+5 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл

Бәпәй еҫе (хикәйә). Миләүшә Ҡаһарманова. Аҙағы.

Был апай былай ғына һөйләнгәндер, тиһә, юҡ икән, икенсе көн иртәнге сәйҙе эскәс тә, ауыҙ асырға ла ирек бирмәҫтән, машинаһына тейәп алып сығып та китте уларҙы, ике сәғәттән йортона алып ҡайтып та төшөрҙө. Ултыра хәҙер бына Ләйсән хан һарайы кеүек ике ҡатлы йорттоң ялан шикелле бер бүлмәһендә. «Ошо бүлмә һеҙҙеке була, бына халаттар, кәрәк-яраҡты вис ошонда табырһығыҙ, йыуынығыҙ, ял итегеҙ ҙә, хәҙер төшкө аш әҙер була», – тип, хужабикә уларҙың үҙҙәрен генә ҡалдырҙы. Бер аҙ йорт йыһаздарын ҡарап ултырып өйрәнгәндәй булғас, ванна бүлмәһенә инде лә хайран булды Ләйсән. Йыуыныу урыны төшөп йөҙмәле, иҙән-түбә-стеналары ялтырап тора. Ҡулдары ирекһеҙҙән үрелеп һыуҙы асты...

Бәпәй еҫе (хикәйә). Миләүшә Ҡаһарманова. Аҙағы.Бәпәй еҫе (хикәйә). Миләүшә Ҡаһарманова. Аҙағы.
Бәпәй еҫе (хикәйә). Миләүшә Ҡаһарманова. Аҙағы.

Ҡыҙы менән арығансы йыуындылар, тәндәрен һыу һурғансы уйнанылар, ҡоторҙолар. Күптән таста ғына ултыртып, ашыҡ-бошоҡ йыуындырыуға күнеккән бәләкәсе шул ҡәҙәр арыны, әсәһенең кейендергәнен дә көтмәйенсә, таҫтамалға уралған килеш әүен баҙарына юлланды.

Үҙе бер зал шикелле булған аш бүлмәһендәге оҙон өҫтәл артында йомшаҡ халатҡа төрөнөп, берсә алдына ҡуйылған ҡупшы тәрилкәләрҙәге әллә ни төрлө ризыҡтарға, берсә янында бөтөрөлөп йөрөгән яңы әхирәтенә ҡарап, үҙ хәленә үҙе ышана алмай ултыра Ләйсән.

– Әйҙә, һинең килеүең хөрмәтенә, почти ике меңлек вино ул, бик тәмле булырға тейеш, – Асия уның янына ҡунаҡлап, оҙон ботло бокалдарға шарап ҡоя.

– Ой, эсмәйем дә ул мин, Асия апай...

– Эс тимәйем бит мин һиңә, тәмләп ҡара, ауыҙ ит, – үҙе йәһәтләп тәрилкәһенә быҡтырылған итле, бәшмәкле рагу һалды. – Ошо блюдо менән шарап килешә ул, әйҙә, йә, бер-ике йотом...

Харап килеште аҙығы ла, шарабы ла. Саҡ ҡына уртлағайны, ашҡаҙаны йылынып киткәндәй булды, аппетиты асылды. Тәрилкәһе бушауға бокалы ла бүҫкәрҙе. Шундай тынысланды, ҡапылдан бер зары ла ҡалмағандай, быға тиклемге ваҡиғалар башҡа берәү менән булғандай тойолдо. Был йорт эсендә бер ҡайғы ла, ҡурҡыныс та юҡ, бар ауырлыҡ тегендә – тышта, ҡалын кирбес стеналар аръяғында булып ҡалды. Ошо бөтөнлөктән, ирәүәнлектән күңеле тулды. Иламаҫҡа серәшеп, алдындағы тәрилкә биҙәктәренә төбәлеп ултыра ине, тып итеп һатлыҡ йәше тәрилкә ситенә тамды, унан икенсеһе тыпылданы. Көлә-көлә нимәлер һөйләп ултырған Асия, туҡталып, берсә тәрилкә ситенән юлаҡ һалып уртаһына ағып төшкән йәш бөрсөгөнә, берсә ҡыҙға ҡараны. Ҡарашты күтәрә алманы ҡунаҡ, түгелеп, һыҡрап илап ебәрҙе.

– Ләйсән... Ләйсәнкәй, нимә булды, аҡыллым?.. – ҡатын үрелеп Ләйсәндең битен ҡаплаған ҡулдарын тотто. – Йә, йә, бөттө... бөттө.

Күҙ йәштәре һуңғы уңайһыҙланыу кәртәһен ағыҙып алып китте, буғай, һыҡтап туҡтағас, Ләйсән дә асылды:

– Һеҙ мине йәлләйһегеҙҙер инде, Асия апай, оят миңә былай хәйерсе шикелле йөрөүе... Тик ҡалайтырға ла белмәйем. Эшкә төшөргә баланы урынлаштырып булмай, әсәйем ҡарарлыҡ түгел шул...

Уны тыңлап бөткәс, Асия һаҡ ҡына һүҙ башланы:

– Аңлайым, аҡыллым, аңлайым. Еңел түгел һиңә. Эшкә төшһәң дә, һөнәрһеҙ көйө күпме генә алаһың инде, ней ашарға, ней кейенергә етмәҫ. Балаң менән йәшәр ер ҙә кәрәк. Хәҙер жилье ҡыйбат, яңғыҙ кешегә хыялланырға ла түгел...

– Ҡуй инде... Бер генә лә өмөт юҡ... Үҙемә ҡул һелтәнем инде мин, ҡыҙымды йәлләйем. Балалыҡ күрмәй, ошо хәйерселектә үҫерен уйлаһам, йәнем әсей.

– Ләйсән... минең һиңә бер тәҡдим бар, – Асия һәр һүҙҙе ентекле һайлап, урынлы ҡуйып ҡына дауам итте. – Әгәр ҙә һин уны ҡабул итһәң, аҡса мәсьәләң дә, торлаҡ мәсьәләң дә хәл ителәсәк. Эскеселәр эргәһендә ыҙалап йөрөмәйәсәкһең, үҙеңә айырым фатир алып, ҡыҙыңды балалар баҡсаһына урынлаштырып, бер зарһыҙ уҡып та сыға аласаҡһың. Унан үҙ ғаиләң дә булыр әле, кем белә, һин бит әле йәшһең, һылыуһың...

Ләйсән йәш тулы аптыраулы күҙҙәрен ҡатынға төбәп, ҡатып ҡалды. «Нимә һөйләй ул?.. Ниндәй фатир?.. Ниндәй уҡыу?..»

– Мин етди һөйләйем, Ләйсән, аптырама улай, – Асия, шаяртып, ҡыҙҙың ҡулдарын һелкетте.

– Апты-тырайым шул...

– Тыңла, минең тәҡдимем шундай. Белеүеңсә, беҙҙең балабыҙ юҡ. Ә ул беҙгә кәрәк, бик кәрәк. Мин үҙем бәпәй таба алмайым. Беҙгә бәпес табып бирә алғандай ҡатын кәрәк, – Асия бер аҙ ғына икеләнде лә, дауам итте, – Әгәр ҙә бына һин шул эшкә риза булһаң, беҙ һиңә фатир һатып алырлыҡ аҡса бирәбеҙ.

Ләйсән һаман да ауыҙын аса алмайынса шаңҡып ултыра бирҙе.

– Ауырлы ваҡытыңда беҙҙә йәшәрһең, балаң яныңда, тамағың туҡ, тыныс булыр. Нимә теләйһең, бөтәһен дә алдыңа һалам. Диңгеҙгә алып барып ял иттерермен, теләгәнеңде кейерһең, алырһың... Ә?..

Йәш ҡатын саҡ телен әйләндерҙе:

– Ә... Б-баланы... ҡайҙан алайым һуң мин?..

– Баланы минең һәм иремдең орлоҡтарын яһалма ҡушып, һинең аналығыңа урынлаштыралар. Һин беҙгә ул баланы йөрөтөп, үҫтереп кенә бирәһең була, йәғни, суррогат әсәй инде, аңлашыламы?

– Аң-ңлашыла ла ул... Аптырайым... Ғүмерҙә ундайҙы ишеткәнем юҡ.

– Ләйсән, һин кире ҡағырма ашыҡма әле, йәме. Әйҙә, бер-беребеҙгә ярҙам итәйек, һылыу, һин урамда йөрөйһөң тигәндәй, бөгөн-иртән ул баракты емереп ырғытасаҡтар, ҡайҙа бараһың? Балаңдың киләсәген уйла. Һинең беҙгә бала тапҡаныңды бер кем дә белмәйәсәк. Ошонда йәшәрһең, бер кем борсомаҫ, табып бирһәң, теләгән ереңә китерһең. Алдарҙар тип һис ҡурҡма, ауырға ҡалыуың менән һинең иҫәпкә аҡса һалып ҡуйырбыҙ. Минең дә хәлемә ин... Балаһыҙ инде иремде тоторлоҡ хәл юҡ, ғаиләм тарҡала...

* * *

Уйларға ваҡыты етәрлек булды Ләйсәндең. Башҡаса был хаҡта һүҙ ҡуҙғатмаһа ла, үҙен хөрмәтләп ҡунаҡ итеп ҡайтарып, бүләк иткән телефонына көн дә шылтыратып хәл белеп торған әхирәт-апайының яуап көткәне билдәле бит. Аҙна ағымында нисек кенә төплө уйларға, аҡыл менән эш итергә тырышһа ла, алама барактан, эскеселәр ояһынан сығып ҡасыу, шул михнәттәрҙән ҡотолоу теләге бик көслө ине һәм был теләк күңеленең ниндәйҙер бер ерен өйкәп торған ҡаршы тойғоларҙы баҫып, томалап ҡуйырға тырышты. Намыҫын еңергә, тынысландырырға теләп, йыш ҡына үҙ-үҙе менән «ирешеп» алып китте.

– Рәхәтме ни миңә? Ҡалайтырға тейешмен ошо хәлдә? Мин бит берәүҙе лә үлтермәйем, урамға бала ҡалдырып китмәйем... Шулай уҡ ауыр хәлдәге кешеләргә ярҙам итәм. Ҡыҙымдың киләсәге... ҡыҙым хаҡына риза булырға тейешмендер, моғайын...

Ыңғай яуап алырын белә ине Асия. Бөгөн булмаһа, иртән. Иртән булмаһа, яҡын киләсәктә, һәр хәлдә, булыр ине ул яуап. Ыңғай, һәм хаталанманы ла, тормошто яҡшы белә шул апайың. Бигерәк тә уның әсеһен.

* * *

...Иң ҡиммәтле клиникала йөрөп тикшереү үттеләр. Аҡсаң булғанда һиңә берәү ҙә йөҙ сиреп ҡарарға ҡыймай икән дә. Матур йылмайып, яғымлы һөйләшеп, һәр теләгеңде үтәп кенә торалар. Тикшерелгәс, бер аҙ дауаланыу алдылар. Унан төп процедуралар ойошторолдо.

Бик һағайышып, үҙ-ара һөйләшмәй тигәндәй һөҙөмтәләрҙе көттөләр. Тәлғәт борсолоуҙан ҡартайып, ҡарайып китте. Йыш ҡына эштән ҡайтты ла ҡараштары менән Ләйсәнде эҙләне. Быны һиҙеп-күреп йөрөгән Асия: «Һуҡты ла, күпте түгел инде, Тәлғәт, кешеләр икенсе, өсөнсө мәртәбәлә генә саҡ уңышҡа өлгәшә. Сабыр итәйек», – тип, ирен тынысландырырға тырышты.

Тынысландымы-юҡмы, һәр хәлдә, ошо эштәр башланғандан алып ныҡ үҙгәрҙе ире. Элек ял көндәре генә күрешеп, уларында ла нимәлер менән мәшғүл булһалар, хәҙер ике күҙе өйҙә. Киске алтыла «тыҡ» итеп ҡайтып инеп тороуы етмәгән, төшкө ашҡа ла бында саба башланы. Үҙе бер буш ҡул булмай. Ике һыуытҡыс та лыҡа тулы икәнлекте белә тороп, һаман да пакет-пакет аҙыҡ-түлек, йәшелсә-емеш ташый. Һәм, әлбиттә, бәләкәс Сулпан өсөн мотлаҡ берәй нәмәһе була. Был «нәмә» башта гонаһһыҙ туңдырманан ғына башланһа, һуңғы көндәрҙә оло йомшаҡ уйынсыҡтарға, хатта ҡупшы күлдәктәргә барып етте. Асияға тәүҙәрәк иренең был ҡылығы үҙенә лә ирмәк булһа, тора-бара йәненә тейә башланы. Көнсөллөк бесәйе күңел итен үткер тырнағы менән сыйып ебәрҙе. Тик әлегә баш ҡайғыһы түгел. Әлегә башҡа мәшәҡәт беренсе планда. Әгәр ҙә процедураны ҡабатларға тура килһә...

Тура килмәне. Бер көн кис һуңлап ҡына кеҫә телефонына шылтыраттылар. Алып ҡараһа – Ләйсән. «Бәй! Ҡайҙа һуң ул был ваҡытта?»

– Ләйсән, ҡайҙан шылтыратаһың? һин ҡайҙа?

– Өйҙә мин, өйҙә, Асия апай, шауламағыҙ, – йәш ҡатын шыбырлауға күсте. – Һеҙ ятманығыҙмы әле?

– Ятып йөрөйөм. Нимә булды, Ләйсән?

– Беҙҙең бүлмәгә инеп сыҡмаҫһығыҙмы икән, тик Тәлғәт ағай ишетмәһен йәме.

– Хәҙер.

– Ләйсәнме ул? Ни булған? – Тәлғәт йыуынырға инеп барған еренән кире боролоп, кейенә башлағайны ла, Асия ҡәтғи тыйып сығып китте:

– Тороп тор әле, бисәләр эшенә тығылып!

Барып инһә, Ләйсән диңгеҙ шикелле киң түшәгенең уртаһында аяҡ салып көтөп ултыра. Ҡыҙсығы көсөктәй генә булып йомарланып мышнай. Асия бер йоҡлап ятҡан сабыйға, бер ҡатынға күҙ һалды:

– Нимә булды, Ләйсән? Ҡурҡыттың...

– Ғәфү итегеҙ, Асия апай, һеҙҙең ваҡытығыҙ булғанды көтөп йөрөнөм дә... Һуң ҡайтаһығыҙ йә бөтөнләй өйҙә булмайһығыҙ кистәрен. Шуға шылтыратайым тинем, барып туҡылдатып торғансы.

– Йә... – Асия ике күҙен тултырып, Ләйсәндең ауыҙына төбәлде, әйтерһең дә унан алтын ҡошсоҡ осоп сыға.

– Йә тип ни... ну... шул инде. – Нимә «шул инде»?

Ләйсән апаһының аңышлығына аптыраны. Нимәһен төшөнә алмай һуң ул?

– Ауырлымын мин...

Асияға көтөп ала алмай йөрөгәне артыҡ көтөлмәгәнсә булды. Ул карауат эргәһендәге тумбаға ултыра төштө. Унан ҡапыл ынтылып балаға тип ултыртылған һөттө күтәреп эсте лә, шунан ғына теленә килә алды:

– Т-точнымы?

– Точны. Үткән аҙнала уҡ тест алып ҡарағайным – күрһәтә. Уже билдәләре лә һиҙелә, токсикоз башланмаҡсы.

– Тә-әк... Тә-әк. Былай булғас – булды! Булды! – Тороп, устарын ыуалап, бүлмә буйлап үтте, сыҙамай, сәпәкәйләп ебәрҙе. – Булдырҙыҡ бит былай булғас, Ләйсән! Туҡта, Тәлғәт ағайыңа һөйөнсөләйем әле!

Артынан ишек ябылып өлгөрмәне, кире килеп инде һәм:

– Маладис, Ләйсән! «Бишле» һиңә! Иртәгә врачҡа барырбыҙ, ҡалған инструкцияларҙы алырбыҙ. Инде аша, ял ит, йоҡла – һинең эшең хәҙер шул, – тип сығып та китте.

* * *

Ошо көндән, дөрөҫөрәге ошо кистән һуң, был өйҙә бер нәмә лә элекке кеүек була алмай ине инде. Һәр хәлдә, Асияға шулай тойолдо. Хәҙер уларҙың йәшәү рәүеше, уй-хыялы, маҡсаттары, хатта тын алышы ла икенсе. Хәҙер уларҙың бөтәһен бергә туплаған, нығытып бәйләп ҡуйған сәбәп – буласаҡ бәпес бар. Әлбиттә, әлегә «бәпес» тигәндең бары тик атамаһын ғына ҡабул итә, аңлай кеүек ул, ә асылын... Уныһы инде икенсе мәсьәлә.

Ләйсәнде баштан-аяҡ иғтибар үҙәгенә әйләндерҙеләр. Бигерәк тә Асия апаһы. Нимә ашай, нимә кейә, нисәлә йоҡларға ята ла, ниндәй көйҙәр тыңлай... Хәҙер быларҙың барыһы ла ныҡлы күҙ-ҡолаҡ аҫтында. Әле ҡасан ғына уның нимә ашау түгел, ҡайҙа барып баш терәре менән дә ҡыҙыҡһынған әҙәм юҡ ине. Бөгөн килеп, түшәге ҡаты йәки итеге уңайһыҙ була күрмәһен, имеш.

Йөклөлөк тә үҙенекен итте. Йәш ҡатын ваҡыты-ваҡыты менән тиккә юҡтан көйһөҙләнде, әле илағыһы килде, әле сәбәпһеҙгә генә көйөнөп китте. Иртәнге уҡшыуҙар, хәлһеҙлек, еҫтәрҙе күтәрә алмау, аҙыҡ һайлау уның былай ҙа ҡаҡса йөҙөн аҡ ҡағыҙ төҫөнә индерҙе. Етмәһә, әсәһенең башын икенсе нәмә биләгәнде һиҙенгән ҡыҙсығы ла ризаһыҙлығын һиҙҙереп мыжыҡланды, һуҙылып төшөп ятҡан әсәһен йә тышҡа сығайыҡ, йә уйнайыҡ, тип тартҡылап торғоҙҙо, үсегеп, илап, сығырынан сығарҙы.

Был хәлдәр, бигерәк тә баланың был йортта бар икәнлеген белдереп тауышын сығарыуы Асияға оҡшаманы. Бигерәк тә шул ҡыҙҙы тынысландырам, тип иренең йүгермәләп йөрөүе оҡшамай ине уға. Нисек инде, уның өйөндә бер бармаҡ башындай бала үҙ хоҡуҡтарын булдырып ултыра ала! Был мәсьәләне йәһәт кенә хәл итә һалырға кәрәк ине. Һәм хәл итте лә Асия. Тиҙ арала шәхси балалар баҡсаларының берәүһе менән бәйләнешкә инеп килеште лә, Ләйсәндең ауыҙын да астырмаҫтан, Сулпанды елтерәтеп алып барып урынлаштырып та ҡуйҙы. Өйҙән «уйнарға» тип кенә сығып киткән сабый, ят урынға барып ингәс, ниҙер һиҙенеп, инәйенә һырынғайны ла, тегеһе сат йәбешкән кескәй ҡулдарҙан итәген һыпыра тартып алғас, күҙҙәрен селт-селт йомғолап, иларға ла ҡурҡып ҡатып ҡалды. Шуның менән был еңмештең яҙмышы хәл ителде. Хәҙер өйҙә тыныслыҡ урынлашты һымаҡ. Ләйсәндән башҡалар өсөн инде. Уның иһә, киреһенсә, йәненән тыныслыҡ китте. Сулпанының күҙҙәрендә нур һүрелгәнен, һулып, бошоноп киткәнен күрмәйме ни ул... Быға тиклем көн-төн күҙ алдында ғына булған сабыйының да аңлайышһыҙ айырылышыуҙан, әсәһен һағынып зарығыуҙан, сит балалар, ят апайҙар менән аралаша алмай аҙапланыуҙан шаңҡып ҡалғанын аңламаймы ни... Етмәһә, Асия апаһы: «Һинең шылтыратыуындан ҡоро зыян ғына булыр, бушҡа борсома баланы ла, тәрбиәселәрҙе лә», – тип, баҡсаның телефон номерын да бирмәне, йәнәһе, кәрәк булһа, уға сығасаҡтар. Үҙенә шылтыратһа, «Уға унда ни булһын, ашай ҙа уйнай, һин лучше үҙеңде ҡара», – ти ҙә ҡуя. Ултыра бына сабыйының хәлен дә белә алмайынса. Тик бер ни ҙә эшләй алмай. Хатта, ана бит, кескәй Сулпан да Асия инәйгә ҡаршы тороп булмаҫты төшөнә – күнә.

Тик әсә күңеле һиҙмәй буламы ни инде. Бушҡа булмай сыҡты Ләйсәндең йөрәге һыҙлауы. Бер көндө өй телефонына шылтыраттылар, ғәҙәттә, ул телефондың тереме-юҡмы икәнлеге лә беленмәй ине, күрәһең, эшләй. Алырғамы-юҡмы тип икеләнһә лә, үтә лә ярһып ҡат-ҡат зыңлағас, трубканы күтәрҙе.

– Алло! Алло! Лесная, 13-мө? – теге остағы ҡатын-ҡыҙ тауышы сабырһыҙланып һораны.

– Эйе.

– Был балалар баҡсаһынан, һеҙ ҡалдырған номер яуап бирмәй, адрес буйынса ошо телефонды саҡ таптыҡ.

– Ә нимә булды? – Ләйсән һағайҙы.

– Балағыҙ ауырыны, скорый менән дауаханаға алып киттеләр...

– Нисек?..

– Беҙ бит һеҙгә әйтә килдек, бала аралаша алмай, йүнләп ашамай, һөйләшмәй, тип. Бөгөн бына йөрөнө-йөрөнө лә ҡоланы ла ҡуйҙы. Бында врач юҡ, медсестра ғына...

Ләйсәндең артабан тыңлап торор хәле ҡалманы, ул сәсәй яҙып трубкаға ҡысҡырҙы:

– Ниндәй дауаханала? Нин-дәй?

Яуапты ишеткәс тә трубканы шапылдатып һалды ла, шунда уҡ халат кеҫәһендәгеһе телефондан Асияның номерына баҫты. Тик унан моңһоҙ тауыш менән «Абонент не доступен» тинеләр. Нишләргә? Такси! Ләйсән өҫкә, бүлмәһенә йүгерҙе. Асия апаһының ҡәтғи тыйыуҙарын онотоп, ике баҫҡысты бер итеп үргә һикерҙе. Халатының аҫҡы төймәләре атылып осто хатта. Карауат эргәһендәге тумба тартмаһын аҡтарып сығарып, ҡағыҙ битенә яҙып ҡуйылған һандар теҙмәһен телефонында ҡалтыранған бармаҡтары менән йыйҙы ла, теге яҡтан «Әү, Ләйсән...» тигәнде ишеткәс, ебеп төштө: «Тәлғәт аға-ай...»

* * *

Кисен Тәлғәт менән Асия араһында етди генә тауыш ҡупты.

– Ниңә һин бисәләр эшенә тығылаһың? Кем һораған һинән! Минең тырышлығымды юҡҡа сығарырға шәпһең инде!

Күп осраҡта өндәшмәй ҡалырға күнеккән Тәлғәттең дә был юлы ниңәлер яуапһыҙ ҡалғыһы килмәне:

– Һинең хеҙмәтең кеше балаһын интектереүме? Ҡыҙыҡай зарығыуҙан иҫен юйған, һарғайыуҙан, аңлайһыңмы шуны?

– Бармаҡ башындай баланың капризына юл ҡуяйыҡмы? Бәлки, ул иртәгә әллә нимәләр талап итер!

– Балаға бары әсәһе кәрәк – шул ғына!

– Бөгөнгө көндә садик табыу еңелме? Ниңә минән бер монстр яһайһығыҙ? Ул бит өйҙә көнө буйы әсәһенә тағылып йөрөп, уны йонсота! Һиңә һау бала кәрәкмәйме ни?.. – Асияның артҡа сигенер иҫәбе юҡ.

– Кемдең икенсе бала табам тип беренсеһен сығарып ташлағанын күргәнең бар? Үҙебеҙҙе нисек үҫтерҙеләр һуң, миңә өс йәштә ҡустым әсәйҙең ҡулында, өсөнсөбөҙ ҡорһаҡта булған. Кем әйтмешләй, үҙ йөгөң ауыр булмай ул, – Тәлғәт, шуның менән һөйләшеү тамам икәнлекте белдереп, бүлмәнән сығып уҡ китте.

«Тегеләр янына инде, шул еңмеште әпәүләргә...» – тип өҙгөләнде Асия.

Ошо хәлдән һуң Асия Ләйсәнде хәстәрләүҙең күп өлөшөн иренең елкәһенә һалырға тырышты. Тәлғәттең ҡайһы ваҡыт «һуң, эштәмен бит...», тиеберәк һөйләнеүенә шунда уҡ: «Минең тырышлыҡты һанламайһығыҙ бит...», – тип кенә ҡуйҙы. Шунлыҡтан, хәҙер ир кешегә йәш ҡатынды табипҡа, дауалау үҙәктәренә һәм ҡатыны уйлап тапҡан тағы әллә нисә төр шифалы гимнастика кеүек юҡ-барға алып барып, алып ҡайтып ҡуйырға тура килә. Уларҙан тыш, йыш ҡына бергәләп театр-концерттарға, циркҡа, ял парктарына йөрөйҙәр. Әлбиттә, бындай сәйәхәттәргә Асия ҡушылмай, уның мөһимерәк, файҙалыраҡ эштәре етерлек.

Бер ял көндө шулай төшкә ҡарай ғына йоҡонан торҙо ла, тегеләрҙең юҡлығынан файҙаланып, иркенләп ултырып кофе эсеп алғас, аҙна башында уҡ яҙылып ҡуйған солярийға барып килмәксе булып, машинаһын йылыта ине. Сырҡ-сырҡ иткән тауыштарға әйләнеп ҡараны ла, Сулпанды ике яҡтан етәкләп, яй ғына атлап һөйләшеп килгән Ләйсән менән Тәлғәтте күреп, бер аҙға телһеҙ ҡалды. Юҡ, уларҙы беренсе тапҡыр бергә күреүе лә түгел. Бары тик ошо бөтөнлөк, идиллия күренешенән ҡаушаны ул. Оҙон, мөһабәт кәүҙәле, йөҙөнә олпатлыҡ сыҡһа ла әле сәстәренә сал инмәгән күркәм ир янында йәш, һөйкөмлө ҡатын, етмәһә, ауыры ла беленеп, үҙен тағы ла серлерәк, яғымлыраҡ итеп торғандай. Урталарында кескәй бала турғайҙай сорлап, көлә-шаяра һикрәңләп килә. Ире – Тәлғәте, әйтерһең, ғүмер буйы йәшәгән ҡатыны менән килә тиерһең, ауыҙын йыйып ала алмаҫтан, әллә нимә һөйләй, йөҙөндә сағылған нур, күҙҙәрендәге осҡондар әллә ҡайҙан балҡып тора.

Ә бит уларҙың үҙҙәренең ошолай иртәләп, яйлап, бергәләп йөрөгәндәре лә юҡ. Етмәһә, бала менән... Асияның йәнен әлеге таныш көнсө бесәйе бер тырнағы менән генә сыйып ебәрҙе лә, йөрәгенә асыу ҡатыш ҡан һауҙы...

Килеүселәр ҙә машина эсендәге Асияны аңғарҙылар. Ләйсән ҡыҙын уртанан үҙ яғына күсереп етәкләне лә, башын баҫып, шыбырлап ҡына тигәндәй «һаумыһығыҙ!» тип үтеп китте. Тәлғәт иһә ирәйеп, әҫәрләнеп тора бирҙе. Асия ла былай ғына ҡуҙғалып китә алмай ине.

– Нимә? Ғаиләңде прогуливать итәһеңме тандан? – машина быялаһын төшөрөп, шулай тип мыҫҡылланы ул ирен.

Тик тегеһенең бер ҙә иҫе китерҙән түгел, илһамланып, бөрөгә бүрткән ағас суҡтарын ҡарашы менән иркәләп баҫып тора бирҙе:

– Беренсенән, инде төш етеп килә, икенсенән, мынауындай матур ялда ысынлап та ғаилә менән йөрөргә кәрәк, ә красота салондарына сабырға түгел. –Унан кинәт ҡарашын ҡатынына төшөрҙө. – Төш тигәндән, төшкө аш ашатҡан кеше булырмы икән бөгөн?

Асияға етә ҡалды:

– Ана, «ғаиләң» ашатһын! – тип ыҫылданы ла ҡуҙғалып китте.

* * *

Тәлгәт Ләйсәнде ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына алып килде. Бөгөн УЗИ үтәләр. Бергә инеп, ҡорһаҡтағы сабыйҙы ла күрмәксе ине лә, йәш ҡатын «оялам» тип ризалашманы. Бына шуға Сулпан менән туңдырма ялап, ваҡыт ҡыҫҡарталар. Ҡыҙсыҡ күңелһеҙләнергә ирек бирмәй, бытылдап ҡына тора.

– Тәлғәт бауай, әсәйем нишәп оҙаҡтай?

– Уны врач ҡарай.

– Нимәһен ҡарай? – Унан ир кеше яуап уйлап өлгөргәнсе, үҙе әйтеп тә ҡуя, – эсендәге бәпесте ҡарай, ивет.

– Ыһы. Уны ҡайҙан беләһең, бөрсәкәй?

– Беләм инде, әсәйем әйтте. Көн дә ҡолағымды ҡуйып, бәпесте тыңлайым ул. Миңә «тох» итеп тибеп ебәрҙе кисә, – был ҡыҙыҡтан үҙе сыңғыратып көлөп ебәрҙе. Аптырап, Тәлғәт тә ҡушылды. Көлөп туйғас, бауайын «язалауҙы» дауам итте:

– Ул бәпес һеҙҙекеме?

– Әсәйем бәпес Асия инәй менән Тәлғәт бауайҙыҡы була, тине. Һин уны нимәштәтәң? Уйнатаңмы?

– Уйнатам инде... Үҫтерәм ҙу-ур итеп, – дүрт йәшлек баланың былай асыҡтан-асыҡ һөйләшә белеүенә иҫе китте Тәлғәтгең.

– Асия инәй уны әрләй инде, шунан бәпәй илай инде...

– Ниш-шләп?..

– Ул бит гел әрләй...

Ир артта бытылдаған балаға боролоп уҡ йөҙөнә баҡты:

– Ҡасан әрләне һине Асия инәйең?

– Кисә... бөгөн дә... Ишшыу теге ваҡыт. Гел әрләй ул, шунан ул киткәс, әсәйем илай... мин дә илайым...

– Ә ниңә әрләй һуң? Нимә өсөн?

– Еңмешеңде тыймайһың, көҙгөнө бысратҡан, иҙәнде сыйған, шаулай, шаяра, тип. Миңә бүлмәнән сығырға ҡушмай, кәнфиткә тейҙертмәй... Үҙе матур ғына кәнфиттәрҙе өҫтәлгә ҡуя ла... үҙе ашатмай...

Күңелһеҙләнеүҙән, ололарса ауыр һулап уҡ ҡуйҙы Сулпан. Ә Тәлғәтгең иһә, ишеткәндәренән ғәрләнеүе алҡымынан алды ла, сығып ултырған Ләйсәндән «Нимә тинеләр?» тип һорарға ла онотоп, шажлатып газға баҫты.

Арыны инде Ләйсән, йонсоно. Йөклө булып йөрөүҙән дә, йән ғазаптарынан да, Асия апайының аҡыл өйрәтеүенән дә. Иң ауыры – һуңғы айҙар бит инде. Ҡорһағы моронона етеп өлкәнәйҙе лә, хәрәкәт итеү, ятыу, ултырыу ауырлашты. Уларына ғына түҙерлек тә ул, бынау йән әрнеүе ауыр. Эстәге бер һыҙланыу, өҙгөләнеү үтмәне лә, бөтмәне лә. Киреһенсә, ул әсә ҡарынындағы сабый менән ҡушылып үҫте, ҙурайҙы, ауырайҙы ғына. Һәр көн кис түшәккә ятты ла, ҡыҙын ҡосағына алып, үҙ-үҙе менән һөйләште:

– Бына минең балам бар, ул – Сулпаным, башҡаһы минеке түгел...

– Түҙергә кәрәк, был – ваҡытлыса, мин бары инкубатор. Мин – инкубатор!

– Миңә ул бала бер кем дә түгел, мин уны яратмайым. Уны бер ваҡытта ла күрмәйәсәкмен!

– Ә түҙә алмаһам, онота алмаһам?.. Ҡайһылайтып ҡына йөрәктән йолҡоп алырға һуң?.. Эй, Хоҙайым, нишләп кенә ризалаштым был тамуҡҡа...

– Ул хаҡта уйларға тейеш түгелмен. Уйламайым. Все! Мин һәм Сулпан ғына!

Һуңғы һүҙҙәрен ҡысҡырып уҡ әйтте, ахыры, ойоп барған ҡыҙы күҙҙәрен асты:

– Ә?..

– Бер ни ҙә түгел, йоҡла, йоҡла...

– Илайһыңмы, әсәй, Асия инәй әрләнеме әллә?

– Юҡ, берәү ҙә әрләмәне, иламайым... Йоҡла, ҡыҙым, – ҡыҙын һығыбыраҡ ҡосто Ләйсән, -йомшағым, йомғағым минең.

– Әсәй, – Сулпан төнгө лампа яҡтыһында әсәһенең күҙҙәрен күрергә тырышты, – әйҙә, бәпәйҙе Асия инәйгә бирмәйек... ул бит яман.

– Сулпан...

– Бирмәйбеҙ. Ип-се! Бәпәйҙе алабыҙ ҙа, Тәлғәт бауайҙы алабыҙ ҙа китәбеҙ ҙә барабыҙ.

Ләйсән, түҙмәй, «пырх» итеп көлөп ебәрҙе:

– Тәлғәт бабайҙы? Ул ниңә беҙгә?

– Уны алайыҡ, ул бит һәйбәт. Ул мине ярата, күтәрә, тәмлекәстәр әпирә, куклалар бирә. Ул һине лә ярата, әсәй, мин уға әйтермен...

– Кит, юҡ хәбәр һөйләмә.

– Асия инәй «Уф, ҡасан китәһегеҙ инде», ти. Беҙ китһәк, Тәлгәт бауайға ҡыйын була бит, уны Асия инәй әрләй инде...

– Йә, етәр, әллә нимәләр һөйләп бөттөң. Йоҡлайыҡ.

Баланың өҫтөн рәтләп ябып баҫырып һалды ла, үҙе уның һүҙҙәренән арына алмай, байтаҡ уйланып ятты Ләйсән. Ысынлап та, Асия апайы менән бигерәк ауыр шул. Һәр нәмәңде күреп, иҫкәртеп, ныҡып ҡына тора. Үҙе лә тамам ялҡты, күрәһең. Баштараҡ «бала буласаҡ» тигән ҡанатлы уйҙар менән алсаҡланып йөрөһә лә, тора-бара был мәшәҡәттән арыны, һәр ваҡыт өйөндә сит кешеләрҙең булыуынан туйҙы, ахыры. Яйлап һөйләшеүе лә, мөғәмәләһе лә ҡырҡыулашты, хәҙер уға тупаҫ өндәшеү, екереп-ҡысҡырып ебәреү бер ни тормай. Мәңге төҫө болотло, мәңге кәйефе юҡ. Элекке шаян, йомарт апай ҡайҙа булғандыр... Ҡыҙын да күҙгә төшкән сүптәй күрә, әрләп, тыйып, ҡурҡытып хәлдән тайҙыра. Шул баланың бөршәйеп илағанын ҡыҙыҡ күрә, тиерһең. Ул хәтлем дә балалар яратмағас, ниңә бала теләй икән һуң? Тәлғәт ағай өсөн генәме? Тәлғәт ағай... Әллә нисек итеп ҡарай ул Ләйсәнгә... Ҡарашынан ҡыйын да, рәхәт тә. Бер күҙ һирпеүҙән бар хәлеңде, тойғоларыңды һиҙеп торғандай, һәр ваҡыт кәрәктә, мохтажда Ләйсәнгә ярҙамға килә. Уның янында булғанда тыныс, яҡлаулы, ҡурсыулы кеүекһең. «Ләйсән, Сулпан» тип шундай иркә итеп өндәшә, илап ебәрерһең. Тағы ла шул ҡарашы... Онотолоп, уйланып, текәлеп китеүҙәре әллә нисек. Ҡатыны ла аңғармай тиһеңме һуң? Күрә алмауы йөҙөнә бәреп сыҡҡан бит инде. Уф, Аллам, ҡасан ғына ҡотола ошо йорттан. Әллә ниндәй шайтан ҡотҡоһонан килеп юлыҡты. Бала менән бергә ошонда намыҫын да, йөрәген дә ҡалдырып китер инде. Унан мәңге һарғайып көн итәр... У-уф-ф...

Көнө, сәғәте еткәс, бала үҙенең яҡты донъяға сығырға теләүен белдерҙе. Белдереп кенә ҡалманы, тыуҙырыусыһын уттан алып һыуға һалып, көн ярым ғазаплағас, йөрәген урталай ярып килеп тә сыҡты. Шалҡандай тос, теремек ир бала ине. Тик Ләйсән уны күрмәне, бары тауышын ғына ишетте. Сытырлатып йомған күҙҙәрен бер генә асып ҡараһа ла, шәфҡәт туташы ҡулында тыбырсынып илаған кескәй тубырсыҡҡа барып йәбешеүҙән ҡурҡты.

Асия бала тыуҙырыу бүлмәһенә инеүҙән баш тартты, Ләйсәнде палатала ғына көтөп ултырҙы. Шәхси клиниканың шуныһы уңайлы, үҙ өйөңдә кеүек иркен йөрөп, аралашып була. Баланың тыуғанын көтөп, көтөк булды, йәш ҡатындың ауырып ыңғырашыуҙарын инде ишетмәҫлек хәлгә еткәйне. Ниһайәт, булды шикелле, бәпес тауышы яңғыраны. Күп тә үтмәй, биләүләп алып килтереп тә еткерҙеләр үҙен. Шәфҡәт туташы тантаналы рәүештә баланы Асияға тоттормаҡсы булып:

– Ҡотлайым һеҙҙе улығыҙ менән! – тип һуҙғайны ла, тегеһе һауалы, һалҡын торошона хас булмаған етеҙлек менән артҡа тайшанды:

– Мин... миңә түгел, һалығыҙ карауатҡа, ятып торһон...

Шәфҡәт туташы сәйерһенеүҙән ҡаштарын һикертте, шулай ҙа баланы махсус урынына урынлаштырҙы һәм «Таныша тороғоҙ» тип сығып киткән булды.

Асия иҙән уртаһында аптырап баҫып тора бирҙе. Танауын таныш еҫ ҡытыҡланы. Бала саҡтан йәнде биҙҙергән, күңелдә ауыр хәтирә булып уйылып ҡалған әскелтем бер еҫ. Бәпес еҫе бит. Эйе шул, бәпәй еҫе. Кинәт ошо еҫтән, ошо еҫ сыҡҡан урындан сығып ҡасҡыһы килде. Бәләкәй генә йән эйәһе менән икәүҙән-икәү бер бүлмәлә ҡалыу уны ҡурҡытты. Ҡатын ипләп кенә ынтылып, биләүҙәге сабыйҙың йөҙөнә ҡараны. Күҙҙәре йомоҡ, танау ҙа ауыҙ. Ауыҙы ла нимәлер эҙләп, бер туҡтауһыҙ асыла ла асыла. Бына ул бер ни ҙә тапмағас, көсәнеп ҡыҙарҙы ла, тулап тороп илап ебәрҙе. Был тауыш Асияны бөтөнләй албырғатты. Ул нишләргә белмәй, палатанан коридорға ташланды, унда ла туҡтай алмай, баҫҡыстан аҫҡа йүгереп төштө лә, ишектәргә бәрелә-һуғыла, тышҡа килеп сыҡты һәм ҡомһоҙланып, тәрән итеп һулап ебәрҙе.

– Нимә булды? Ни булды Ләйсәнгә? – ул арала ишек төбөндә кәлеп һуҡҡан Тәлғәт ҡатынын тотоп алып, сепрәк ҡурсаҡ ише һелкетте, – Асия, ниңә өндәшмәйһең?

Асияның йәне көйөп китте, иренең ҡулдарын яурындарынан йолҡоп алып, һелкеп ебәрҙе:

– Нимә булһын – бала тыуҙы. Нимә елтерәтәһең мине?

– Бала нисек? Ләйсән ни хәлдә? Һин нишләп йүгереп сыҡтың һуң? – Тәлғәт үҙен дә, ҡатынын да тыңларлыҡ хәлдә түгел ине.

– Мин ҡайҙан беләйем, ин дә ҡара!

Ир эскә йомолдо, ҡатын шундағы эскәмйәгә сүгеп, тынып ултырҙы ла, устары менән битен ҡапланы.

* * *

Бәпәй йортҡа ҡайтты. Атай кеше улын ҡаршылап, өйөн төҫлө шарҙар, сағыу таҫмалар менән биҙәтге. Бала инәсәк бүмәне сынъяһау итеп йыһазландырҙы. Махсус магазин хеҙмәткәрҙәре килеп, иң сифатлы балалар мебеле, түшәк кәрәк-ярағы, арба-бәүеткестәр, уйынсыҡтар менән тултырҙы.

Бәпес үҙ ояһына инеп ятҡас, ул ҡатынын аш бүлмәһенә саҡырҙы, ниһайәт, икәүҙән-икәү ҡара-ҡаршы ултырышып алдылар. Тәлғәт ҡатынына иғтибар менән баҡты:

– Арыныңмы? – уның тауышы бәрхәттәй йомшаҡ, ҡайғыртыусан ине. Асияға был оҡшаны.

– Арымай әллә. Яңғыҙым нишләрмен инде?..

– Ял ал, бәпесле ҡатындарға оҙайлы ял бирәләр бит. Борсолма, яйлап өйрәнерһең, мин дә булышырмын, беҙ икәү бит, – хәбәренең аҙағына ирекһеҙҙән ирҙең ауыҙы йырылды, бындай һүҙҙәрҙе һөйләүе рәхәт ине шул уға. Тик уға яраған ҡатынына ярамай торған. Был юлы ла оҡшатманы:

– Ниндәй ял? Эш ташлатып, мине өйгә бикләмәксеһеңме? Аҙна эсендә алйый яҙҙым, һин ал ялды, атай булғың килде лә инде...

Тәлғәт ишеткәндәренә ышана алмай ҡатты ла ҡалды:

– Н-нисек м-мин?.. Бәпесте ҡатын кеше ҡарай ҙа инде, әсәй кеше! Мин уны имеҙә аламмы?

– Улай булғас, няня яллайбыҙ, дауаханала ҡарашҡан ҡатынды саҡырайыҡ, яҡшы хаҡ түләһәк, нишләп килмәһен...

– Асия! Бәпәйгә әсәй кәрәк!

– Ул нимә айыра әле? Тамағы туйып, аҫты ҡоро булһа – булған! Бер-ике йәшкә етһә, теләһә ниндәй шәхси баҡсаға бирергә булыр...

– Һин мине ишетмәйһең, ахыры, бер ниндәй няня ла, баҡса ла түгел, үҙебеҙҙең балаға үҙебеҙ әсәй һәм атай буласаҡбыҙ – аңлашыламы? – Тыныс итеп, әммә теш араһынан ҡыҫып сығарҙы был һүҙҙәрҙе Тәлғәт. Уның күҙҙәре яман янды, өҫтәл өҫтөндә ятҡан ҙур устары йоҙороҡ булып йомолдо. Ирен был хәлдә күргәне булмаған Асияға йомшаҡлыҡ күрһәтеүҙән башҡа сара ҡалманы:

– Һиңә бала кәрәк тип күпме тырыштым, рәхмәтең шулмы?.. Бәләкәй генә бер баланан әллә күпме проблема... – Асия күҙ йәштәренә быуылып, өҫтәл артынан тороп уҡ китте лә, күп тә үтмәй, йоҡо бүлмәһенең ишеге «шап» итеп ябылды...

* * *

Тыныслыҡ китте өйҙән. Йоҡо китте. Бала йорттағыларҙың береһенә лә тик ултырырға бирмәне. Тик ултырыу ғына түгел, иркенләп туйынып алырға ла форсат булманы. Улай итһәләр ҙә, былай итһәләр ҙә оҡшатманы. Әллә шешә һөтөн, әллә тотоуҙарын, әллә биләүҙәрен яратманы – белмәҫһең, ярһыны ла иланы, ярһыны ла иланы. Ир менән ҡатын сәстәрен йолҡор хәлгә етеп, буҙарып-күгәргән сабыйҙы бер-береһенән тартып алып, үҙенсә бәүелткән, әүрәткән булды, тик тынысланыу оҙаҡҡа етмәне. Өсөнсө көн тигәндә иһә, сабыйға ҡушылып, Асия ла сеңләй башлағас, Тәлғәт үҙе шылтыратып, дауаханалағы няняны саҡырҙы. Килде ҡатын. Бәпестең таш булып ҡатҡан ҡорһағына массаж яһап, улай итеп, былай итеп, эскенәһен бушаттырыл алды, йылы һыуҙа ҡойондорҙо. Шунан бәпес матурлап имеп, иҙерәп йоҡлап китте. Шул минутында «атай» менән «әсәй» ҙә ике яҡҡа тәгәрәне...

Тик был бәхет оҙаҡҡа барманы. Белдекле апайҙың бында йәшәрлек мөмкинлеге булмай сыҡты. Яҡшы хаҡ вәғәҙә итһәләр ҙә, ул эшенән һәм уҡыусы балаларынан бүленә алманы. Уның урынына икенсе бала ҡараусы таптылар, ике көн түҙҙе лә, уныһы ла сәбәп табып сыға һалып китте. Өсөнсөһө Тәлғәткә яраманы, сөнки уның ҡулында ла бала үҙҙәрендәгенән кәм шауламаны. Дүртенсеһе бәпесте йыуындырғанда һыу эсенә төшөрөп ебәреп, саҡ тонсоҡторманы. Бишенсе-һе... алтынсыһы... Күптәр «Бигерәк бәләкәй шул, исмаһам, 5-6 айлыҡ булһа икән» тип баш тартты. Иң ахырҙа, сабырлығын йыйып алып, Асияның үҙенә сәңгелдәк янына баҫырға тура килде.

Унынсымы, ун бишенсеме көн (хәҙер инде ул көн-төндөң иҫәбен дә юғалтҡан) илап арыған сабый һыңҡылдай-һыңҡылдай йоҡлап киткәс, Асия аяғөҫтө баҫып тороуҙан быуындары ҡатҡан аяҡтарын саҡ өҫтөрәп, душ ҡойоноп алмаҡсы булып, ванна бүлмәһенә юлланды. Үтеп барышлай, элекке ғәҙәтенсә, коридорҙағы оло көҙгөлә үҙенең сағылышына күҙ һалды. Һалды ла, шаҡ ҡатты. Ҡаршыһында танымаҫлыҡ бер ҡатын баҫып тора ине. Юҡ, ҡатын түгел был. Һәр хәлдә, Асия бынан бер-нисә көн элек уны кем тигәндә лә «ҡатын» тимәҫ ине.

Ипләп кенә сикәләре эскә инеп киткән битен, йоҡоһоҙлоҡтан тартылып өңөрәйгән күҙ ҡабаҡтарын бармаҡ остары менән һыпырҙы. Ғүмер буйы маникюрҙа йөрөгән тырнаҡтарын Тәлғәт тәүге көн үк ашыҡ-бошоҡ ҡырҡтырып ташлатҡайны, бармаҡтары ла тоҡосланып, ғәрипләнеп ҡалғандай күренә. Башында прическа тигәндең әҫәре ҡалмаған, күптән тараҡ күрмәгән сәстәре нисек етте, шулай ҡыҫтырылып, унан-бынан ҡойолоп төшөп тора. Өҫтөндә лә һөт еҫе, бала ҡоҫҡолоғо, һыҡраһы һеңгән сирыш халат...

Күҙ алдындағынан башы әйләнде Асияның. Был бит ул. Ул! Ҡасандыр бала сағындағы, бола донъяһында балаға батып ултырған әсәһе кеүек, анау һәпрә Гөлназ кеүек, бешмәгән Ләйсән кеүек... Юҡ! Юҡ, юҡ һәм тағы ла бер ҡат юҡ! Бының булыуы мөмкин түгел! Асия улар түгел! Уның бындай йәмһеҙ, ҡарауһыҙ, йонсоу булғыһы килмәй! Ҡатын йән асыуға аяҡтарына элгән тәпешкәләрен ырғытты ла, ваннаға йүгерҙе. Йәһәтләп, өҫтөндәге сирҡаныс кейемен һалды. Фу-у! Әлеге еҫ – бәпәй еҫе. Ул эс кейемдәренә хәтлем генә лә түгел, тәнгә лә, сәстәргә лә һеңгән ине. Асия ашығып, тәнен тызып-тызып еҫле шыйыҡсалар менән ышҡырға, йыуырға кереште...

* * *

Тәлғәтте өйҙә тынлыҡ ҡаршыланы. Был ни хәл? Ҡайҙа геүләп илаусы сабый? Ҡайҙа асыуы йөҙөнә сыҡҡан ҡатыны? Урамда йөрөйҙәрҙер, тиһәң, улар ярҙамсыһыҙ сығып йөрөй алмай. Шылтыратып ҡарауҙан башҡа сара юҡ.

– Алло. Асия, һеҙ ҡайҙа?

– Беҙ... Мин эштә.

– Нисек... эштә? Ә бала?..

– Тәлғәт, ҡайтҡас һөйләшербеҙ, – теге яҡтағы тауыш бер аҙ тынып торҙо. – Бер-ике сәғәттән өйҙә булам.

– Ә-ә... – бәйләнеш өҙөлдө, – с-сия... – Тәлғәт аптырауынан ҡулындағы телефонына тексәйеп тора бирҙе.

Саҡ көтөп алды ҡатынын. Сағыу ҡыҙыл машина өйөрөлөп килеп туҡтар-туҡтамаҫтан, ишеген һелкетә тартып асты:

– Ҡайҙа бәпәй?

Асия тыныс ине. Ул был ваҡиғаға, был һөйләшеүгә алдан әҙерләнгән, күрәһең.

– Тәлғәт, ярһыма, хәҙер барыһын да аңлатам...

– Башта әйт: ҡайҙа бала?

– Бала приютта. Ваҡытлыса приютта, – ире шаңҡып торған арала ҡатын йәһәтерәк әйтеп ҡалырға ашыҡты. – Мин уны бер аҙ хәл алғансы, эштәрҙе яйға һалғансы тип кенә приютҡа тапшырып торҙом. Унда уны яҡшы ҡарайҙар, тәрбиәселәр, медиктар... Тәлғәт, минән яҡшыраҡ ҡарайҙар улар!

Яңы ғына иҫен юйып ҡолап барған кеүек булған ир, аңғармаҫтан, ҡатындың ҡупшы өйөлгән сәс бөҙрәләренән матҡып тотоп алды ла, бер тартыуҙа машина салонынан йәлпелдәтеп килтереп сығарҙы. Сығарҙы ла, елтерәтеп баҫтырып ҡуйҙы. Ҡатын ҡысҡырырға асҡан ауыҙын ҡороға ташланған балыҡ кеүек асып-яба ғына алды.

– Ҡайҙа бала? Ниндәй приютта?

– Ултыр рулгә! Хәҙер үк барып алабыҙ!

Ул арала Асия ла телгә килә алды. Телгә генә түгел, асылына ла килде ул.

– Юҡ, Тәлғәт! Мин көнө-төнө ошонда ултыра алырлыҡ бала ҡараусы тапмай тороп, уны бында алдырмайым! Һиңә рәхәт, эштә тик йөрөйһөң, ә мин нимә, йүргәк йыуыусымы әллә? Шуның өсөн икешәр институт уҡығанмынмы? Шуның өсөн ҡолағансы тырышып, карьера эшләгәнменме? Сәңгелдәк янында өйөрөлөп алйыр, бисураға әйләнер өсөн ошондай донъя йыйғанмынмы мин? – хәҙер инде Асия үҙе Тәлғәттең өҫтөнә менеп бара.

– Ә һин нимә, бала үҫтереүе еңел икән тип уйлағайныңмы? Мин ярҙам итмәйемме ни? Эшкә алып китә алмайым бит инде! – Ир кеше илай яҙып асырғанды.

– Алып кит! Теләһә ҡайҙа ит! Һин теләнең уны! Һин! – ҡатын сәскәле түтәл ситенә лып ултырып, илай-сәсәй ҡысҡырҙы. Уның менән генә лә туҡтай алмай, ҡулына эләккән сәскәләрҙе йолҡоп алып бәрҙе, туҙҙырҙы. Был йәмһеҙ күренеште баш һелкеп ҡарап торған ире уның ҡаршыһына сүгәләне:

– Асия... – эйәгенән тотоп үҙенә ҡаратты, – Асия, һин бит уны бөтөнләй яратмайһың, шулай бит?.. Әйт әле дөрөҫөн... Асия?.. Кәрәкмәй бит ул һиңә?..

Ҡатын сәбәләнеүҙән туҡтаны. Бер аҙға тынды. Унан туп-тура секерәйеп ҡараны ла:

– Эйе, – тине, – яратмайым. Минең уға бер ниндәй ҙә тойғом юҡ. Арыным... ялҡтым. Инде лә күрер, ҡарар әмәлем ҡалманы... Хет үлтер, Тәлғәт... Хет үлтер...

Ир ҡалҡынып баҫты. Бер мәлгә башын юғарыға күтәреп һауаға ҡарап торҙо, унан аҙашҡан әҙәмдәй, ян-яғына күҙ һалды, унан тағы ла аяҡ аҫтында бөршәйеп ултырған ҡатынына ҡараны һәм ят, һалҡын тауыш менән өндәште:

– Адрес!

* * *

Ләйсән үҙ фатирында көн итеп ята. Бер бүлмәле генә булһа ла үҙенеке. Бынан уны бер кем дә төн уртаһында килеп ҡыуып сығармай, һүкмәй, ҡурҡытмай. Үҙе бикләп сығып китә, асып килеп инә. Йән рәхәтендә йәшә лә йәшә лә бит, әгәр ул йән рәхәте булһа икән. Юҡ шул, юҡ. Булғаны ла юҡ һәм, аңлауынса, инде булмаҫ та. Онота алманы ул. Онота алманы. Әллә оноторға теләмәнеме? Ярһып илаған бала тауышы ҡолаҡтарында сыңлап тик торҙо. Ә ул еҫ. Әскелтем-татлы, башты өйләндерер татлы еҫ. Бәпәй еҫе. Шул еҫте тойор, ҡайҙандыр тотоп алыр, эскә йотор өсөн ҡомһоҙланып еҫкәнде, күҙҙәрен йомоп, тыны бөткәнсе һауа һуланы. Тик ул бәхеттең инешен тапманы...

Йоҡоһо ҡасты Ләйсәндең. Ябыҡты. Былай ҙа өндәшмәҫ йән бөтөнләй йомолдо. Көҙгөгә ҡарамай ул хәҙер. Унда тере күләгә булып баҫып торған, балаһын һатҡан ҡатынды күрә алмай. Ә был яҡтағы ҡатын ҡыҙсығы – Сулпаны өсөн генә йәшәй, йәшәргә тейеш.

Көн дә телефонын алды ла, юйып ташланған, әммә хәтерҙә уйылып ҡалған һандарҙы йыйҙы. Йыйҙы ла шылтыратырға көс тапманы. Йыйҙы ла юйҙы, йыйҙы ла юйҙы. Ярамай! Асия апай бер ваҡытта ла шылтыратмаҫҡа, килмәҫкә һәм бер ерҙә лә килеп осрамаҫҡа, осрағанда ла танымаҫҡа тип ҡат-ҡат киҫәтмәнеме ни. Киҫәтте генә түгел, бик етди проблемалар менән янаны. Былай ҙа хәсрәттәре аҙмы инде...

Шундай әүрәү уйлап тапты: төн уртаһында ҡараңғылыҡҡа текәлеп, бала тәрбиәләп йөрөүсе Асия апайын күҙ алдына килтерә. Ул сабыйын һөйә, иркәләй, устарына ултыртып һикертә. Бындай күренеште башҡа һеңдереүе бик ауыр булды башта. Һауалы, һалҡын ҡатындың ҡулдарына бала йәбешмәй ыҙалатты. Тик Ләйсән үҙен был хәлгә ышанырға, ышандырырға мәжбүр итте. Бәпесте иркә ҡосаҡта, ҡурсыуҙа итеп күрһә, уйлаһа, уға еңелерәк ине. Шулай булырға тейеш, әлбиттә, шулайҙыр, башҡа нисек булырға мөмкин һуң? Унда бит Тәлғәт ағай ҙа бар. Тәлғәт ағай... Тәлғәт... Тә...

– Туҡ-туҡ... Туҡ...

Осһоҙ-ҡырыйһыҙ уйҙарын бүлеп, кемдер һаҡ ҡына ишек ҡаҡты.

– Туҡ-туҡ... – Ысынлап та, бик һаҡ ине ул. Әйтерһең, кемделер рәнйетеүҙән, ҡурҡытыуҙан һаҡлана.

Ләйсән тороп халатын кейҙе лә, аяҡ остарына ғына баҫып, ишеккә атланы. Ипләп, тышта торғандарға һиҙҙермәй генә килеп, «күҙ»гә терәлде:

– А-аһ!.. – Шунда уҡ хәле бөтөп шыуып та төштө.

Ишек артындағылар телгә килде:

– Ләйсән, ас... бәпәй асыҡты...

Миләүшә Ҡаһарманова.

Автор:Миляуша Кагарманова
Читайте нас