

Альбина Шәһиҙулла ҡыҙы Ғөбәйҙуллина - «Башҡортостан ҡыҙы» журналының алыштырғыһыҙ яуаплы сәркәтибе менән интервьюнан өҙөк тәҡдим итәбеҙ.
– Альбина, һин – ҡырҡты үткәс, тағы ла әсәй булған ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе. Нисек йөрьәт иттең? Үҫкән уландарың нисек ҡабул итте? Бөгөн ауыр түгелме бала ыҙанында йөрөү? Ошолар тураһында һөйлә әле...
– Төшөмдә гел миңә ҡул һоноп килгән бер ҡыҙ баланы күрә инем, ашатлап тигәндәй үтеп китәм, аяғыма урала яҙып ултырып ҡала. Ҡыҙ бала хыял ғына булып ҡалыр, тип күнеп бөткәйнем. Әммә, иптәшем әйтмешләй, «поездың һуңғы вагонына» өлгөрҙөк. Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәте сикһеҙ, үҙебеҙ нығынғас, иркен фатирҙа ҡыҙыбыҙҙы рәхәтләнеп тәрбиәләргә яҙҙы миңә. Шуға ныҡ рәхмәтлемен. Атаһына ғына оҡшаған ул, Фәнүр кеүек теремек, етеҙ, үҙ һүҙле. Әлбиттә, ағалары менән дә кәңәшләштек, уларҙың фекере тәүҙә ҡапма-ҡаршылыҡлы һымаҡ та ине. Йәштәр бит замансараҡ уйлай: йән биргәнгә – йүн бирер, тигән һымағыраҡ һүҙҙәр уларҙы ышандырмай. Үҙең менән берәй хәл була ҡалһа һәм башҡа шундайыраҡ һорауҙар, ҡурҡыуҙар... Тормош беҙгә көн дә ниндәйҙер һынау ебәрә, бөтә нәмәгә алдан әҙер булыу мөмкин дә түгел. Үҙем алты йәштән әсәйһеҙ, унан атайһыҙ ҡалып, иртә тормош яуаплылығын иңемә алып өйрәнгәнгә, сыныҡҡан кеше булараҡ, барыһының да яҡшы буласағын тойҙом. Аңлап барҙыҡ был аҙымға. Бәлки, ошо ҡыҙым аша бәхетле бала саҡ, үҫеү, үҙеңде аңлау, ҡабул итеү кеүек тормошомдағы кителеп ҡалған картинаны тулыландырырға, татып өлгөр-мәгән кисерештәрҙе, баҫҡыстарҙы үтергә тейеш булғанмындыр. Ағалары ла хәҙер, Камиләбеҙһеҙ нисек йәшәгән-беҙҙер, тип ғәжәпләнә. Өйөбөҙҙөң йәме, ҡото ул. Аҙнаһына өс тапҡыр балетҡа йөрөтәм үҙен. Фотосес-сияларҙа, конкурстарҙа, концерттарҙа ҡатнаша. Ҡыҙ бала – донъяның яҡты бер сағылышы кеүек, уның белмәгән, тоймаған нәмәһе юҡ. Ваҡ ҡына әйбер ҙә иғтибарынан ситтә ҡалмай, тәмләп аңлата белә, серҙәре менән бүлешә. Был бәхет инде! Аллаһҡа, йыһанға рәхмәттәр юллап, барыбыҙға һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйем. Ауыр түгел, сөнки ҡыҙ баламды йәшләй тапһам, ҡатыраҡ, ҡорораҡ булыр инем, әлеге өлгөргән йәшебеҙҙә, бар нәмәне төплө аҡыл менән аңлап ҡабул иткәнгә, яратып, наҙлап тәрбиәләргә тырышабыҙ.
Миләүшә Ҡаһарманова.