+30 °С
Болотло

"Тауыш" шоуында беренсе тапҡыр беҙҙең яҡташыбыҙ остаз буласаҡ

Яратып ҡараған "Тауыш" шоуында беҙҙең йырсыларыбыҙ күп ҡатнашты. Еңеүсе лә булдылар. Ә бына остаз булғандары юҡ ине әле.

"Тауыш" шоуында беренсе тапҡыр беҙҙең яҡташыбыҙ остаз буласаҡ"Тауыш" шоуында беренсе тапҡыр беҙҙең яҡташыбыҙ остаз буласаҡ
"Тауыш" шоуында беренсе тапҡыр беҙҙең яҡташыбыҙ остаз буласаҡ

Шулай итеп, беҙҙең бөтә донъяға билдәле яҡташыбыҙ, мәшһүр опера йырсыһы, Рәсәйҙең халыҡ артисы Илдар Абдразаҡов Беренсе каналда "Тауыш" шоуында тәүге тапҡыр остаз буласаҡ. 

«Тауыш»та тәүге тапҡыр остаз булыуыма шатмын. Беҙҙә бик күп һәләтле йырсылар бар, һәм был проект уларға үҙҙәрен күрһәтеү һәм кешеләрҙең күңелдәрен яулау өсөн матур мөмкинлек бирә. Үҙенсәлекле тауыштар менән осрашыуҙы түҙемһеҙлек менән көтәм. Һәр ҡатнашыусыға мөмкин тиклем сағыуыраҡ асылырға ярҙам итер өсөн бөтә тәжрибәмде һәм энергиямды бирергә тырышасаҡмын", - ти Илдар Абдразаҡов буласаҡ сара тураһында.

 

Илдар Абдразаҡов - танылған башҡорт кинорежиссеры Әмир Абдразаҡовтың улы.
1976 йылда Өфө ҡалаһында тыуған. Һәләтле малай 4 йәшенән йырлай, атаһы төшөргән киноларҙа ҡатнаша башлай. Артабан уның яҙмышында ижад төп урынды биләй.

1994 йылда ул - Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. 1998 йылда Мариинск театрында тәүге тапҡыр сығыш яһай. Илдар Абдразаҡов ҡатнашҡан һәм еңеү яулаған мәртәбәле конкурстар бихисап. Ул донъяның иң ҙур опера майҙандарында сығыш яһап, тамашасылар һөйөүен яулай.
2015 йылдан Санкт Петербургта халыҡ-ара музыка академияһын етәкләй. 2016 йылда Илдар Абдразаҡов фондын булдыра. 2018 йылдан алып халыҡ-ара фестивалдәр ойоштора. 2024 йылдың декабренән Севастополь дәүләт опера һәм балет театрының етәксеһе вазифаһында эшләй.

Быйыл декабрь айында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән уға Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы исеме бирелде.

 

Беҙ Илдар Әмир улын ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм был эшендә лә ҙур уңыштар һәм еңеү теләйбеҙ! 

 

Фото "Тамаша" журналы сайтынан.

Автор:
Читайте нас