

Йәмәғәт эшмәкәре, «Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы ЯНБАЕВА:
Ошо 30 йыл эсендә ҡоролтай съездарында ҡабул ителгән бихисап ҡарарҙар тормошҡа ашты, күп, бик күп еңеүҙәр, ҡаҙаныштар яуланды. Уларҙы һанап тормайым. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһында башҡорт баҫмаһы ойошторорға, тигән ҡарар ҙа тәүге съезда ҡабул ителгәйне. Ул шунан алып ун йыл үткәс ғәмәлгә ашырылып, «Киске Өфө» булараҡ нәшер ителә башланы.
Яуланған ҡаҙаныштарҙың иң әһәмиәтлеһе шул булды: халҡыбыҙ тағы бер тапҡыр берҙәмлектең көсөн, емештәрен, һөҙөмтәһен татыны. Берҙәмлек төрлө осорҙағы тарихи ваҡиғаларҙа ла, Октябрь революцияһынан һуңғы бола мәлдәрҙә лә, теге быуаттың 80-90-сы йылдарындағы милли хәрәкәт күтәрелешендә лә башҡорттоң милли берҙәмлеген һаҡлаған иң төп ҡорал булды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын ойошторғанда ла халҡыбыҙ берҙәмлеге үҙенең бөйөк көс икәнен раҫланы. «Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!» тигән һүҙҙәр бөгөн дә беҙҙең телдә.
Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, тарих фәндәре кандидаты Ләйсән Йәркәй ҡыҙы ЙОСОПОВА:
– 2021 йылда хеҙмәттәштәрем менән «Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмаһы коммерция булмаған ойошмаһын астыҡ. Еңел түгел ине: даими юридик консультациялар, Өфөгә йыш командировкалар... Хәҙер был йәһәттән үҙебеҙ район ҡоролтайҙарын өйрәтәбеҙ.
Тәүге еңеүебеҙ – «Беҙ бергә» этнофестивале проекты менән Мәҙәни башланғыстар президент фондының дүртенсе махсус гранттар конкурсында беренселеккә сыҡтыҡ.
Стәрлетамаҡ тарихы, яҙмышы ҡала менән бәйле башҡорт шәхестәре тураһында китаптар сығарабыҙ. Данлыҡлы башҡорттар Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевҡа, Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл, Муса Мортазин, Абдулҡадир Инан иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды.
Рәсәй һәм республика кимәлендә конференциялар уҙғарабыҙ. 2016 йылдан алып йыл һайын яҙҙың тәүге көнөндә үткәрелгән республика байрамы – «Етегән – ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө» ғорурлығыбыҙ булып тора, уны хәҙер Стәрлетамаҡ ҡалаһы бренды тип йөрөтәләр. Ике йылға бер тапҡыр муниципалитет кимәлендә башҡорт поэзияһы конкурсы үткәрәбеҙ.