+30 °С
Болотло

Тиҙ арала бешереп ала торған сәк-сәк.

 Бөгөн иһә журналыбыҙҙың бүлек редакторы Эльза Мөхәмәҙиеванан татлы сәк-сәк рецебын тәҡдим итәбеҙ. Ул бөгөнгө Иҫке Яңы йыл табынын биҙәр тип ышанабыҙ

Тиҙ арала бешереп ала торған сәк-сәк.Тиҙ арала бешереп ала торған сәк-сәк.
Тиҙ арала бешереп ала торған сәк-сәк.

Бүлмә температураһындағы 5 йомортҡаға бал ҡашығы осонда ғына һүндерелгән сода, шундай уҡ дәүмәлдә тоҙ һәм шәкәр, бер сәй ҡалағы майонез һалып күперткәнсе туҡыйбыҙ ҙа әҙләп-әҙләп кенә он һалып баҫабыҙ.
Ҡамыр үтә ҡаты ла, йомшаҡ та булмаһын, Уның уңыуы баҫҡан саҡта уҡ ҡулға беленеп тора: ҡулға йәбешмәй һәм еңел. Әҙер ҡамыр 30 минут самаһы һыуытҡыста ятып торғас, онларға тырышмай ғына үҙебеҙгә кәрәкле формала ҡырҡып, үҫемлек майында бешерәбеҙ, әгәр уға ҡаҙ майы ла өҫтәп ебәрһәң, сәк-сәк тағы ла тәмлерәк булыр. Ошо массанан ҙур эмалле ҡоштабаҡ тулы тәмлекәс сығырға тейеш.
Сироп өсөн: әгәр бал ҡаты икән - өйөп тултырылған 3аш ҡалағы бал һәм ярты стакан самаһы шәкәр, шул шәкәрҙең өҫтөнә сығыр-сыҡмаҫ һыу һалып, ул күбекләнгәнсе ҡайнатабыҙ.

Автор:
Читайте нас