+30 °С
Облачно

«Башҡортостан ҡыҙы»нан Яңы йыл табыны

Ә бөгөн журналыбыҙҙың  яуаплы сәркәтибе Альбина Ғөбәйҙуллина ҡыҙы менән бергә һеҙҙең иғтибарығыҙға  "Ҡыш наҙы" тип аталған тәмле турама һәм "Сер" десертын  тәҡдим итә. Был тәмле ризыҡтар һеҙгә оҡшар тип ышанабыҙ. Рәхим итегеҙ!

«Башҡортостан  ҡыҙы»нан Яңы йыл табыны«Башҡортостан  ҡыҙы»нан Яңы йыл табыны
«Башҡортостан ҡыҙы»нан Яңы йыл табыны

«Ҡыш наҙы» турамаһы

Кәрәк: 350 г ыҫланған йәки тоҙланған ҡыҙыл балыҡ (форель, кета), 200 г ҡаты сыр, 5 бешкән йомортҡа, 4 помидор.

Әҙерләү: тәүге ҡатламға шаҡмаҡтарға туралған ҡыҙыл балыҡ тигеҙләп һалына. Йомортҡаларҙың һарыһы менән ағын айырып ҡуябыҙ. Артабанғы ҡатламға – ваҡ ҡырғыстан үткәрелгән йомортҡа һарыһы, уның өҫтөнә – ваҡ ҡырғыстан үткәрелгән сыр, шунан шаҡмаҡлап туралған помидор китә. Һәр ҡатламға майонез яғабыҙ. Иң өҫтә уртаса ҡырғыстан үткәрелгән йомортҡа ағы ятырға тейеш. Тураманы йәшел үләндәр һәм балыҡ киҫәктәренән раузалар менән биҙәйбеҙ.

 

«Сер» десерты

2 банан, 2 хөрмә, 3-4 киви, 20 г маршмеллоу алына.

Әҙерләү: тышы әрселгән емештәрҙе айырым һауыттарҙа блендер аша үткәрәбеҙ. Ҙур булмаған стакан төбөнә ҡалаҡ менән генә банан иҙмәһен һалабыҙ, унан – киви һәм артабан  хөрмә урын ала. Иң өҫтө маршмеллоу менән биҙәлә.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас