+30 °С
Болотло

Иҫке Яңы йылға "Бәхет дағаһы" торты

Ҡәҙерле дуҫтар! Иҫке Яңы йылға  баҫмабыҙҙың бүлек мөхәррире Гөлшат Ҡунафина менән уның килененән тәмле десерт рецебын ҡабул итегеҙ. "Бәхет дағаһы" торты һеҙгә бик оҡшар тип уйлайбыҙ. 

Иҫке Яңы йылға "Бәхет дағаһы" тортыИҫке Яңы йылға "Бәхет дағаһы" торты
Иҫке Яңы йылға "Бәхет дағаһы" торты

Ҡамырға 3 йомортҡа, 1-әр стакан шәкәр һәм он, 1 балғалаҡ ҡамыр күперткес, 2 ҡалаҡ какао, ярты балғалаҡ аш содаһы, 1 балғалаҡ аш һеркәһе, семтем тоҙ; крем өсөн 200 г эремсекле сыр, 100 г шәкәр онтағы кәрәк.

 

Йомортҡаға шәкәр, тоҙ, һеркә менән һүндерелгән аш содаһы һалып, яҡшылап болғатабыҙ. Артабан он, күперткес, какао ҡушып тағы бутайбыҙ. Ҡамырҙы майлы табаға һалып, 190 градус ҡыҙыулыҡтағы мейескә ҡуябыҙ, ишеген асмай ғына 30 минут бешерәбеҙ. Бисквитты ике йәймә яһап ҡырҡабыҙ, кәрәкле формаға килтерәбеҙ. Эремсекле сыр һәм шәкәр онтағын блендер менән болғатабыҙ. Йәймә өҫтөнә крем һылап ҡатлайбыҙ (араһына сейә йә еләк һалып ебәрергә мөмкин). Өҫтөн глазурь, еләк-емеш, розмарин менән биҙәйбеҙ.

 

 

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас