Хәниф Кәрим
Мин ҡайтырмын
Урамға сыҡһаң, баҡсаға ҡара,
Тыңла япраҡтар тибрәп шаулауын.
Хәтерлә яҙғы зәңгәр көндәрҙе,
Рәхәтлек солғар йәшлек һулауын.
Аралар йыраҡ һәм юлдар ауыр:
Ә мин ышанам: килер ҡауышыу!
Туптар шартлауы араһында ла
Ишетәм, бәғерем, саҡырыу тауышың.
Көт, мин ҡайтырмын шул уҡ юлдарҙан,
Һәм булыр һиңә иң ҙур бүләгем:
Дошманды еңеү һәм тапланмаған,
Яуҙа сыныҡҡан ҡайнар йөрәгем.
Ҡайғы болото ҡаплап китмәһен
Оҙаҡ көтөлгән осрау шатлығын:
Йәшлек сәскәһе шиңмәйсә булмаҫ,
Һаҡла һөйөүҙең һулымаҫ сафлығын.
Иртәнме, кисме – барыбер ҡайтырмын,
Дошман затынан таҙартып илде.
Үлемде аша атлап үтермен,
Еңеп ҡайтырмын, һағынып көт мине!