  ҡаҙ майы менән майланған табикмәк тәҡдим итәбеҙ.

Ҡаҙ майы менән майланған табикмәк
Ҡаҙ майы менән майланған табикмәк

Табикмәк өсөн 1 литр һөт (яртылаш һыу менән ҡатыштырырға мөмкин), 2 йомортҡа, 5-6 ҡалаҡ манный ярмаһы, яҡынса 1 балғалаҡ тоҙ, 1 балғалаҡ шәкәр (мотлаҡ түгел), 1,5 балғалаҡ сүпрә (ҡомалаҡ сүпрәһе булһа, бигерәк тә яҡшы), он кәрәк. Сүпрәгә йылымыс һыу һалабыҙ, шәкәр өҫтәргә мөмкин, манный, он ҡушып болғатабыҙ ҙа әсетергә ҡуябыҙ. Шунан ишемтәләйбеҙ – йомортҡа, тоҙ, йылы һөт, тағы ла он ҡушып болғатабыҙ. Ул ҡоймаҡ ҡамырынан ҡуйыраҡ булырға тейеш. 15 минут ҡамырҙы «ял иттереп» алабыҙ ҙа эҫе табала бешерәбеҙ. Табаны еңелсә генә майлайбыҙ. Табынға бирер алдынан табикмәктәргә иретелгән ҡаҙ майын һөртәбеҙ.

Автор: Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас