+30 °С
Болотло

УРАМ ТУЛЫ МАЛ БУЛҺЫН!

«Һуғымға инселәнгән малды йәлләмәҫ өсөн уның менән алдан «хушлаша» башлайым һәм ризалатыу өсөнмө, ниндәйҙер бер ритуал үтәгәндәй, айырым ҡарап һыйлайым, үткән-сүткәндә һүҙ ҡушам, ғәфү һорайым», – тип һөйләй һуғым хужабикәһе еңгәм малына булған ҡатын-ҡыҙ кисерешен, үҙе шул арала аласыҡ менән мунса араһында йүгермәләп йөрөй: һыу йылыта, тас-биҙрәләрен теҙә, сепрәк-ептәр әҙерләй. Унан ураған һайын һуйыусылар янына бара һалып килә: нимәлер кәрәкмәйме, саҡырмайҙармы, эсе ярылмағанмы әле... Малды таҙараҡ урынға алып барып салғандар инде, дүрт-биш ир-егет тире һыҙырыу менән мәшғүл. Бында ла һәр кемдең оҫталығына ҡарап роле була. Ҡулы ҡотло, ҡулы «таҙа», иманлы кешенән салдырырға тырышыу электән килә. Хәтеремдә, ҡәйнәм, «ул салған малдың ите йомшаҡ, бәрәкәтле була» тигән кеүегерәк һүҙҙәр менән маҡтап-маҡтап күрше ағайҙы ала, хатта уның бушауын көтөп йөрөй торғайны. Шулай ҙур мәғәнә һалынған, тимәк, ризыҡтың кем ҡулынан ҡорбан ителеүенә. Беҙҙең осраҡта йорт хужаһы – ағайым үҙе оҫта был эштә.

УРАМ ТУЛЫ МАЛ БУЛҺЫН!УРАМ ТУЛЫ МАЛ БУЛҺЫН!
УРАМ ТУЛЫ МАЛ БУЛҺЫН!

Ауыл кешеләре бындай мәшәҡәттәрҙә бер-береһенә ярҙамлашып йәшәп, ата-әсәләренән күреп күңелгә һеңдереп ҡалып, рәтен өйрәнеп, хатта мәлен белеп кенә йөрөй. Эсәк-ҡарын айырылып сығыуға бер-бер артлы саҡырылған ҡатын-ҡыҙҙар пәйҙә була:

– Һуғымығыҙ һимеҙ булһын!

– Ризыҡҡа яҙһын!

– Эштәрегеҙ ал булһын, урам тулы мал булһын!

Бында ла араларында оҫталары бар, йәғни, нимәнән башларға, нимәне нимәнән айырып алырға, бүлергә кеүектәрҙе уларҙан ҡарап өйрәнергә була. Шуларҙың ҡул аҫтында алып барыла ла инде был хеҙмәт. Бер ҡатын үткер генә йәтеш бысаҡ менән хирург шикелле генә «операция» яһай, эргәләгеләре уға булыша һәм эсәктәр тағатыла бара, һәр береһенең үҙ бурысы барлыҡҡа килә.

Ир-егеттәр итте һан-һан итеп бүлгеләп ышыҡ урынға индереп элә. Ит һыуынырға тейеш. Ә ҡатын-ҡыҙҙарҙың иң ҡыҙығы башлана ғына әле. Улар был үҙенсәлекле еҫ һәм тиҙәк араһында буталаныуҙарынан да ҡыҙыҡ табып, мәрәкәләшә-мәрәкәләшә эсәк-ҡарынды бушатып, ҡырҡҡылап алып, йылғаға юллана. Ҡар мәлендә кемдәрҙер ҡарға һалып тапап та ала. Тик әле ҡар юҡ, шуға бөтөн өмөт – һыуҙа. Һыуыҡ! Шаршы һалҡыны эрзинкә бирсәткә аша тиҙ генә үтеп, бармаҡтар буйлап бөтөн тән йылыһын һура. Ҡайһы бер ханымдар бирсәткәгә өйрәнмәгән, ҡаҙ тәпәйендәй булған ҡулдарына күҙ эйәрмәй үҙҙәренең. Өшөмәҫ өсөн бик ҡыҙыу эшләйҙәр. Шунда ла нимәлер һөйләшәләр ҙә, арыған билдәрен яҙа баҫып тороп, яр буйҙарын һиҫкәндереп шыңғыратып көлөп алалар. Был күренеш – үҙе бер ихласлыҡ, барлыҡ, берҙәмлек билгеһе.

Ирҙәр таралышҡан, улар аҙаҡ ашҡа ғына киләсәк, ә ҡатындар ҡаҙан тирәһенә бәйле һаман. Эсәк-ҡарынды оло кәритәләргә һалып эшкәртәләр. Кемдәрҙер эзбиз менән дә ағарта, күргәнем бар, кемдәрҙер сода-аш һеркәһе менән имшетеп алып һыҙыра. Һәр хәлдә  ап-аҡ була. Унан бешекләп алып элеп тә ҡуялар. Артабан тултырмаға сират етә. Әлеге мәсьәләлә лә һәр кемдең үҙ рецебы, башлыса хужабикә нисек теләй – шулай тултыралар. Минең иһә ҡәйнәмдән өйрәнгән һәм тәмләп ҡарағандарҙан «иң-иңе» тигән үҙ вариантым бар. Ябай ғына: йөрәк, бауыр өлөшө, бөйөр һәм мул ғына эс майы. Шуға тоҙ, борос, һуған ҡушыла. Тултырма тултырыу ысулы ла –  һәр кемгә ололарҙан бирелгән, төрлө тарихтарға, һөйләш-хәбәрҙәргә ҡушып үрелгән иҫтәлек рәүешендәге мәғлүмәти мираҫ ул. Сөнки һәр береһенең телендә шундай һүҙ:

– Әсәйем шулай өйрәтә торғайны.

– Элек ололар ошолай итте.

– Күрше еңгәнән ҡарап өйрәндем, ҡушылып ҡына йөрөйһөң бит инде йәш саҡта, унан үҙең өйрәтәһең.

Ғәҙәттә, кискә һуғым ашына йыялар. Һуйыуҙа ҡатнашҡандарҙан тыш, ололата туғандар саҡырып алып түргә ултыртыла, бала-саға туплана. Хәҙер, бәлки, бөтә йолаларын да үтәмәйҙәрҙер, беҙҙең ата-әсәйҙәр заманында шартына килтерергә тырыша торғайны. Мәҫәлән, һуйғандан һуң уҡ салыусыға салыуын тоттороп ҡайтарыу, етемгә йәки яңғыҙ әбей-һәбейгә берәй бешерем хәйер итеп алып барып биреү, һәр кемдең йәшенә, дәрәжәһенә ҡарап өлөш һалыу, һоғондороу һәм башҡалар. Эсәк-ҡарынды ла, ҡарта-ялды ла, тултырма һәм ҡаҙыны ла берҙәй итеп алға һалырҙар ине. Бөгөнгөсә «мин бындайҙы ашамайым» тип әйтеү башҡа ла килмәй. Сөнки әлеге һуғымдың хәләл мал, көтөп алынған ғаилә йолаһы, ҡыш буйы туҡланыр ризыҡ, муллыҡ-барлыҡ билгеһе, туған-тыумасаны, күрше-тирәне ризалау-һыйлау мөмкинлеге икәнен дә беләһең.

 

Сәйҙә ҒАРИПОВА.

Автор:Миляуша Кагарманова
Читайте нас