

Сауҙа үҙәге буйлап яй ғына йөрөгән әбекәй быяла аша ҡарап үтә. Инмәй. Күпмелер ваҡыттан тағы килә, һаман тыштан ҡарай. Мин уның уйҙарын беләм. Инәсәк ул, әлегә ҡыймай ғына. Һәм, ысынлап, һаҡ ҡына баҫып эскә үтә, шыршылар араһында онотолоп йөрөй бирә.
– Хәйерле көн. Шыршы кәрәкме? – тип өндәшәм яҡын килеп.
– Ә? – оло кеше тертләп китә.
– Һеҙ шыршы алырға теләйһегеҙме?
– Мин?..
– Эйе, һеҙ. Бына ошо ҙур булмағанын күтәреп ҡайтыуы ла еңел булыр. Өйҙә лә артыҡ урын алмаҫ. Уйынсыҡтарығыҙ барҙыр бит?
Ҡарсыҡ башта ҡурҡҡан һымаҡ ҡарап тора ла ҡапыл йәнләнә:
– Б-бар, бар тәтәйҙәр. Һаҡлап ҡуйғаным, ярылмаһындар тип гәзиткә урап...
Мин быларҙы беләм. Хатта ул тәтәйҙәрҙең нисә йыл үҙ мәлен көтөп ятҡанын да, ошо көндәрҙә сығарып тағатылғанын да... һәм кире йәшерелгәнен дә.
– Тик... миңә ул шыршы нимәгә инде?
– Балаларығыҙ өсөн, ейәнегеҙ шатланыр. Шыршы байрам кәйефе яһар үҙегеҙгә.
Ҡарсыҡ был тиклем ныҡышыуыма аптырап та, сабыйҙарса ымһынып, әммә хәүефләнә биреп тә ауыҙыма текәлә:
– Килерҙәрме икән?
– Килерҙәр, мотлаҡ килерҙәр! Мин әйтте, тиерһегеҙ! Әл дә алғанмын, әл дә ултыртҡанмын, тип иҫләрһегеҙ әле.
– Э-эй... Шулай ғына булһа икән...
Ай-вайына ҡуймай әбейҙе шыршылар араһында елтерәтеп алып йөрөп бер йәтеш кенәһен һайлатам да, йәһәтләп шыптырға урап, тоторға уңайлы итеп бәйләп бирәм:
– Йыйылғанын бирәм, һеҙ яһалма шыршыны ҡоршай ҙа белмәҫһегеҙ. Бына шулай, алып ҡайтығыҙ ҙа ябыуын сисегеҙ – була ла ҡуя.
Инәй сабырһыҙ ыуаланып, икеләнә биреп, тағы бер ҡабат һорай:
– Килерҙәрме икән?
– Улығыҙға ошо байрамда нимә бешерә торғайнығыҙ әле? Шуны әҙерләгеҙ, шылтыратығыҙ, саҡырығыҙ. Ул да быны көтөп йөрөй.
Әбекәй ауыҙын асты ла япты. «Һин быларҙы ҡайҙан беләһең?» – тигәнде әйтергә лә онотто, сөнки башында үҙ хәстәре ине. Ул өйөнә ашыҡты. Шул тиклем ашыҡты, хатта юлда саҡ машина аҫтына инеп китмәйәсәк әле ул, тик уныһын да аңғармаясаҡ. Иҫән-имен ҡайтып етә ул.
Ике бала эйәрткән ҡатын ныҡ баҫып, дөрөҫөрәге асыулы төҫ менән рәттәр араһын гиҙә. Үҙ теләге менән инмәгән, күренеп тора, терегөмөш кеүек малайҙары артынан эйәреп йөрөй.
– Фидан, теймә! Тотонма!
– Руслан, тартҡылама! Хәҙер һатыусы күрә...
Балалар – балалар инде, бер ҡолаҡтарынан инә лә икенсеһенән сыға. Әле бер, әле икенсе уйынсыҡты тотоп ҡарайҙар, борғолайҙар, һуҙғылайҙар. Әсәләре ҡулдарынан тартып алып һалып тора, улар ары йүгерә.
– Бик ҡыҙыҡлы шыршы тәтәйҙәре бар...
– Бер ни ҙә кәрәкмәй беҙгә, ҡарайҙар ғына, – өҙә һуға ҡатын.
– Малайҙарға оҡшаясаҡ...
– Малайҙар бәләкәй әле нәмә һайларға. Ул тәтәйҙәр менән донъя тулған былай ҙа.
Мин был ҡатындың уйҙарын беләм. Әле уның бәхетһеҙ икәнлеген дә, ярһыу һәм сараһыҙ икәнлеген дә. Саҡ ҡына пауза алам да өндәшәм:
– Балаларығыҙға һеҙҙең иғтибар кәрәк, тап бөгөн, тап ошо ауыр ваҡытта.
Ханым утлы ҡарашын һирпеп ала:
– Ниндәй «ауыр ваҡытта»? Һәм нишләп әле минең балаларға иғтибар юҡ икән, тип уйлайһығыҙ?
Ҡыҙырға торғаны йөҙөнә сыҡҡан әсәне тынысландырырға ашығам:
– Бер ни ҙә уйламайым, бары һеҙҙең борсолғанығыҙҙы күрәм генә. Алығыҙ яңы уйынсыҡтар, улар һеҙҙең өйгә яңы тормош, яңы йәшәү ысулы булып киләсәк. Яңы ҡараштар, яңы мөмкинлектәр, яңы юлдар асыласаҡ һеҙгә. Балалар бында бушҡа инмәгән...
Ҡатын миңә иҫәргә ҡарағандай төбәлгән. Шулай ҙа ҡаршы өндәшмәй. Ҡапыл ғына күҙҙәре йәшкәҙәргә итә лә, ул бөҙрә сәстәрен һелкә биреп, саяланып эйәген өҫкә күтәрә. Тик аңғарҙым инде: нәфис ҡаштары төйөлөп, ирен ситтәре ҡалтырап китте. Шулай ҙа бейек үксәләрендә тыҡылдата баҫып малайҙары яғына юлланды:
– Руслан! Тор! Магазинда ятамы кеше?
– Фидан, ҡайҙа ул һин?
Мин икенселәргә әүрәнем. Тик уның ҡабаттан яныма килерен беләм. Көтәм. Күпмелер ваҡыттан ике улы берәр ҡосаҡ тәтәйҙәр ҡосаҡлаған әсә касса янына килә һәм, бер ни булмағандай, тауарҙарын алдыма теҙә. Малайҙары бик риза булып, ололарса тыныс ҡына көтөп тора. Түләп пакеттарға тултырғас, ҡуҙғалыр алдынан, ҡатын, күҙ сите менән зәһәр генә ҡарап, әсе йылмая биреп ҡуя:
– Яңы тормош, тиһегеҙ инде? Ярай...
Мин дә йылмаям. Өндәшмәйем. Уның хәҙер сығып руль артына ултырыр ҙа, артта тәтәйҙәре менән ҡайнашҡан сабыйҙарына өҫтәге көҙгө аша ҡараш ташлай-ташлай, үҙ уйҙарына сумырын, ҡайтҡас, тегеләренең теләгенә ҡаршы килә алмай, балконда сырмалып ятҡан шыршыны сығарып биҙәп ташларын, унан уларының шатланғанын ҡарап һөйөнөрөн, һәр икеһен ҡосаҡлап-ҡосаҡлап һөйөрөн һәм ятҡас яҫтығына баҫылып илап та алырын беләм. Иртәгә иһә тынысланып уянырын да, артабан йәшәүгә көс табырын да, тормош юлын ике балаһы менән дауам итеп китә алырын да... беләм. Уға бары быны ҡабул итергә генә кәрәк.
Өлгөрә алмай йөрөйөм. Килеп кеше күп. Ана, ҡыптыр курткала өшөгән, йөҙө ҡыҙарып бүртенгән ҡатын ситтә генә тора. Янына барам:
– Үтегеҙ. Нимә кәрәк ине һеҙгә?
– Уйынсыҡ. Ҡыҙыма шыршы байрамына уйынсыҡ алып килергә тигәйнеләр. Ҡиммәтме икән?
– Хәҙер һеҙгә ярашлыһын табабыҙ, – тип терһәгенән этә биреп эскә әйҙәйем. Ҡатын бындай урында тәүге тапҡырҙыр, аптыранып ҡына үтә бирә. Үҙе һаман теҙә:
– Миндә биш йөҙ һум ғына бар... Осһоҙорағы булһа инде... Ул элек ҡар бөртөгө һымаҡтарын ярата торғайны... Бармы икән?
Бар улар, ҡар бөртөктәре, мин уларҙы әҙерләп һалғанмын инде. Кисә лә, кисәнән алда ла көткәйнем был һатып алыусыны. Килмәй ҡуйырмы, тип борсола ла башлағайным инде. Алып тотторам.
– А-аһ! Тап ошолар! Күпме тора?
– Тап биш йөҙ.
– Алам!
Эскенән миктәгән төҫөндә бер нур балҡып китә лә ҡалтыранған ҡулдары менән төргәкте алып күкрәгенә ҡыҫа. Ояла ла үҙе. Эстән. Мин уны оҙата бара бирәм:
– Ҡыҙығыҙ көтә һеҙҙе. Бармай ҡалмағыҙ. Байрамға килер әле...
– Һеҙ ҡайҙан беләһегеҙ? – ул әйләнеп үк ҡарай, күҙҙәре шар булған.
– Беләм. Һәм, әгәр, ҡыҙығыҙ өйҙә барыһы ла яҡшы булырын күрһә... ҡайтарырҙар ҙа.
– Ысынмы? – ҡатын әкиәткә ышанырға теләгән бала һымаҡ тора.
– Ысын.
Ир менән ҡатын баянан бирле эләгешә.
– Нимәгә был ҡый? Уны ҡорор кәрәк, унан йыйырға, – тип ыңғайға килмәй ире.
– Матур ҙа инде. Бөтә кеше
ҡуйғанды, – тип йыуаш ҡына ныҡый ҡатыны.
Киләм дә ҡыҫылам:
– Быйылғы Яңы йыл иң иҫтәлеклеһе буласаҡ. Алығыҙ, үкенмәҫһегеҙ.
Ирҙең иҫе лә китмәй. Ҡатын яҡлашыусы булыуға шат:
– Мин дә шулай тип уйлайымсы. Быйыл берәй мөғжизә булыр һымаҡ.
– Әйҙә-әйҙә, инде һатыусы ғына алйотландырһын һине. Былай ҙа әллә кемдәргә ышанып, әллә ҡайҙарға аҡса туҙҙырып йөрөгәнеңде белмәйем инде, – тип ризаһыҙ мөңгөрләп ире китеп үк бара. Ҡатыны ниндәйҙер өмөтлө ҡараш менән төбәлеп тороп ҡала. Мин уны ҡултыҡлап уҡ алам:
– Иң ҡупшы шыршыны күрһәтәм хәҙер һәм иң нығын.
– Ниңә нығын? – тигәне уның теленән үҙенән-үҙе ысҡына.
– Сөнки уны йолҡҡосларға теләүсе бер йән эйәһе буласаҡ.
Ҡатын туҡтап ҡала:
– Бесәйҙе әйтәһегеҙме?
– Бесәйҙән дә былайыраҡ. Ошо көндәрҙә ул үҙен белгертер әле. Тап әлеге шыршы төбөндә һеҙ уны ирегеҙгә әйтерһегеҙ һәм мыжыҡ ир иҫтән яҙып ҡолар.
– Нисек «ҡолар»? Нимәнән?
– Бәхетенән.
...Кискә телем дә, аяҡтарым да тала. Шулай ҙа ҡәнәғәтмен. Бөгөн яҙмышына ҡарышып боролоп сығып китеүселәр булманы. Һәр береһе үҙенә тәғәйенде тотоп китте. Иртәгә нисек булыр? Прилавка аҫтындағы дәфтәремде сығарып ҡарап алам: теҙмә ҙур әле. Миңә эшләргә лә эшләргә.
Ҡышҡы кис. Урам буйлап ярайһы һирәгәйгән халыҡ араһынан атлайым. Бара биргәс, күрер күҙҙәрҙән яҙлығам да... осоп китәм. Бөгөн минең Ерҙәге бурысым тамам. Иртәгә тағы киләсәкмен. Кешеләр бит мөғжизә көтә, ышана, өмөт итә. Һәр мәлдә лә була алғанды улар ни эшләптер тап Яңы йыл алдынан күрергә, белергә, аңларға, тойорға теләй. Ярай, шулай ҙа булһын икән. Мин бит уларға бары ярҙам итәм. Бына был арала уйынсыҡ магазинында һатыусы булып. Унан башҡа сүрәттә һәм төҫтәрҙә. Быйыл, унан алда, артабан да. Аллаһ шулай фәрештә итеп яралтҡандан алып. Әҙәмдәр иһә мине ҡайҙа ла эҙләп таба. Ысын! Ышанмайһыңмы? Ә мин һиңә тейешлеһен әҙерләп ҡуйғанмын инде. Килереңде генә көтәм, кешем.
Р. Шәйхлисламов һүрәте