

«Башҡортостан ҡыҙы» журналы 2026 йылғы беренсе һаны менән һеҙҙең ишектәрегеҙҙе ҡаға. Күңелдәрегеҙгә үтеп инер юлдар эҙләй, йөрәгегеҙҙе имләр һүҙҙәр һайлай, хистәрегеҙҙе уртаҡлашырҙай яҙмалар тәҡдим итә. Һәр битендә – һеҙҙең хәл-әхүәл, һеҙҙең тарих һәм һеҙҙең нурлы йөҙҙәрегеҙ, ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ. Шулай булмай һуң! Бары һеҙҙең булышлыҡ, һеҙҙең ҡатнашлыҡ һәм хеҙмәттәшлек менән генә журналыбыҙ ошондай бай, ҡыҙыҡлы, эстәлекле һәм фәһемле баҫма булып ҡала килә бит. Рәхмәтлебеҙ һеҙгә, зыялы рухташтарыбыҙ!
Журналыбыҙ – ҡатын-ҡыҙҙар һәм ғаилә баҫмаһы. Ул үҙ маҡсатына ярашлы хеҙмәт итә лә. Беҙҙе уҡыған һәр ҡатын-ҡыҙҙың күңел көмбәҙҙәре яҡтырһын, һағыш-хәсрәттәре таралһын, йәне һәм тәне күркәм сәләмәтлектә булһын, теләгән, ынтылған, тырышҡан бар изге ниәттәре тормошҡа ашһын, эштәре уң булып үҙенә, ғаиләһенә, йәмғиәтенә файҙа һәм ҡәнәғәтлек алып килһен, тигән иң ябай ҙа, шул уҡ ваҡытта донъяның үҙе кеүек үк төшөнөп тә бөтә алмаҫлыҡ киң, тәрән һәм юғары фәлсәфәгә нигеҙләнгән мәңгелек идеология алып барабыҙ. Әҙәмиәтте тыуҙырыу, үҫтереү, тәрбиәләү һәм һаҡлау идеологияһын.
Бәхетле булыуығыҙҙы теләйбеҙ һеҙҙең, әлеге журнал битен асҡан һәм ошо юлдарҙы уҡыған һәр берегеҙҙең. Яңы йыл менән!