+30 °С
Болотло

Милләт әсәһе. Әсәнән күргән - тун бескән

Журналыбыҙҙың ноябрь һаны тышлығында сыҡҡан Рабиға Бикбулатованың ҡыҙы Резеда, ейәнсәрҙәре Нурия менән Әлиә лә героинябыҙҙың үҙе кеүек рухлы, белемле, һәләтле. 

Милләт әсәһе. Әсәнән күргән - тун бескәнМилләт әсәһе. Әсәнән күргән - тун бескән
Милләт әсәһе. Әсәнән күргән - тун бескән

Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, ти халыҡ мәҡәле. Ысынлап та шулай Рабиға Фәрит ҡыҙының ғаиләһендә. Был әйтем бигерәк тә уның Резеда ҡыҙына тура килә. Бөгөн ул Силәбе өлкәһенең «Ағинәй» йәмәғәт ойошмаһын етәкләй, «Йондоҙлоҡ» инновацион лицейында рус теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә. Веб-журналистика, мөхәррирләү буйынса өҫтәмә һөнәр алып,  өлкә башҡорттары өсөн үҙ аллы «Башҡорт74.ru», «Минең шәжәрәм», «Мираҫ» гәзиттәре һәм «Рабиға» тигән журнал да сығара. Силәбе ҡалаһының Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт-татар китапханаһында ла әүҙем эш алып бара, унда ырыуҙар буйынса һабаҡтар биреүсе клубы бар. Атаһына эйәреп, төрлө ҡала архивтарына йөрөп эҙләшеү, мәғлүмәт тупларға ярҙам итеү эҙһеҙ үтмәй, тора-бара Резеда үҙе лә был серле хеҙмәткә ғашиҡ була. Әлеге көндә Башҡорт этнографик комплексы проектын тормошҡа ашырыу өҫтөндә эшләй ҡыҙҙар. Комплексты башҡорт шәжәрәләрен тергеҙеүгә оло хеҙмәт һалған олаталары хөрмәтенә «Арслан» тип атамаҡсылар. «Ҡыҙҙар» тинем, сөнки проекттың архитекторы Резеданың ҡыҙы – Әлиә Бикбулатова. Йәғни, Рабиға апайҙың рухи нуры ҡыҙҙарына ғына түгел, ейәнсәрҙәренә лә еткән. Әйткәндәй, Силәбеләге билдәле скрипкасы Нурия Садиҡова ла – ошо ғаиләнән. Ҡартинәйҙәренең хеҙмәтен һәм тел, милләт тип йән атыуын хөрмәтләп, ейәнсәрҙәр ҙә, ейәндәр ҙә саф башҡортса һөйләшә, хәлдәренән килгәнсә ололар башланғысына ярҙам итә.

Милләт әсәһе. Әсәнән күргән - тун бескән
Милләт әсәһе. Әсәнән күргән - тун бескән
Милләт әсәһе. Әсәнән күргән - тун бескән
Автор:Миляуша Кагарманова
Читайте нас