

– Ҡыҙҙар, әйтегеҙ әле, әҙәбиәттә «ҡатын-ҡыҙ прозаһы» тигән төшөнсәгә нисек ҡарайһығыҙ? Инҡар итәһегеҙме әллә ризалашаһығыҙмы?
Заһиҙә Мусина:
– Минеңсә, ижадта ҡатын-ҡыҙ йәки ир-ат прозаһы тигән бүленеш юҡ, ижадта автор ғына бар. Юғары кимәлдәге әҫәрҙе кем яҙғанын билдәләп булмаҫҡа ла мөмкин. Миҫал итеп, донъя әҙәбиәтендә инглиз яҙыусыһы Шарлотта Бронтены килтерергә була. Ул үҙенең хикәйә-романдарын ир кеше – Карер Белл псевдонимы аҫтында яҙа. Ысын ижад стереотипһыҙ булырға тейештер, моғайын.
РәзинәЗәйнетдинова:
– Ундай кеше айыра алмаҫлыҡ кимәлдә яҙыу өсөн, һис юғы, гений булырға кәрәктер ул, сөнки, минең уйлауымса, ирҙәр һәм ҡатындар психологияһы барыбер ҙә айырыла. Һәм быны бер нисек тә инҡар итеп булмай. Мәҫәлән, Салауат Әбүзәрҙең «Кисенбикә юлы» менән Мәрйәм Бураҡаеваның «Киҫәкбикә»һен генә алайыҡ. Бер үк тарихи шәхестең образы, психологик хәленең һүрәтлә-неше – ер менән күк араһы, икеһе – ике донъя, бер-береһенә бөтөнләй оҡшамаған әҫәрҙәр. Салауат ағайҙа киҫкен драматика, ҡараңғы төҫтәр, интригалар өҫтөнлөк итһә, Мәрйәм апайҙың героиняһы – ҡатын-ҡыҙға ғына хас хистәр, яҡты нур солғанышында. Ир-ат прозаһында аяуһыҙ ысынбарлыҡ, тарихи дөрөҫлөк, ҡәтғилек ярылып ятыусан, ҡатын-ҡыҙ яҙыусылар иһә, ниндәйҙер бер эске һиҙемләү аша, интуитив рәүештә, әҫәрҙәрендә өмөткә урын ҡалдыра.
– Бөгөнгө башҡорт әҙәбиәтендәге әҫәрҙәрҙең төп героиняһы – башлыса ҡатын-ҡыҙ. Хатта ир-егет авторҙарҙыҡы ла. Бының сәбәптәре нимәлә тип уйлайһығыҙ?
Рәзинә Зәйнетдинова:
– Йәшерен-батырыны юҡ – бөгөнгө заманда тормош дилбегәһе ҡатын-ҡыҙҙар ҡулында. Ир-егеттең баһаһы төшөп киткәндәй. Хатта ғаилә проблемаларының хәл ителешендә лә һуңғы һүҙҙе ҡатын әйтә. Хәҙерге нескә зат үҙен азат тоя: малын да таба, «тимер ат»ын да ауыҙлыҡлай, юғары вазифа ла биләй. Шул уҡ ваҡытта иренең аҡсаһын һыпырып алып, үҙе тотоп, шуның менән маһайған ҡатындар ҙа бар. Шунан ғаилә башлығы килеп тыуған мәсьәләләрҙе ҡайһылай хәл итһен? Ипотека, коммуналь хеҙмәттәрҙе, балалар түңәрәктәрен нисек түләргә лә белмәгән, кибеттән аҙыҡ-түлек алырға ла өйрәнмәгән, «әҙергә бәҙер» генә йәшәгән, диванда пульт тотоп, телефон һыйпап ятҡан көслө заттар менән донъя тулы. Бында, әлбиттә, ҡатын-ҡыҙҙың ғәйебе ҙур. Ә бит хөкүмәт тә айырылышҡан, яңғыҙ бала тәрбиә-ләгән ҡатын-ҡыҙға йәшәү өсөн бөтә шарттар тыуҙыра. Дәүләт льготалары менән ҡулланыр өсөн «ялған» айырылышып йәшәгән ғаиләләр ҙә юҡ түгел. Был, әлбиттә, бик ҡыҙғаныс. Шуға ла әҫәрҙәрҙә идеал итеп алырлыҡ ир-ат образы ла юҡтыр, бәлки. Сөнки уҡыусы һоҡланырлыҡ, күп яҡлы, ҡыҙыҡлы герой һайлау зарури.
Заһиҙә Мусина:
– Минең геройҙарым иһә күпселектә ҡатын-ҡыҙ, сөнки үҙем шул енестән һәм уларҙың күңел донъяһын нығыраҡ аңлайым, психологияһын беләм. Шул уҡ ваҡытта, ир-атҡа ла бит ғүмерҙе әсә кеше бирә. Борон- борондан, донъя яралғандан алып ҡатын-ҡыҙ образы үҙәктә торған, уны алиһәләштергәндәр, уға табынғандар. Бәлки, ир-егеттәр прозаһының төп геройҙары нескә зат вәкиле булыуы ошоноң менән дә аңлатылалыр. Был юҫыҡта беҙгә билдәле булмаған, күренмәгән иң нескә тойғолар ҙа үҙ ролен уйнарға мөмкин – ҡарынында туғыҙ ай йөрөткән, йән йылыһы менән сорнаған Әсәгә һөйөү хистәре, ғашиҡ булған ҡатын-ҡыҙға һоҡланыу, ҡурсалау. Ни тиһәк тә, әлмисаҡтан ир-егеттең бар донъяһы ҡатын-ҡыҙ тирәләй әйләнә һәм был – бәхәсһеҙ.
– Проза жанрына тотоноу өсөн авторға ниндәй үҙенсәлектәр кәрәк? Иң беренсе – һәләт. Артабан?
Әлиә Саматова:
– Әҫәреңде тулыһынса күҙаллап, эҙмә-эҙлекле барламайынса яҙып булмай, шуға күрә яҙыусыла конструктор оҫталығы ла булырға тейештер. Һәм, әлбиттә, ныҡышмалылыҡ.
Заһиҙә Мусина:
– Яҙыу һәләтең булһа, ҡалғаны үҙ-үҙеңде тәртипкә өйрәтеүҙән, ялҡаулығыңды еңеүҙән тора. Кәрәкле ижад тулҡынына көйләнеп, өҫтәл артына ултырып яҙа башлау – төп шарт. Ул сағында инде һин шул донъяла йәшәй башлайһың. Уңыш өсөн 10 процент талант, 90 процент хеҙмәт кәрәк, тип дөрөҫ әйтәләр.
Рәзинә Зәйнетдинова:
– Был тәңгәлдә мин шағирәләргә көнләшеп ҡарайым. Улар юлда ла, өй эштәре менән булғанда ла шиғырҙарын тиҙ генә яҙып ҡуйырға, теркәргә мөмкин. Ә проза өлкәһендә ултыраҡлыҡ кәрәк. Буш булмағанда ла, йоҡоң килгәндә лә үҙеңде көнөнә бер бит булһа ла яҙырға мәжбүр итеү мөһим. Шунһыҙ күләмле әҫәр тыумай. Шул уҡ ваҡытта яныңда һиңә
ышаныусы, өмөт бағлаусы, дәртләндереп тороусы кешеләрең булыуы ла ҙур роль уйнай. Уңайы сыҡҡанда: «Һин яҙ, һин яҙырға тейешһең, хикәйәңде, повесыңды ҡасан алып киләһең?» – тип беҙҙе төрткөләгән Башҡортостандың Яҙыусылар союзы етәксеһе Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтовҡа ҙур рәхмәтемде белдерәм. Әгәр ҙә яҙып та ижад емештәреңде күрмәһәләр, баҫмаһалар, ҡул ҡәләмгә үрелә алмаҫ ине. Ҡыҙыл йомортҡа ваҡытында ҡәҙерле, тиҙәр. Хисле ижад кешеһенә иғтибар үтә лә мөһим.
– Әҫәр ижад иткәндә һеҙҙә эске тартыныу, оялыу, ҡурҡыу буламы? Герой аша минең халәтемде белеп ҡалмаһындар, геройымды танып ҡуймаһындар, тигәнерәк.
Заһиҙә Мусина:
– Яҙғанда үҙемде тулыһынса ирекле тоям. Сөнки ижад, тәү сиратта, шәхси күңелеңдең сағылышы ул. Унда тик һинең генә кисерештәрең һәм тойғоларың. Ә үҙ хистәрең өсөн кемдәндер оялырға, ҡурҡырға, аҡланырға һис кәрәкмәй – автор ҡурҡаҡ булырға тейеш түгел.
Рәзинә Зәйнетдинова:
– Ижад иткәндә һин транс хәленә инәһең һәм тик геройыңдың тормошо менән йәшәй башлайһың. Минең геройҙарым, дөйөм алғанда, типиклашҡан образдар. Унда һеҙ ҙә, мин дә, башҡалар ҙа бар. Уларҙың береһе өсөн дә ҡурҡмайым, оялмайым, һәр береһе ҡәҙерле һәм яҡын, хатта ул кеше үлтереүсе булһа ла... Сөнки әсә һөтө имеп үҫкәндә берәү ҙә, енәйәтсе, бур йәки фәхишә булам, тип уйламай. Был аҙымға етди сәбәп, яңылыш осраҡ, аяныслы яҙмыш, уратып алған мөхит тә этәргес булыуы мөмкин. Яҙыусы, автор булараҡ, үҙ геройын ниндәй осраҡта ла аҡлай ҙа, яраттыра ла, йәлләтә лә алыу һәләтенә эйә булырға тейеш. Килбәтһеҙ, йәмһеҙ геройын да эске кисерештәре, күңел донъяһы аша уҡыусы ғашиҡ булырлыҡ итеп һынландырыуҙа – ижадсының көсө.
– Бөгөнгө уҡыусыға ниндәй темалар ҡыҙыҡ булыр ине? Яҙыусы заманына яраҡлашырға тейешме? Мәңгелек темаларҙы ҡайҙан табырға була?
Заһиҙә Мусина:
– Яҙғанда уҡыусыны уйламайым. Мин, тәү сиратта, үҙем өсөн ижад итәм. Был уҡыусыны хөрмәт итмәүҙән түгел. Киреһенсә, тема үҙемдә ҡыҙыҡһыныу уятмай, күңелемде елкендермәй икән, ҡана, уҡыусыларға ошо кәрәк, ҡыҙыҡ, тип көсләп яҙа алмауымды аңлата. Көсләп асҡан күҙҙең дә нуры юҡ бит! Фәҡәт ихласлыҡ менән, күңел бушатып, асылып-түгелеп яҙғаның ғына уҡыусы йөрәгенә барып етә, тетрәндерә ала.
Рәзинә Зәйнетдинова:
– Хатта берәүгә уҡытмаған хәлдә лә, йөрәк сөңгөлөндәген, башыңдағы уйҙарыңды аҡ ҡағыҙға бушатыу кәрәк. Яҙыусы бөгөн нимә кисерә, нимә уйлай – шуны яҙырға, заманы менән бергә атларға, замандашының уй-хәстәрҙәре менән янырға тейеш, минеңсә. Сөнки ул ошо ваҡыт арауығында йәшәй.