+30 °С
Болотло

Баш мөхәррир һүҙе ЙЫЛҒА ЙОМҒАҠ ЯҺАП

Һәр яңы иртәлә беҙ көндө планлаштырабыҙ. Яңы көн яңы идеялар менән тыуа. Яҡтыға, яҡшыға өмөтләнгән әҙәм күңеле, был сикһеҙ ваҡыт даръяһындағы ҡыҫҡа ғына миҙгеле менән идара итергә теләп, алдағыһын күҙаллай. Йыл менән дә шулай. Һәм ул елеп үтә лә һуңғы айы менән ҡапыл ҡуҙғытып ебәрә. Нимәгәлер өлгөрөргә, эшләп ҡалырға, тамамлап ҡуйырға ашығып сабыша башлайбыҙ. Унан инде йылға һығымта яһарға, йомғаҡлап ҡуйырға тырышабыҙ.

Баш мөхәррир һүҙе ЙЫЛҒА ЙОМҒАҠ ЯҺАПБаш мөхәррир һүҙе ЙЫЛҒА ЙОМҒАҠ ЯҺАП
Баш мөхәррир һүҙе ЙЫЛҒА ЙОМҒАҠ ЯҺАП

Нимә өсөн кәрәк ул беҙгә йылды ябыу? Нәтижәне үҫтереүгә. Йыл ағымында кисерелгәндәргә, башҡарылғандарға анализ яһау мөһим. Хаталарҙы ҡабатламау, уларҙы урап үтеү юлдарын тоҫмаллау өсөн дә, сифатлыраҡ, уңышлыраҡ эштәр башҡарыуға ынтылыу өсөн дә, иң сағыу кисерештәрҙе, мәлдәрҙе, хәлдәрҙе йыл көмбәҙенә элеп ҡуйыу өсөн дә. Ҡыҫҡаһы, беҙ ҙә журналыбыҙ даирәһендә 2025 йылға йомғаҡ яһайбыҙ.

Илебеҙ ауыр осор кисерә: махсус хәрби операция бара. Бигерәк тә ошо йылдарҙа халыҡтың рухын нығытыу, уны берләштереү һәм туплау, йәмғиәттә илһөйәрлек тойғоһон үҫтереү кеүек мөһим идеологияны алып барыу беренсе урынға ҡуйыла. Бөтөн тәрбиә ғаиләнән башланған кеүек, донъяға ҡараш та шул бәләкәй ячейкала ярала. Ә ғаиләнең идеологы, тәрбиәсеһе һәм хис-тойғо инеше кем инде ул? Әлбиттә, әсәй – ҡатын-ҡыҙ. Эйе, башлыса, ҡатын-ҡыҙ... «Башҡортостан ҡыҙы» журналы ошо хәҡиҡәтте үҙәккә ҡуя һәм йыл ағымында төрлө өлкәләге, йүнәлештәге эштәр алып барған һәм йәшәйештә кемдәргәлер һабаҡ вә фәһем, үрнәк вә остаз була алырҙай гүзәл заттар тураһында яҙҙы. Махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән яугир ҡыҙҙарыбыҙ ҙа, ундағы ир-егеттәрҙең ҡатындары ла, әсәләре лә баҫмабыҙҙың түрендә булды һәм буласаҡ та. Шулай уҡ «Ҡатын-ҡыҙ – ир-ат һөнәрендә», «Һалдат әсәһе», «Яугир ҡатыны», «Бирешмә!», «Минең әсәйем», «Иҫке ауыҙға – яңы аш», «Әсе тел», «Диалог» кеүек яңы рубрикалар асылды, уҡыусылар менән тығыҙ бәйләнеш ойошторолдо. Халыҡ араһына сыҡҡанда уларҙың журналға ҡарата фекерен, кәңәштәрен, теләктәрен тыңлайбыҙ һәм талаптарға ярарға, кимәлде үҫтерергә ынтылабыҙ.

Ҡыуанырлыҡ яңылыҡтарыбыҙ ҙа бар: тиражыбыҙ артты. Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, һеҙҙең ярҙам, һеҙҙең зыялылыҡ менән өлгәштек был еңеүгә. Һәм киләсәктә лә ошондай берҙәм хеҙмәттәшлеккә өмөт итәбеҙ. Милли баҫма туған телен һөйгән һәм хөрмәт иткән рухлылар тырышлығында ғына йәшәйәсәк бит. Бергә булайыҡ, ҡәҙерле туғандар.

Автор:Миляуша Кагарманова
Читайте нас