

Ҡурған өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Зәриә Нурулла ҡыҙы Абдуллина:
– Һуңғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре
буйынса Ҡурған өлкәһендә һигеҙ мең башҡорт йәшәй. Улар башлыса Сафакүл, Әлмән, Щучан, Шумихин округтарында. Өлкә ҡоролтайы башҡарма комитеты тап ошо округ хакимиәттәре менән ҡулға-ҡул тотоношоп эшләй, Ҡурған өлкәһе хөкүмәте лә ярҙам итеп тора, шөкөр.
Эшмәкәрлегебеҙ тормоштоң һәр өлкәһенә лә ҡағыла, әммә күберәк мәҙәниәткә һәм мәғарифҡа өҫтөнлөк бирәбеҙ. Маҡсатыбыҙ – халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәтен, мәҙәниәтен, тарихын, йәшәйешен, телен, фольклорын һаҡлау. «Ҡарғатуй», «Кәкүк сәйе», «Ҡаҙ өмәһе», «Шәжәрә байрамы», «Ҡуҙғалаҡ байрамы» кеүек сараларға халыҡ ихлас йыйыла, улар аша борондан килгән ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе тергеҙеүгә, милли ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлауға үҙ өлөшөн индерергә ынтыла.
Силәбе өлкәһе ҡоролтайы менән дә килешеп эшләйбеҙ. Бергә уҙғарған саралар сағыуыраҡ та, күләмлерәк тә була.
Төрлө грант конкурстарында ҡатнашабыҙ. «Ҡушъяулыҡ» милли костюм оҫталары бәйгеһен Ҡурған өлкәһе хөкүмәте грантына үткәрҙек. Еңеүселәр Өфөгә «Тамға»ға барҙы. Субботино ауылынан Рәхимә Ҡадирова башҡорт халыҡ кейемен реконструкциялау буйынса икенсе урын алып ҡайтты.
Башҡорт телен популярлаштырыуға ҡоролған «Ихлас» проектын Башҡортостан Республикаһы гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында ойошторҙоҡ, уны тормошҡа ашырыу өсөн 1 миллион 200 мең һум күләмендә грант алдыҡ. Үҙенсәлеге шунда: балалар менән уларға ҡыҙыҡ булған «телдә» һөйләшеү юлын һайланыҡ. Вокаль оҫталыҡ, анимация, йәнһүрәттәрҙе башҡортса һөйләштереү, видеолар яҙҙырыу, хореография, билдәле шәхестәр менән осрашыу, башҡорт дискотекаһы, милли уйындар, киноклуб, уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре аша туған телебеҙҙең матурлығын, йолаларыбыҙҙың асылын асырға, уларға һөйөү тәрбиәләргә тырыштыҡ.
-----------------------------------
Ырымбур башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге етәксеһе, Ырымбур ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Аурика Салауат ҡыҙы ИШҠЫУАТОВА:
– Ҡоролтай менән мәҙәни үҙәктең маҡсаты уртаҡ – милли мәҙәниәтте, телде, йолаларҙы һаҡлау, үҫтереү, Башҡортостан менән социаль-мәҙәни бәйләнеште булдырыу, Ырымбур өлкәһендә йәшәүсе башҡорттарҙың этномәҙәни үҫешен тәьмин итеү.
Республика көнө, Милли кейем, С. Юлаев көндәре кеүек масштаблы байрамдарҙы ойошторабыҙ. Ырымбур янындағы Долгус тигән ауылда Салауат үҙенең яугирҙәре менән торған. Әле унда Салауат Юлаев урамы бар. Шул ерҙә уны иҫкә төшөрөп, сара уҙғарҙыҡ. Мөхәмәтша Буранғолов, Рауил Бикбаев, Хәбибулла Ғәбитов кеүек билдәле шәхестәребеҙҙең хәтерен мәңгеләштереү буйынса ҙур эштәр башҡарабыҙ. Әйтәйек, Аҡбулаҡта – Рауил Бикбаевҡа, Новосергеевск районы Әхмәр ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Ҡорбан Этҡоловҡа мемориаль таҡтаташ асылды.
Быйыл башҡорттар күп йәшәгән райондарыбыҙ буйлап фольклор-этнографик экспедиция старт алды. Башҡортостандың билдәле фольклорсы-ғалимдары ҡатнашҡан сараның маҡсаты – Ырымбур өлкәһендә компактлы рәүештә йәшәгән башҡорттарҙың этномәҙәни ҡаҙаныштарына ингән мираҫты йыйыу һәм теркәү. Тәүге көндә Ырымбур мамыҡ шәлдәрен бәйләү, башҡорт милли аштарын әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте, башҡорт балалар уйындары иҫкә төшөрөлдө. Башҡортостандың билдәле кешеләре тарафынан хореография, ҡумыҙ һәм ҡурайҙа уйнау, уҡ атыу, шәжәрә төҙөү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.
Х. Ямашев исемендәге китапханала «Тормош ориентиры – минең уҡытыусым» тигән башҡорт теле һәм әҙәбиәтен өйрәтеү курстарын башлап ебәрҙеләр. Унда өлкәндәр ҙә, балалар ҙа яратып шөғөлләнә.
Башҡорт үҙәге ҡоролтай менән берлектә Башҡортостанда үткәрелгән ҙур сараларҙа, проекттарҙа әүҙем ҡатнаша. Әйтәйек, беҙҙекеләр, «Атайсал – минең кесе Ватаным», Табын ырыуы фестивале, Ҡыпсаҡ ырыуы ҡоролтайына барып, уңышлы сығыш яһап ҡайтты.