

Бер ишекте асып сыҡтым. Ҡараһам, артымдан бәләкәй генә бала килә, ә уның артынан бер ҡулына пакет, икенсеһенә ике стакан кофе тотҡан атаһы атлай. Мин ишекте тотоп торҙом, бала менән атаһы рәхмәт әйтеп үттеләр. Әммә тағы ла бер ишекте үтер кәрәк. Мин уныһын да асып, уларҙы сығарҙым. Ҡараһам, арттарынан ике ҡулына ла пакет тотҡан бер апай килә. Миңә ишекте тотоп тороуы ҡыйын түгел, ә уға ҙур ярҙам. Апайҙың эй күңеле булды! “Рәхмәт! Яңы йыл менән!” – тип йылмайып, шатланып үтте ул. Шул ваҡыт минең дә күңелемдә шатлыҡ хистәре урғылды! Рәхәт булып китте. Ябай ғына яҡшылыҡ нисә кешенең кәйефен күтәрҙе! Шуға әйтәм, кешеләр, бер-беребеҙгә яҡшылыҡ эшләйек!